Шмарёв Алексей Тихонович

Шмарёв Алексей Тихонович (тыуғанда — Алексей Михайлович Быков; 1913 йылдың 18 ғинуары, Нальчик, Рәсәй империяһы1993 йылдың 2 июне, Мәскәү) — совет нефтсеһе һәм ғалимы, хужалыҡ һәм дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Нефть һәм газ сәнәғәтен ойоштороусыларҙың береһе, геология, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын быраулау һәм эшкәртеү өлкәһендәге ҙур белгес[2]. «Татнефть» берләшмәһенең беренсе етәксеһе (1950—1956)[3].

Биографияһы

1913 йылдың 18 ғинуарында Терек өлкәһенең (хәҙер Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы) Нальчик слободаһында тыуа[3]. 1924 йылда Шмарёв Тихон Филиппович уллыҡҡа ала һәм үҙенең фамилияһын, атаһының исеме урынына үҙенең исемен бирә[4].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1930 йылда «Майнефть» (Нефтегорск) тресында быраулаусы булып башлай[5]. 1938 йылда Грозный нефть институтын тамамлай[3].

1938-1950 йылдарҙа Башҡортостандың нефть ойошмаларында эшләй[3]: 1940—1942 йылдарҙа «Ишембайнефть» тресының идарасыһы була, беренсе турбина быраулау контораһын ойоштора[6].; 1941—1943 йылдарҙа — «Туймазанефть» тресыныҡы[5]. 1943—1944 йылдарҙа — «Башнефтеразведка» тресының баш инженеры, һуңынан - идарасыһы. 1945 йылдың сентябренән 1948 йылдың майына тиклем — «Башнефть» берекмәһе начальнигының быраулау буйынса урынбаҫары[7]. 1948—1950 йылдарҙа ҡабаттан «Туймазанефть» тресын етәкләй[5].

1941 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1950—1956 йылдарҙа — «Татнефть» берекмәһенең беренсе начальнигы. Уның етәкселегендә Ромашкино нефть ятҡылығы ҡулланыуға индерелә, берекмәнең производство һәм социаль структуралары булдырыла, быраулауҙың форсировка режимы һәм буровойҙарҙы ҡороуҙың индустриаль ысулы киң тарала, нефть табыуҙың яңы ысулы эшләнә.

1956—1957 йылдарҙа  — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Газ сәнәғәтенең баш идаралығы начальнигы.

1957—1960 йылдарҙа — Татар АССР-ының Халыҡ хужалығы советы рәйесе, 1960—1963 йылдарҙа — РСФСР Халыҡ хужалығы советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1963—1965 йылдарҙа — Урта Волга Халыҡ хужалығы советы рәйесе.

1965—1977 йылдарҙа — РСФСР геология министрының беренсе урынбаҫары[3].

1977 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, 1986 йылға тиклем - ВНИИГНИ-ҙа фән буйынса директор урынбаҫары, һуңынан, 1989-1993 йылдарҙа, ВНИПИморнефтегаздың өлкән ғилми хеҙмәткәре булара[7].

РСФСР-ҙың 3-сө (1951—1955) һәм 6-сы саҡырылыш, СССР-ҙың 5-се саҡырылыш (1958—1962) Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (1966).

1993 йылдың 2 июнендә Мәскәүҙә вафат була[3], Троекуровский зыяратында ерләнгән.

Хеҙмәттәре

Күп кенә ғилми хеҙмәттәр, рационализаторлыҡ тәҡдимдәре, уйлап табыуҙар, китаптар авторы.

  • Развитие буровых работ в Башкирии и Татарии [Текст]. — Москва: Недра, 1966. — 262 с. : ил.; 22 см

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • «Татнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең корпоратив китапханаһы" серияһында Алексей Шмарёвтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған китап сығарыла.
  • Бөгөлмә ҡалаһында Алексей Шмарёвҡа һәйкәл ҡуйыла (2003)
  • 2013 йылдың 31 октябрендә ғалимдың тыуыуына 100 йыл тулыу һәм төбәктә нефть табыла башлауҙың 70 йыллығы уңайынан Бөгөлмәлә сквер асыла[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Руководители Компании — Интернет-портал Группы «Татнефть». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2010. Архивировано 8 октябрь 2010 года. 2010 йылдың 8 октябрь көнөндә архивланған.
  3. 1 2 3 4 5 6 7 8 Шмарёв Алексей Тихонович. Татарская энциклопедия TATARICA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
  4. 1 2 Алексей Шмарев: «Я не татарин, Никита Сергеевич, я цыган». БИЗНЕС Online (27 май 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
  5. 1 2 3 4 ШМАРЕВ Алексей Тихонович. Альметьевская энциклопедия. ПАО «Татнефть». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
  6. А.Сагадеев. Им памятник — наш город// газ. Восход, 19 августа 2014, № 127—128 (12867-12868). С.2
  7. 1 2 3 Шмарев Алексей Тихонович. Нефтяное хозяйство (10 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар