Штеровка

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Штеровка
Административ-территориаль берәмек Красный Луч (городской округ)[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3
Дәүләт
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Штеровка — Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы ҡала округына ҡараған ҡала тибындағы ҡасаба[1].

Луганск Халыҡ Республикаһы менән Рәсәй Федерацияһы араһында 2022 йылдың 30 сентябрендә төҙөлгән Договор ЛХР территорияһын, Штеровка ҡасабаһын да индереп, Рәсәй Федерацияһы составындағы яңы субъект тип билдәләй[2].

Украина властары быны инҡар итә һәм, Луганск өлкәһен дә индереп, луганск Халыҡ Республикаһы территорияһын Украина составына инә тип иҫәпләй.

2014 йылға тиклем ҡасаба Луганск өлкәһенең Красный Луч ҡала советына инә.

Дивизия командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булған урыны. Штеровка.

Штеровка ауылы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы менән бәйле: 1943 йылдың 23 февралендә Ворошиловоград (хәҙер Луганск өлкәһе) Петровское ҡасабаһы һәм Штеровка (Юлино) ауылы араһынан полк тәрән рейдтан сыҡҡан саҡта дивизия командиры генерал-майор М. М. Шайморатов һәләк була[3].

Тораҡ пунктан төньяҡ-көнсығышта Елизаветинск һыуһаҡлағысы урынлашҡан.

Ултыраҡ XVIII быуаттың башынан билдәле. Ауылға серб полковнигы П. И. Штерич ранг дачаһы хоҡуҡтарында 1723 йылда нигеҙ һала.

Совет власы 1917 йылдың ноябрендә урынлаштырыла. 1919 йылда крәҫтиән депутаттары советы рәйесе Я. Р. Дробот һәм комбед Е. О. Носко деникинсылар тарафынан атып үлтерелә.

Бөйөк Ватан һуғышында фронттарында 287 кеше ҡатнаша, уларҙың 100-ҙән ашыуы һәләк була, 248 кеше ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Нацистик оккупацияһы ваҡытында Владимир Бурлак йортонда Иванов партизан отрядының йәшерен осрашыу фатиры була; 1942 йылда уларҙы немецтар атып үлтерә.

Штеровкала йәшәгән В. П. Бондаренко Германияға эшкә ебәрелә, унда ул «Хәрби әсирҙәрҙең туғандаш хеҙмәттәшлеге» подпольеһында ҡатнашҡанға күрә «Освенцим» лагерына ултыртыла, тотҡонлоҡтан уны Ҡыҙыл Армия яугирҙары азат итә.

1989 йылдың ғинуарына халыҡ һаны 1919 кеше тәшкил итә[4].

2013 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1273 кеше тәшкил итә[5].

Парктағы туғандар ҡәберлегендә обелиск урынлаштырылған. Ҡасаба үҙәгендә В. И. Ленинға һәйкәл ҡуйылған.

Иҡтисад һәм социаль өлкәһе

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күпселек халыҡ Петровское ҡалаһында һәм Малониколаевка ҡасабаһында эшләй.

9 йыллыҡ мәктәп, клуб, 2 китапхана (17000 том), фельдшер-акушерлыҡ пункты, 17 магазин, 3 аптека, элемтә бүлеге, сберкасса бар.

Ҡасаба Петровеньки тимер юлы станцияһынан 7 километр алыҫлыҡта ята (Чернухино — Должанская линияһында)[6].

  1. Закон об административно-территориальном устройстве Луганской Народной Республики. Луганский Информационный Центр, (14 март 2023).
  2. Договор между Российской Федерацией и Луганской Народной Республикой о принятии в Российскую Федерацию Луганской Народной Республикой и образовании в составе Российской Федерации нового субъекта от 30 сентября 2022 года (ратифицирован Федеральным законом от 4 октября 2022 года № 373-ФЗ, вступил в силу 5 октября 2022 года, письмо МИД России от 05.10.2022 № 19696/дп). Официальный интернет-портал правовой информации (3 октябрь 2022).
  3. Боевой путь 112-ой Башкирской кавалерийской дивизии
  4. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения союзных республик, их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу
  5. Чисельність наявного населення України на 1 січня 2013 року. Державна служба статистики України. Київ, 2013. стор. 73 2013 йылдың 12 октябрь көнөндә архивланған.
  6. Штеровка // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 29. М., «Советская энциклопедия», 1978.