Горюхин Юрий Александрович
Юрий Александрович Горюхин (рус. Горюхин Юрий Александрович; 1966 йылдың 28 феврале, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Башҡортостанда тыуып һәм йәшәп рус телендә ижад итеүсе яҙыусы һәм журналист, 1999 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2009).
Биографияһы
Юрий Александрович Горюхин 1966 йылдың 28 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1983 йылда Өфө авиация институтына уҡырға инә, 1987 йылда Мәскәү технология институтының Өфө филиалына күсә һәм уны 1990 йылда тамамлай. 1998 йылға тиклем финанс-юридик колледжында инженер-программист, инженер-метролог, артабан әҙәбиәт һәм информатика уҡытыусыһы булып эшләй. 1995—2000 йылдарҙа ситтән тороп А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. 1998—2001 йылдарҙа Башҡортостанда рус телендә нәшер ителә башлаған «Бельские просторы» ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис журналының проза бүлеге мөхәррире була. 2001—2002 йылдарҙа «Учительская газетаның» махсус хәбәрсеһе һәм редакциялағы (Мәскәү) бүлектә мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. 2002 йылдан «Бельские просторы» журналында эшләй: башта яуаплы сәркәтип була, 2007 йылдан — баҫманың баш мөхәррире.
2025 йылдың 30 майында Юрий Горюхин «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены менән бүләкләнде[1].
Әҙәби ижады
Юрий Горюхин ижад менән уҙған быуаттың 90-сы йылдарында әүҙем шөғөлләнә башлай. Уның «Крайний подъезд справа» исемле тәүге повесы 1998 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан «Соло» журналында баҫыла. Шунан бирле уның әҫәрҙәре Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө әҙәби журналдарында даими донъя күрә. Финалист Национальной литературной премии Ивана Петровича Белкина (лучшая повесть года, 2002). Финалист премии имени Юрия Казакова (лучший рассказ года, 2003, 2005). Шорт-лист Всероссийской литературной премии имени Бажова (2012). Шорт-лист Международного литературного Чеховского конкурса «Краткость — сестра таланта»(2013).
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының идара ағзаһы.
- Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының рус яҙыусылары берләшмәһе рәйесе.
- Башҡортостан рустары Соборы башҡарма комитетының бюро ағзаһы.
- «Молоко» (Мәскәү) и «Гипертекст» (Өфө) журналдарының редколлегия ағзаһы.
Әҙип тураһында
- Романов В. Видные представители литературы Башкортостана: Юрий Горюхин (К 50-летию писателя). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 февраль[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2009).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
- Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһы (2016).
- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2021).
- Сосланбәк Тавасиев исемендәге Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының мәҙәниәт, гуманитар һәм мәғариф өлкәһендәге премияһы (2024).
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) (2025)[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Поздравляем главного редактора с заслуженной наградой! Бельские просторы (30 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 февраль (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2016)
- ↑ Юрий Горюхин. 300 лет – как один день… Бельские просторы (11 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Сайт журнала «Бельские просторы» 2015 йылдың 12 август көнөндә архивланған.