Биографияһы
Яхъя Яҡшыев хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Яхъя ауылында йәшәгән. Уның ҡарамағында 151 йорт була. Ауылға нигеҙ һалыусы, йәғни ауыл улус старшинаһы Яхъя Яҡшыев исеме менән аталған[1].
1773 йылдан башлап Себер даруғаһында Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиән һуғышында ҡатнашкан. 1774 йылдың яҙында Белорет заводынан Пугачёв Указын ала, ихтилалға ҡушыла. Яхъя Яҡшыев Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналиндың көрәштәше була. Урындағы халыҡты мобилизациялау, фураж һәм аҙыҡ-түлек алыу, юлдарҙы һаҡлау менән шөғөлләнә. Эҫем, Йүрүҙән, Ҡытаутамаҡ заводтарына һөжүм итеүҙә ҡатнаша. Ихтилал 1774 йылдың көҙөнә тиклем дауам итә. 1774 йылдың 11 ноябрендә Юлай Аҙналин һәм башҡа башҡорт старшиналары менән Силәбе ҡәлғәһенә подполковник И. Л. Тимашев янына килә. Артабанғы яҙмышы билдәле түгел.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Яхъя // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Әҙәбиәт
- Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е. И. Пугачёва. Уфа, 1999.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн.9. Уфа, 2001.
Һылтанмалар
- Силәбе өлкәһе порталы. Яхъя Яҡшыев
- Яхья Якшиев // Салават Юлаев: энциклопедия / Гл.ред. И. Г. Илишев. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с. — ISBN 5-88185-054-8.