Ғайсин Лоҡман Мәсәлим улы
Ғайсин Лоҡман Мәсәлим улы (8 март 1908 йыл — 14 декабрь 1988 йыл) — гвардия сержанты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.[1]
Биографияһы
Лоҡман Мәсәлим улы Ғайсин 1908 йылдың 8 мартында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Көбәк ауылында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан алына[2].
Хәрби юлы
62-се гвардия кавалерия полкының 76 миллиметрлы пушкалар батареяһының төҙәүсеһе (тоҫҡаусы) булып хеҙмәт итә. 1942 йылда Курск өлкәһенең «Ҡыҙыл Яр» колхозы өсөн алышта, шулай уҡ 1943 йылда Украина ССР-ның Чернигов өлкәһе Клочково ауылы янындағы яуҙа, 1945 йылда Польшаның Радевишт пунктын һәм Германияның Браденбург ҡалаһы янындағы бәрелештәрҙә үҙенең батырлығы, ҡыйыулығы, тиҙлеге менән башҡаларҙан айырыла. Ике тапҡыр еңелсә яралана. 1946 йылда демобилизациялана һәм тыуған ауылында эшләй. 1988 йылдың 14 декабрендә вафат була, тыуған ауылы Көбәктә ерләнә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Награда тураһында документтары[3]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943 йыл)
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1943 йыл)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945 йыл)
- Ике II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945, 1985 йылдар)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 ГАЙСИН Лукман Мусалимович
- ↑ Гайсин Л. М. 2021 йылдың 9 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Наградные документы. ГАЙСИН Лукман Мусалимович
Сығанаҡтар
- ГАЙСИН Лукман Мусалимович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Память народа. Гайсин Лукман Мусалимович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)