Ғанди Ҡуйһыуы
Топонимияһы
Географияһы
Ғанди Ҡуйһыуы йылғаһы (Һыулаҡ йылғаһының һул өлөшө) таулы Пирикити Алазане һәм Тушетия Алазане йылғалары ҡушылған урында барлыҡҡа килә. Был йылғалар таулы Тушетияла (Грузия) башлана. Ул Чирката ауылынан 6 саҡрым көнсығыштараҡ Авар Ҡуйһыуы йылғаһы менән тоташа һәм Һыулаҡ йылғаһын барлыҡҡа килтерә.
Ҡушылдыҡтары
Ғанди Ҡуйһыуы йылғаһы бассейнында дөйөм оҙонлоғо 4020 км булған 874 йылға бар. Йылғаларҙың күпселегенең (828) оҙонлоғо 10 км-ҙан кәмерәк[5]..
Йылғаның һыу хужалығы әһәмиәте
Йылға һыу хужалығы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Ул эргә-тирәләге ауылдарҙы һәм баҫыуҙарҙы һыу менән тәьмин итеү һәм һуғарыу өсөн ҡулланыла. Ҙур гидроэнергетик потенциалға эйә. Йылғала 8 гидроэлектростанция — Тантар, Игали, Инхой, Ортокалин, Муни, Ботлих, Цумадин һәм Агвалин гидроэлектростанциялары проекттары төҙөлә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кумыкско-русский словарь (Къумукъча-орусча сёзлюк), Бамматов Б. Г., Гаджиахмедов Н. Э. 2013 г.
- ↑ Андийцы / М. Л. Агларов, Г. А. Сергеева // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Коряков Ю. Б. Атлас кавказских языков. — М.: Пилигрим, 2006. — С. 29. — 76 с.
- ↑ Алексеев М. Е. Андийский язык // Языки мира. Кавказские языки. — М.: Academia, 1999. — С. 220—228.
- ↑ Андийское Койсу. Вода России. Научно-популярная энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2020. Архивировано 17 июль 2020 года.
Әҙәбиәт
- Койсу // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Водное путешествие клуба Новый Бродяга
- Андийское Койсу — Водные маршруты 2015 йылдың 18 март көнөндә архивланған.
- река Андийское Койсу