Ғилмийәров Тимур Рим улы
Тимур Рим улы Ғилмийәров (рус. Тимур Римович Гильмияров; 1985 йылдың 20 октябре, Өфө) — Рәсәйҙең ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2016 йылдан «Почёт Билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинаты» акцонерҙар йәмғиәте директорының йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 6-сы (2018—2023) һәм 7-се (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2022)[1].
Биографияһы
Ғилмийәров Тимур Рим улы 1985 йылдың 20 октябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) баш ҡалаһы Өфөлә тыуған[2].
2003—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында (2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университеты) уҡый, «ойошма менеджменты» Һөнәре буйынса «менеджер» квалификацияһы (рус.)баш. ала[3].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген уҡыған ваҡытта уҡ, 2006 йылда, «Башкирское мороженое» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт иҡтисадсыһы булып башлай. 2007—2009 йылдарҙа — «Нерал-Продукт» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса бүлек етәксеһе[4].
2008—2009 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе[5].
2009—2011 йылдарҙа — «Концерн „ИнтелКо“» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса бүлек етәксеһе. Бер ни тиклем ваҡыт — Саров ҡалаһында Конверсия (рус.)баш. производствоһын үҫтереү фондындағы «Система-Саров» технопаркының директорҙар советы рәйесе ярҙамсыһы[2].
2011—2013 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының инвесторҙар менән эшләү буйынса сектор мөдире. 2013—2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары ярҙамсыһы[3].
2016 йылдан — «Почёт Билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинаты» акцонерҙар йәмғиәте директорының йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары[4].
2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[3]. 7-се саҡырылышта парламенттың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[6]. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы фракцияһы ағзаһы[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Һөт етештереүселәрҙең «Союзмолоко» милли союзының идара ағзаһы[7].
- «Салауат Юлаев Һәйкәле» федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау (реставрациялау) мәсьәләһе буйынса Башҡортостан мәҙәни мираҫы ҡарамағындағы Күҙәтеү советы ағзаһы[8].
- «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашыусы. Спорт командаларының сараларға барыу-ҡайтыу сығымдарын үҙ өҫтөнә ала. Әлшәй районының Ташкисеү ауылы халҡы мөржәғәте буйынса Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарының фотолары ҡуйылған стендтар эшләп урынлаштырырға ярҙам итә. Тажзәхмәт пандемияһы осоронда Әлшәй районының күп балалы ғаиләнән булған алты 9-сы, 11-се синыф уҡыусыһына ноутбуктар алып бирә[9]. Миәкә районы Илсеғол ауылында Ҡорос исемле атҡа һәйкәл эшләүгә аҡса бирә, МХО-ға, һ.б. ярҙам күрһәтә[10].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Гильмияров Тимур Римович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Гильмияров Тимур Римович – биография. Сетевое издание «Информационно аналитический портал «VIPERSON» (Виперсон) (16 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 Лица Партии. Тимур Римович. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Гильмияров Тимур Римович. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Айгюль Теляшева. «Молодёжная палата: год спустя». Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Комитет по аграрным вопросам, экологии и природопользованию. Гильмияров Тимур Римович. Заместитель председателя. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Правление. Тимур Римович Гильмияров. Национальный союз производителей молока «Союзмолоко». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Лейла Аралбаева. Тимур Гильмияров: Реставрация памятника Салавату Юлаеву должна быть открытой. ИА «Башинформ» (1 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ [1]
- ↑ Марафон добрых дел. Сайт News/ Respublika Bashkortostan #Социальная политика (7 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Тимур Гильмияров: «У депутатов есть большая возможность лоббировать интересы людей» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2026).
- Газета Альшеевские вести. 15.06.2023. Тимур Гильмияров: «Дела важнее слов!» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2026).
- Газета «Республика Башкортостан». Официальный сайт. 16.09.2025. Тимур Гильмияров: Руководство Башкирии продемонстрировало принципиальную позицию (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2026).
- Интернет-сайт «WWW.UFA.KP.RU». 31.03.2026. Депутат Гильмияров спросил премьера Башкирии о самокритике: «Приезжаешь в район, а люди жалуются на дороги» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2026).