Ғиләжев Илшат Фәрит улы
Илшат Фәрит улы Ғиләжев (рус. Гилязов, Ильшат Фаритович; 1960 йылдың 1 ғинуары, Иҫке Янбай, Башҡорт АССР-ы — 2022 йылдың 6 марты) — совет һәм Рәсәй скульпторы, ҡулдан сүкеү оҫтаһы. 1997 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдары союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012).
Биографияһы
Илшат Фәрит улы Ғиләжев 1960 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Иҫке Янбай ауылында тыуған.
Әрме хеҙмәтен ГДР-ҙа үтә. Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмөндә танк дивизияһының айырым разведка батальонында хеҙмәт итә.
1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлағандан һуң Нефтекамала рәсем уҡытыусыһы булып эшләй.
Скульптор булараҡ, металл (ҡара металл, алюминий һәм бронза); боҙ менән эшләй. Уның «Скрипкалы ҡыҙ» тип аталған диплом эше лә металл-алюминийҙан башҡарыла.
1997 йылдан «Мираҫ» ижади төркөмө ағзаһы[2].
2012 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
И.Ф.Ғилязевтың монументаль эштәре Нефтекама һәм Өфө урамдарын биҙәй. Ул тергеҙгән «Азат итеүсе һалдат һәйкәле» Нефтекама мемориаль аллеяһын биҙәй[3]. Уның мольбертлы скульптуралары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Нефтекама художество галереяһында, Мирас художество галереяһында (Нефтекама, Башҡортостан Республикаһы), Ғабдулла Ғәлиев исемендәге мемориаль йорт-музейында ҡуйылған. Башҡортостан)[4].
Һуңғы йылдарҙа Нефтекама ҡалаһында йәшәне һәм эшләне. Скульптор булараҡ металл (төҫлө металл, алюминий һәм бронза) һәм боҙ менән эшләй. Уның «Скрипкалы ҡыҙ» тигән диплом эше лә алюминийҙан эшләнгән.
Ижадсы 2022 йылдың 6 мартында Нефтекама ҡалаһында вафат булды, тыуған ауылында ерләнде[5].
Ижади эштәре
- Нефтекамалағы Еңеү һалдаты һәйкәле[6].
- «Киләсәк тауышы», «Скрипкалы ҡыҙ» скульптуралары. Боҙ ҡаласыҡтары.
Скульпторҙың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), «Мираҫ» (Нефтекама) картиналар галереяһында, Ғабдулла Ғәлиевтың (Батырша) мемориаль йорт-музейында һаҡлана.
Күргәҙмәләре
Ғиләжев Илшат Фәрит улы 1985 йылдан республика, зона, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Бөтә союз һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Шәхси тормошо
Тормош иптәше Земфира Филхәт ҡыҙы — сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Өлкән ҡыҙы Айгөл — сәнғәт бүлеген тамамлаған. Ә кесеһе Инга табип булып эшләй[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы.
- Салауат Юлаевтың һәм уның арҡаҙаштарына, уларҙың ҡаһарманлығына арналған иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәрҙәренә республика күргәҙмә-конкурсының (2004; Өфө) «Скульптура» номинацияһы дипломанты (III дәрәжә диплом һәм премия).
- Республика конкурсының «Тимерселек» номинацияһында «Алтын ҡулдар оҫтаһы» исеме (2004; Өфө)[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-03-06/v-bashkirii-skonchalsya-zasluzhennyy-hudozhnik-ilshat-gilyazov-2717922
- ↑ 1 2 bulat. Гилязов Ильшат - Культурный мир Башкортостана (билдәһеҙ). kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025.
- ↑ Информация по объектам культурного наследия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026.
- ↑ РО ВТОО "Союз художников России" Республики Башкортостан. Новости. www.shrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026.
- ↑ В Башкирии скончался заслуженный художник Ильшат Гилязов. Башинформ (6 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026.
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/9837/36256508.33/0_7a729_ad4837a_orig
- ↑ Ильшат Гилязов » Староянбаевский сельсовет (билдәһеҙ). starojanb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025.