Ғималетдинов Радий Хәлим улы
Радий Хәлим улы Ғималетдинов (рус. Гималетдинов Радий Халимович; (1954 йылдың 20 сентябре, Белорет, Башҡорт АССР-ы — 2021 йылдың 31 июле, Кушва[d], Свердловск өлкәһе) – металлург-инженер, ғалим, юғары мәктәп, сәнәғәт өлкәһе һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының почётлы металлургы. Свердловск өлкәһе Кувша ҡалаһының почётлы гражданы (2010).
Биографияһы
Радий Хәлим улы Ғималетдинов 1954 йылдың 20 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Белорет ҡалаһында тыуған.
Юғары белемле: 1977 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын (хәҙерге Магнитогорск дәүләт техник университеты) тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ҡушва ҡалаһында завод лабораторияһы начальнигы булып башлай. Артабан вальц ҡойоу цехы начальнигы, производство буйынса директор урынбаҫары, генераль директор, «Ҡушва прокат валдары заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе вазифаларын башҡара.
Уның етәкселегендә 1990-сы йылдар аҙағында заводты реконструкциялау программаһы эшләнә. Был программа предприятиены тулыһынса модернизациялауҙы үҙ эсенә ала: ҡойоу производствоһы яңынан ҡорамалландырыла, 5 индукцион мейес ҡуйыла, термик мейестәр Словенияның «BOSIO» фирмаһы етештергән яңы мейестәргә алмаштырыла.
Радий Хәлим улы — 67 уйлап табыу, 9 патент авторы, 20-нән ашыу баҫма хеҙмәте бар.
Ҡаланың төп предприятиеларының береһен етәкләп, Радий Хәлим улы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. 1996 йылдан Ҡушва ҡала думаһына депутат итеп һайлана, бер нисә йыл дауамында ҡала директорҙар советы рәйесе була. 2008 йылдың мартында Ҡушва ҡала округы Думаһы рәйесе итеп һайлана һәм был вазифаны производство эшмәкәрлеге менән бергә алып бара.
Заводтың тотороҡло эшләүе һөҙөмтәһендә эш урындары һаҡлана, хеҙмәткәрҙәрҙең матди хәле яҡшыра. Радий Хәлим улына ҡала халҡының ихтыяждары һәм өмөттәре ят түгел: ул ауыр минуттарҙа ярҙам итә, матди һәм хужалыҡ ярҙамы күрһәтә.
Радий Хәлим улы етәкселегендә завод 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә шефлыҡ ярҙамы күрһәтә. Гимназияның 1-се кластан 11-се класҡа тиклем яҡшы уҡыған уҡыусыларына (ата-әсәләре заводта эшләгән осраҡта) завод гранттары рәүешендә хәйриә матди ярҙам күрһәтелә, шулай уҡ мәктәпте төҙөкләндереү өсөн аҡса бүленә[1].
2021 йылдың 31 июлендә вафат булды.[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының почётлы металлургы;
- Свердловск өлкәһе Кушва ҡалаһының почётлы гражданы (2010)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Гималетдинов Радий Халимович. Официальный сайт Кушвинского муниципального округа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.
- ↑ Скончался кандидат от «Единой России» в гордуму Кушвы. Ura.ru.
Һылтанмалар
• Официальный сайт Кушвинского городского округа. Почётные граждане. Гималетдинов Радий Халимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2024)
• Сайт Кушва-онлайн. Гималетдинов Радий Халимович, глава Кушвинского городского округа (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2024)