Ғәбитов Фәрит Фатих улы

Фәрит Фатих улы Ғәбитов (рус. Фарит Фатихович Габитов1937 йылдың 20 апреле, Аҙналы ауылы, Башҡорт АССР-ы2020 йылдың 12 ноябре, Өфө) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2014—2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Кинематографсылар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы кинематографсыһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Биографияһы

1937 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Аҙналы ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1960 йылда Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатында уҡытыусы-тәрбиәсе булып башлай. Унан «Ленинсе» («Ленинец») республика йәштәр гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1961—1964 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Комсомол ойошмаһының секретаре, хәрби часта политбүлек етәксеһенең ярҙамсыһы була.

1964—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Председателенең референты була. 1967 йылдың мартында КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитетына эшкә саҡыралар. Башта инструктор, унан пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары була. 1969 йылдың июлендә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге инструкторы итеп үрләтелә.

1990 йылдың сентябрендә "Башҡорт киновидео берекмәһе"нең генераль директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1992 йылда «Башкиновидеопрокат» дәүләт ижади-производство идаралығы етәксеһенең урынбаҫары итеп күсерелә. Был вазифаһында ул 2006 йылдың декабренә тиклем эшләй. «Башкиновидеопрокат» идаралығы бөтөрөлөп, «Башҡортостан» киностудияһына ҡушылғас, кино музейенә мөдир итеп тәғәйенләнә.

2011 йылдан Рәсәйҙең Кинематографсылар союзы ағзаһы.

2008 йылдың сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Кинематографсылар союзына яуаплы секретарь итеп һайлайҙар. Шул уҡ ваҡытта, йәмәғәт башланғысында, «Башҡортостан» киностудияһының кино музейында мөдир вазифаһын да алып бара.

2014 йылдың ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Кинематографсылар союзы рәйесе итеп һайлана.

Оҙайлы ауырыуҙан һуң 2020 йылдың 12 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].

Ижади эшмәкәрлеге

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Партия һәм совет органдарында эшләгәндә ижади ойошмалар, шулай уҡ, кинематография уның етәкселеге ҡарамағына ҡарай. Мәҙәниәт көндәре, байрамдар, күренекле ваҡиғаларға арналған сәнғәт фестивалдәре, кинофестивалдәр уның әүҙем ҡатнашлығында үтә.

«Пугачев», «Ай тотолған төндә», «Алтын атлы һыбайлы» фильмдәре төшөрөлгәндә консультант була.

Республикала киносәнғәтен пропагандалау, организации тематик кисәләр ойоштороу, ижади осрашыуҙар, киноға бәйләнгән саралар үткәреү буйынса башҡарған эштәре баһалап бөткөһөҙ.

Республиканың кино музейына нигеҙ һалыусы. Кино сәнғәте тарихын ентекләп өйрәнеп, кинематографияға ғүмерен арнаусы шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү өҫтөндә эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәйҙең почётлы кинематографсыһы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы

Ғаиләһе

Иҫкәрмәләр