Ғәйетбаев Мөхтәр Бәҙетдин улы

Ғәйетбаев Мөхтәр Бәҙетдин улы (рус. Гаитбаев Мухтар Базетдинович; башҡа документтар буйынса — Ғәйетбаев Мөхтәр Ғәйетбай улы[1] (1917 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант[2]. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, 148-се гвардия артиллерия-миномет полкы пулеметсыһы[2]. Ҡыҙыл Йондоҙ (1943)[2], II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордендары[3] кавалеры.

Биографияһы

Мөхтәр Бәҙетдин улы Ғәйетбаев 1917 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған[2]. 1941 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия Чернигов) составында хәрби юлын 1943 йылдың 19 февраленән алып 1945 йылдың 26 апреленә тиклем 148-се гвардия артиллерия-миномет пулеметсыһы булып үтә. Тиңһеҙ алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби ордендарға һәм миҙалдарға лайыҡ була.

Һуғыштан һуңғы яҙмышы билдәһеҙ.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
  • Ватан һуғышы ордены (1945)
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1945)
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)

Һылтанмалар