Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы

Рәсимә Риф ҡыҙы Гайфуллина (рус. Расима Рифовна Гайфуллина; 1964 йылдың 4 майы, Нәсибаш, Башҡорт АССР-ы) — театр артисы. 1991 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2011) һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019). Константин Станиславскийҙың көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе.

Биографияһы

Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы 1964 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Нәсибаш ауылында тыуған[1]

Ошо райондың Лаҡлы урта мәктәбен тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Ғабдулла Ғиләжев курсы буйынса юғары һөнәри белем ала һәм үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1989 йылда Салауат районы үҙәге Малаяҙҙағы район мәҙәниәт һарайында инструктор булып башлай, сәхнәлә йырҙар менән сығыш яһай, «Йүрүҙән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы була[2].

Артабан уны Өфөләге Йәш тамашасы театрына (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры) эшкә саҡыралар. 1991 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театрында[3]. «Айская» псевдонимы менән дә сығыш яһай[1].

2024 йылдың 20 июнендә «Нур» театрында сәхнә оҫтаһының юбилей бенефисы үтте, унда актрисаға Сәхибъямал Ғиззәтуллина-Волжская исемендәге миҙал тапшырылды[4].

Спектаклдәрҙәге төп ролдәре

Рәсимә Ғәйфуллина — күп яҡлы актёр, йырлау һәләтенә эйә. Ижадына художество һәм психологик сараларҙы талапсан, һайлап ҡулланыу хас.

  • Кинйә («Иҙеүкәй менән Мораҙым», М.А.Буранғолов, дебют, 1990, Йәш тамашасылар театры)
  • Сәрүәр («Башмағым», Т.Ғиззәт һәм Й.Фәйзи)
  • Мәүлә («Аҙашҡан күңел», М. Фәйзи)
  • Софья Хановна (Ғ. Исхакиҙың «Көҙ» повесы буйынса И.А. Мөхәмәтғәлиевтың шул уҡ исемле инсценировкаһы)
  • Жаннет («Киске табын», Мостай Кәрим)
  • Сафия («Еҙнәкәй», Х.К. Ибраһимов)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011)
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019)
  • Константин Станиславскийҙың көмөш миҙалы
  • Сәхибъямал Ғиззәтуллина-Волжская исемендәге миҙал (2024)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Һ. С. Сәйетов. Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (баш.)
  2. Газета «Уфимские Ведомости» — приложение к журналу «Уфа». Лилия ЗИМИНА. «На сцене я смеюсь и плачу» ... (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 май 2024)
  3. Уфимский государственный татарский театр «Нур». Офиицальный сайт. ТРУППА. ГАЙФУЛЛИНА РАСИМА РИФОВНА (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 май 2024)
  4. В Уфе состоялся бенефис народной артистки Башкортостана Расимы Гайфуллиной. ИА «Башинформ», 21 июня 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2024)

Әҙәбиәт

Һылтанмалар