Ғәйфуллин Булат Нәҡи улы
Ғәйфуллин Булат Нәҡи улы (рус. Гайфуллин, Булат Накиевич; 1960 йылдың 25 июне, Салауат, Башҡорт АССР-ы) — программалаусы, эшҡыуар, «Руссофт» ассоциацияһын ойоштороусыларҙың береһе һәм уның беренсе президенты[1], «Силикон Тайга» программалау тәьминәтен әҙерләүселәр альянсын булдырыусы[2]. Геронтология, ҡартайыу процестары өлкәһендә эксперт — Мәскәү дәүләт университетындағы Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәте геронтология секцияһының техник секретары, Рәсәй Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Геронтология йәмғиәтенең Мәскәү бүлексәһе идара ағзаһы, «Canadian Longevity Association» директорҙар советы ағзаһы. Төп ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — «Practical Longevity» (мәғлүмәт аналитикаһы һәм ҡартайыу процестарын тотҡарлау өлкәһендәге ғәмәли проекттар). Техник фәндәр кандидаты[3].
Белеме
Булат Нәҡи улы Ғәйфуллин 1960 йылдың 25 июнендә Башҡорт АССР-ының Салауат ҡалаһында тыуған. 1977 йылда урта мәктәпте тамамлағас, 1977—1982 йылдарҙа МДУ-ның иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика факультетында уҡый. 1985 йылда иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика факультетының иҫәпләү комплекстары системаларын автоматлаштырыу кафедраһында аспирантура тамамлай. Техник фәндәр кандидатлығына диссертация яҡлай[4].
2014—2015 йылдарҙа Мәскәү бизнес мәктәбендә (Moscow Business School) «Клиника персоналына идара итеү» һәм «Медицина бизнесында менеджмент» курстарында уҡый. 2009—2010 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының психология факультетында «Ойоштороу психологияһы һәм персоналға идара итеү» белгеслеге буйынса икенсе юғары белем ала. 2019—2020 йылдарҙа Мәскәү психоанализ институтында «Оло йәштәгеләр менән эшләүҙә психотехнологиялар һәм ҡартайыуҙы психопрофилактикалау» һәм Волгоград социаль өлкә белгестәрен профессиональ әҙерләү гуманитар академияһында «Геронтологияла клиник психология» программалары буйынса уҡый[3].
Карьераһы
1986—1988 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының фәнни приборҙар эшләү эсперименталь заводында, 1988—1991 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Микроэлектроника проблемалары институтында эшләй. 1991 йылдан «Интерфейс Ltd» компанияһы хеҙмәткәре була, ул 2014 йылда ябыла[5].
2000—2004 йылдарҙа АРПО/NSDA программалау тәьминәтен эшләүселәр альянсы (артабан ул «Руссофт» тип үҙгәртелә) президенты, 2004 йылда ошо ассоциацияны ойоштороусыларҙың береһе һәм уның беренсе президенты була.
2010 йылдан «Интерфейс Ру» һәм «Интерфейс Дис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә генераль директор вазифаһын биләй[6].
2000 йылдан «Silicon Taiga» программалау тәьминәтен әҙерләүселәр альянсы президенты[7][8].
Фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
Геронтология һәм ҡартайыуға ҡаршы медицина өлкәһендәге практик эшмәкәрлеге:
- «Medbiokor» проекты сиктәрендә коммерциялаштырыу һәм (күҙәнәк) технологияларын трансферлау (2014—2016).
- «Xanadu-Medbiokor Stem Cell Institute & Research Group» (Bahamas) — бизнес-план әҙерләү, күҙәнәк технологияларын ҡулланыуға лицензия алыу, инвесторҙар менән эшләү (2015—2017).
- «The manawa heaven» (MedCan New Zealand) — Яңы Зеландияла ҡартайыуға ҡаршы клиника проектын әҙерләү (2016).
- Мәскәү дәүләт университетының Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәте геронтология секцияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Геронтология йәмғиәте ултырыштарын, семинарҙарын һәм конференцияларын ойоштороуҙа ҡатнашыу, Мәскәү дәүләт университетының Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәте геронтология секцияһы хеҙмәттәре йыйынтыҡтарын әҙерләү (2018—хәҙерге заман).
- Төньяҡ Америкала «Nobel.farm» ҡартайыуға ҡаршы йүнәлештәге продукттар линейкаһы етештереүсеһенең сауҙа вәкиллеген ойоштороу (Канада, АҠШ; 2019—2020).
- Longevity (& Precision) Medicine темалары буйынса мәғлүмәт аналитикаһы һәм тикшеренеүҙәр өлкәһендәге проекттарҙы ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу (Бөйөк Британия, Швейцария, АҠШ, Канада, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге клиникалар һәм сервистар); «Virtual Longevity Clinic» буйынса проекттың башланғыс стадияһын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу; «Aging Analytic Agency» өсөн «Practical Longevity» подразделениеһында консалтинг хеҙмәте күрһәтеү һәм уны етәкләү; «Longevity Medicine» йүнәлеше буйынса техник контрибутинг өсөн халыҡ-ара команда туплау (2021—2022).
- «Canadian Institute for Regenerative Medicine» (2022—хәҙерге заман).
- Мәскәү дәүләт университетының Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәте геронтология секцияһының техник секретары (2025 йылдан).
- «Canadian Longevity Association» директорҙар советы ағзаһы (2025 йылдан).
- В. М. Новоселов менән берлектә медицина тарихына һәм Мәскәү геронтологияһы тарихына арналған бер нисә ғилми мәҡәлә баҫтыра (2025)[9].
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
- 2000 йылғы рейтинг йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 30 компьютер компанияһы етәкселәренең береһе тип таныла («Карьера», № 7-8, 2000).
- Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә «Рәсәйҙең иң профессиональ 1000 менеджеры» рейтингы йомғаҡтары буйынса ИT-компанияларҙың (Менеджерҙар ассоциацияһы, «Коммерсантъ» нәшриәт йорто) иң профессиональ етәкселәре араһында 10-сы урынды биләй[10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Интеграция или консолидация?
- ↑ Консолидация разработчиков ПО входит в новую фазу
- ↑ 1 2 Гайфуллин Булат Накиевич. vmkcontent.zenfolio.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026.
- ↑ Клуб выпускников МГУ
- ↑ ЗАО «ИНТЕРФЕЙС ЛТД». Checko.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026.
- ↑ Гайфуллин Булат Накиевич. Генеральный Директор. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026.
- ↑ Гайфуллин Булат Накиевич. silicontaiga.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026.
- ↑ Булат Гайфуллин. e-xecutive.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026.
- ↑ Гайфуллин Булат Накиевич. istina.msu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026.
- ↑ Булат Гайфуллин признан одним из 1000 самых профессиональных менеджеров России
Һылтанмалар
- Дмитрий Пензин. Интеграция или консолидация? itWeek (423)9`2004 (16 март 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026.
- Андрей Колесов. Консолидация разработчиков ПО входит в новую фазу. itWeek (425)11`2004 (30 март 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026.
- Гайфуллин Булат Накиевич. Клуб выпускников МГУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026.
- Булат Гайфуллин признан одним из 1000 самых профессиональных менеджеров России. INTERFACE (26 декабрь 2001). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026.