Наил Ғәлиев
Наил Ғәлиев (төп исеме Голов Николай Афанасьевич; 1928 йылдың 9 октябре, Юрковка ауылы, Дедов ауыл Советы (Фёдоровка районы) — 2005 йылдың 7 феврале, Өфө) — баянсы, композитор. 1957—1998 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының баянсы-концертмейстры, «Өфө уттары» исемле тәүге башҡорт профессионал эстрада-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1988) һәм атҡаҙанған (1968) артисы.
Биографияһы
1928 йылдың 9 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[2] Юрковка ауылында тыуған. 1948 йылда Чкалов ҡалаһында (хәҙер Ырымбур) музыка училищеһын тамамлай.
1952 йылда Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә (Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) баянсы булып эшкә алына. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша. 1957—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының баянсы-концертмейстры булып эшләй.
1961 йылда «Өфө уттары» исемле тәүге башҡорт профессиональ эстрада-инструменталь ансамблен ойоштора һәм 1988 йылға тиклем уның алмашһыҙ етәксеһе була.
Халыҡ араһында үҙенең импровизаторлыҡ, аккомпаниаторлыҡ оҫталығы менән дан яулай. Репертуарында башҡорт һәм татар композиторҙарының йырҙарын һәм инструменталь пьесаларын һәм үҙенең әҫәрҙәрен башҡара.
Популяр йырсы булып танылған тормош иптәше Мәғфирә Ғәлиева башҡарыуында Наил Ғәлиевтың үҙе ижад иткән әҫәрҙәре йыр һөйөүселәр араһында киң тарала.
2005 йылдың 7 февралендә вафат була һәм Өфөлә ерләнә.
Инструменталь ансамбль өсөн пьесалары
- «Өфө уттары»,
- «Һабантуй»,
- «Бөрйән бейеү көйҙәре»,
- «Егеттәр бейеүе»,
- «Юлдаш»
Йырҙары
- «Башҡортостан»,
- «Оҙата кил»,
- «Өс егет йөрөй артымдан»,
- «Өфө куранттары» Шәриф Бикҡол һүҙҙәре;
- «Бөрлөгәнем» Р. Т. Вәлиева һүҙҙәре;
- «Һалдат йыры» Әнғәм Атнабаев һүҙҙәре.
Китаптары
«Уйнайыҡ та йырлайыҡ». Өфө, 1994.
Ғаиләһе
- Ҡатыны — Мәғфирә Ғәлиева, йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011).
- Улы — Вячеслав Голов, журналист, «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире (2005). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2020).
- Ҡыҙы — Зарема.
- Ейәне — Артём, баянсы[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы
- ↑ Гөлфиә Юнысова. Шулай йырлаған был биш йәшлек сая ҡыҙ кем икән?! (башҡ.). tamasha-rb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
Һылтанмалар
- Наил Ғәлиев // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 апрель 2022)
- http://www.ye02.ru/litra/10727-bashort-moon-itep-bashort-yyn-yr-itep.html
- http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--