Ғәлиева Мәғфирә Ильяс ҡыҙы
Мәғфирә Ильяс ҡыҙы Ғәлиева (рус. Магфира Ильясовна Галеева; 1928 йылдың 24 декабре, Урта Муйнаҡ, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 2016 йылдың 3 октябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011), РСФСР-ҙың эстрада артистары конкурсы дипломанты, СССР халыҡтарының фольклор йыры конкурсы лауреаты.
Биографияһы
1928 йылдың 24 декабрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер — Ейәнсура районы) Урта Муйнаҡ ауылында тыуған.
Бала саҡтан уҡ радионан Әсмә Шайморатова, Диана Нурмөхәмәтоваларҙың йырын тыңлап, «Ете егет», «Киленсәк», «Апаһы әйтмәй, һылыуы әйтә», «Томан», «Ата зары» («Хисам») йырҙарын йырлап үҫә.
Мәскәү консерваторияһында композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов хәстәрлеге менән башҡорт студияһы асылғас, ауылдар буйлап таланттар эҙләгәндә, Ейәнсура районынан Мәғфирә Ғәлиева менән Сөләймән Абдуллинды һайлап алалар. Ул ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләүсе Ҡадир Бакиров йәш Мәғфирәлә яҡташы сәсән Хисаметдиндың йыр сәнғәтенә оҫталығын таный. П. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында Мәғфирә илдә киң билдәле музыка белгесе В. Карин-Вешкарев класында уҡый. Данлыҡлы йырсы Ирма Яунзем тәүге дәрестәрҙән үк башҡорт ҡыҙының тауышына, башҡарыу һәләтенә һәм образға инә белеүенә иғтибар итә. Улар ғүмер буйы аралашып йәшәй.
Мәғфирә Ғәлиева — 62 халыҡ телендә йырлаған йырсы. Ул — бер нисә секунд эсендә сәхнәгә шул халыҡтарҙың милли кейемендә сығып, йырсы булараҡ образға инә белеү оҫталығын бермә-бер арттырған сәнғәт маһиры. Ире, композитор Наил Ғәлиев (Николай Голов) менән Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең, элекке СССР-ҙың бик күп төбәгендә, сит илдә сығыш яһағандар.
Башҡортостан сәнғәтендә 1953 йылдарҙан башлап яңыса яңғырашлы эстрада йырҙары ишетелә башлай. Ирле-ҡатынлы Мәғфирә менән Наил Ғәлиевтар, «Өфө уттары» тигән инструменталь ансамбль төҙөп, башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалыусылар булып таныла.
Мәғфирә Ғәлиева 2016 йылдың 3 октябрендә Өфөлә вафат булды[1].
Маҡтаулы исемдәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1965).
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011).
Ғаиләһе
- Тормош иптәше — Наил Ғәлиев, баянсы-композитор, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1988) һәм атҡаҙанған (1968) артисы.
- Улы — Вячеслав Голов, журналист, «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире (2005). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2020), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Ҡыҙы — Зарема.
- Ейәне Артём, баянсы[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Уфе скончалась народная артистка Башкортостана Магфира Галеева.
, 2016, 4 октябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 октябрь 2016)
- ↑ Гөлфиә Юнысова. Шулай йырлаған был биш йәшлек сая ҡыҙ кем икән?! (башҡ.). tamasha-rb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
Һылтанмалар
- Ғәлиева Мәғфирә Ильяс ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 апрель 2022)
- Йәйғор төҫөндә донъям. Йәшлек гәзите. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Ғәлиева М. Киттең дә яңғыҙ иттең… : Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы Наил Ғәлиев (Николай Голов) хаҡында / Мәғфирә Ғәлиева // Башҡортостан. — 2006. — 10 февр.