Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы
Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов (рус. Салимзян Галимзянович Галимзянов; 1915 йылдың 25 сентябре, Төлгөҙбаш, Өфө губернаһы — 2005 йылдың 12 июле, Екатеринбург) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Гвардия кесе сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
1915 йылдың 25 сентябрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Төлсөкбаш ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Төлгөҙбаш ауылы) тыуған[1].
1942 йылдан башлап Сталинград, Көньяҡ-Көнсығыш, Дон, Воронеж, Ялан һәм 2-се Украина фронттарында хеҙмəт итə. Днепр өсөн алышта батырлыҡ күрһәтә[2].
Батырлығы
1943 йылдың 24 сентябренән 25 сентябренә ҡараған төндә Сәлимйән Ғәлимйәнов Украина ССР-ы Днепропетровск өлкәһе Верхнеднепровск районы Домоткань ауылы янында Днепр йылғаһы аша сыға. Көнбайыш ярҙағы плацдармда, яраланған рота командиры менән бергә ҡамауҙа ҡалып, ул дошмандың һөжүм итеҙәрен кире ҡағырға һәм командирын ҡотҡарырға өлгәшә. 50-гә яҡын дошман һалдатын һәм 2 офицерын юҡ итә, шулай уҡ 2 пулеметты ҡулға төшөрә[2][3].
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 26 октябрендәге Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы Һәм ҡаһарманлығы өсөн» гвардия ҡыҙылармеецы Сәлимйән Ғәлимйәновҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, уға Ленин ордены һәм 1356-сы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[2][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Советтар Союзы Геройы (26.10.1943);
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (26.10.1943);
- Ленин ордены (26.10.1943);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3];
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (13.10.1943)[3];
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы.
Хәтер
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов исеме Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[4][5];
- Тыуған ауылында геройға бюст ҡуйылған[1];
- Асҡын районының Асҡын ауылы урамына уның исеме бирелгән[1];
- 2010 йылдан районда Советтар Союзы Геройы Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы иҫтәлегенә арналған шахмат ярыштары үткәрелә, артабан улар төбәк-ара кимәлгә күтәрелә[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 И. Ғ. Кәримова. Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы. «Герои страны» сайты.
- ↑ 1 2 3 4 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 49, л. 4, 214, 215)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. (рус.)
Әҙәбиәт
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- В большом наступлении. — М., 1964.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Ераносьян В. За Днепром //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.
Һылтанмалар
- Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы. «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2025)
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы