Ғәниев Реналь Рәмил улы
Реналь Рамил улы Ганеев (рус. Реналь Рамилевич Ганеев; 1985 йылдың 13 ғинуары, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — Рәсәй фехтовальщигы, Олимпия уйындары призёры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (фехтование, рапира).
Рәсәйҙең спорт мастеры (2000), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2004) (фехтование). Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең капитаны.
Рәсәй йыйылма командаһында 2004 йылдан. Мәскәү өлкәһе һәм ЦСКА (Рәсәй Армияһы өсөн) өсөн сығыш яһаны. Бейеклеге — 182 см. Ауырлығы — 75 кг. Беренсе тренеры — Әүпов Рәмил Исмәғил улы. Спорт карьераһын 2018 йылда тамамлаған[1].
Ҡаҙаныштары
Рәсәй чемпионатының команда ярышында еңеүсе һәм шәхси ярышта көмөш призёры (2004). Европа чемпионатының команда ярышында еңеүсе һәм шәхси ярышта көмөш призёры (2004). Юниорҙар араһында донъя чемпионаттарының шәхси ярышта еңеүсеһе (2003) һәм көмөш призёры (2004). 2004 йылғы йәйге Олимпия уйындарының (Афина, 2004) команда ярышында бронза призёры. Донъя Кубогының команда ярышында көмөш призёры (2004). Рәсәй чемпионы (2011) шәхси һәм команда ярыштарында. Тренерҙары — Р. И. Аюпов һәм Әнүәр Ибраһимов.
Һөҙөмтәләре
- Шәхси зачётта
- донъя чемпионатының көмөш призёры (2002);
- БДБ, Балтия һәм Рәсәй төбәктәре спорт уйындарының бронза призёры (2002) егеттәр араһында;
- донъя чемпионы (2003);
- Европа чемпионы (2003);
- Рәсәй чемпионы (2003);
- юниорҙар араһында донъя чемпионатының көмөш призёры (2004);
- юниорҙар араһында донъя чемпионатының бронза призёры (2005);
- Гран-при халыҡ-ара ярыштарының бронза призёры (2009, Италия);
- Европа чемпионатының көмөш призёры (2004);
- Европа чемпионатының бронза призёры (2010);
- Рәсәй чемпионы (2011);
- Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2004);
- Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2002; 2012);
- Рәсәй ҡышҡы чемпионатының көмөш призёры (2002);
- Рәсәй Кубогы эйәһе (2007; 2011) ир-егеттәр араһында.
- Команда зачётында
- БДБ, Балтия һәм Рәсәй төбәктәре спорт уйындарының еңеүсеһе (2002) егеттәр араһында;
- донъя чемпионы (2005);
- Европа чемпионы (2002, 2003);
- Рәсәй чемпионы (2002, 2003);
- донъя чемпионатының көмөш призёры (2003);
- донъя чемпионатының бронза призёры (2004);
- юниорҙар араһында Европа чемпионатының бронза призёры (2004);
- донъя чемпионатының бронза призёры (2009);
- Европа чемпионы (2004);
- Европа чемпионатының көмөш (2007; 2009; 2010) һәм бронза (2011) призёры;
- Рәсәй чемпионы (2003, 2004; 2009; 2010; 2011; 2012);
- Рәсәй чемпионатының көмөш (2002) һәм бронза (2005; 2006; 2007; 2008; 2009) призёры;
- Рәсәй Кубогы эйәһе (2004; 2011);
- Рәсәй Кубогының көмөш призёры (2008; 2010);
- Донъя Кубогы этаптарының еңеүсеһе (2010) һәм көмөш призёры (Шанхай; Ҡаһирә; Гавана — барыһы 2004; Санкт-Петербург — 2009);
- Гран-при еңеүсеһе (2010, Франция) ир-егеттәр араһында.
- Рәсәйҙең егеттәр һәм юниорҙар (2000 йылдан), милли (2003 йылдан) йыйылма командалары ағзаһы.
- 28-се Олимпиаданың бронза призёры (Афина, Греция, 2004);
- Бөтә донъя йәйге Универсиаданың чемпионы (2007) һәм бронза призёры (2005).
Белеме
Өфөнөң 5-се спорт профилле республика интернат-мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Өфөнөң 23-сө СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (1993 йылдан) һәм ШВСМ РБ (ГАУ ЦПВСМ РБ; 2002 йылдан; тренерҙары — Р. И. Аюпов, А. К. Ибрагимов, Ю. В. Лыков).
БИФК-ны (2008), БАГСУ-ны (2011) тамамлаған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы II дәрәжә — Физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн.
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (19 июль 2013 йыл) — Ҡазан ҡалаһында 2013 йылғы XXVII Бөтә донъя йәйге Универсиадала юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн.
- Салауат Юлаев ордены (2004).
- «Башҡортостанда фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2012).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ганеев Реналь Рамильевич. Федерация фехтования России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.