Ҡатмарлы сәскәлеләр

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡатмарлы сәскәлеләр
Изображение 12 соцветий астровых
Изображение 12 соцветий астровых
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Asteraceae Bercht. & J.Presl (1820), nom. cons.

Синонимдар
  • Compositae Giseke — Сложноцветные
Номенклатура тибы
Бүлендек таксондар
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  110

А́стра һымаҡтар (лат. Asteráceae), йәки Ҡатмарлы сәскәлеләр (лат. Compósitae) — ике өлөшлөләр ғаиләһе; Ер йөҙөндә 250 мең самаһы сәскәле үҫемлек төрө иҫәпләнә. Шуларҙың 32 меңгә яҡын төрөн ҡатмарлы сәскәлеләр семьяһына индерәләр. Бөтә ер шары буйлап таралған.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был ғаиләгә ҡараған үҫемлектәрҙең төрҙәре бер йыллыҡ, йә күп йыллыҡ үләндәр һәм сәскәләр, ярым ҡыуаҡ, һирәк осраҡта ҡыуаҡтар, йәки тәпәш ағастарҙан тора. Көнбағыш, астра, георгин, тырнаҡ гөл, хризан тема, зәңгәр сәскә, ромашкалар, бәпембә, үгәй инә үләне — ҡатмарлы сәскәле үҫемлектәр .

Сәскәлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

A sunflower.jpg

Был ғаиләгә ҡараған үҫемлектәрҙең төп айырмаһы исеменә бәйле, йәғни сәскәләре ҡатмарлы төҙөлөшлө.Ҡатмарлы сәскәлеләрҙең ваҡ сәскәләре кәрзинкә сәскәлеккә йыйылған. Кәрзинкәләге сәскәләр бөтәһе бергә йәшел япраҡсалар төргәге менән уратып алынған. Йыш ҡына ҡатмарлы сәскәлеләрҙең сәскәлеген яңылыш бер сәскә тип уйлайҙар. Мәҫәлән, бәпембәнең һары кәрзинкәһе күп таж япраҡсаларҙан торған эре ҙур бер сәскә кеүек күренә.

Кәрзинкә-сәскәлек — ҡатмарлы сәскәлеләр семьяһындағы үҫемлектәрҙең иң характерлы билдәһе. Ғәҙәттә, сәскәлектә бик күп һанда ваҡ сәскәләр бер уртаҡ сәскә төбөнә йыйылған. Сәскәләрҙең ике ҡат сәскә эргәлеге бар. Ләкин касаһы йә насар үҫешкән, йә каса урынына ярыларҙан йәки төксәләрҙән генә торған өлтөк була. Ҡушылып, көпшә рәүешендә үҫкән 5 таж япраҡсанан торған тажы, шулай уҡ 5 һеркәсе бар. һеркәстәре һеркәлектәре менән емешлек бағанаһы тирәләй ҡушылып үҫеп, һеркәслек көпшәһе барлыҡҡа килтерә. Сәскәлә 1 емешлек булып, уның емшәненән орлоҡ-емеш барлыҡҡа килә. Ҡатмарлы сәскәле күп үҫемлектәрҙең орлоҡтарында осҡостары—емештәрҙе ел ярҙамында таратыу өсөн ҡулайламаһы бар. Был осҡостар өлтөктәрҙән барлыҡҡа килә.

Таж төҙөлөшөнөң үҙенсәлектәренә ҡарап, был семья сәскәләренең бер нисә тибын айырып йөрөтәләр.

Бәпембә кәрзинкәһенең бөтә сәскәләре лә бер төрлө, һәр сәскәнең таж япраҡсалары аҫҡы яҡтан ҡушылып үҫеп көпшә барлыҡҡа килтерә, ә уның өҫкө өлөшө оҙон телгә оҡшаған. Шуға күрә ундайҙарҙы тел япраҡлы сәскәләр тип атайҙар . Шул телдең осонда 5 теш яҡшы беленеп тора. Былар боронғо ҡатмарлы сәскәләрҙә булған 5 таж япраҡсаһының ҡушылып үҫеү эҙҙәре. 5 һеркәстең һеркәлектәре ҡушылып үҫеп, көпшә барлыҡҡа килтерә. Шул көпшә эсенән ике башлы емешлек ауыҙы булған бағанасыҡ үтеп сыға. Каса аҡ төксәләр шәлкеменән тора. Емшәндән бик ваҡ орлоҡтар барлыҡҡа килә, уларҙың һәр ҡайһыһының нәҙек оҙон һабында төксәләр шәлкеме (осҡосо) була. Шуға күрә ел бындай емештәрҙе еңел тарата.

Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһендәге ҡайһы бер үҫемлектәрҙең, мәҫәлән, күп йыллыҡ сүп үләне — йыуаш билсәндән кәрзинкәләре тик көпшәле сәскәләрҙән тора . Йыуаш билсәндең емеше — өлтөклө орлоҡ. Ел осороп алып киткән был орлоҡтар берәй нәмәгә барып бәрелгәнсе оса. Барып бәрелгәс өлтөк һына, орлоҡ ергә төшә.


Сәскәнең формулаһы: Male and female sign.svg[2].

Япраҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Япрағы ябай, бөтөн, йәки теленмә, япраҡ ҡолаҡсыны юҡ(һабаҡ япрағы — йышыраҡ ултырма, сиратлы, һирәгерәк ҡапма-ҡаршы; тамыр эргәһендәгеһе- һаплы, суҡлы.

Емеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Carduus defloratus - blossom (aka).jpg
Tagetes patula (2).JPG
Osteospermum.jpg

Емеше-орлоҡса. Сәскәлә бер емешлек булып, уның емшәненән орлоҡ-емеш барлыҡҡа килә. Ҡатмарлы сәскәле күп үҫемлектәрҙең орлоҡтарында осҡостары—емештәрҙе ел ярҙамында таратыу өсөн ҡулайламаһы бар. Был осҡостар өлтөктәрҙән барлыҡҡа килә.

Таралыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатмарлы сәскәлеләр бөтә ер шары буйлап таралған. Орлоҡтары кеше, хайуандар (бөжəктəр, ҡоштар, имеҙеүселəр һәм башҡалар), ел һəм һыу ярҙамында таратыла. Ҡатмарлы сәскәлеләр болонда, яланда, урманда, далала; дымлы урында, һирəгерəк һыуҙың һай урынында үҫə. Улар араһында дарыу үҫемлектəре (бейек андыҙ, урыҫ кейеҙ үлəне, əсе əрем, ябай үгəй инə үлəне, ябай еҙтөймə,шифалы ромашка, тырнаҡ гөл, эт дегәнәге һәм башҡа), декоратив үҫемлектəр (альп астраһы, ябай аҡ сəскə һәм башҡа), баллы үҫемлектəр (дарыу бəпембəһе, тумалаҡ башлы терпекəй үлəн, ябай меңъяпраҡ һәм башҡа). Туҡланыу өсөн кеше был ҙур семьянан сағыштырмаса аҙ үҫемлектәрҙе үҫтерә. Уларҙың иң мөһимдәре: көнбағыш һәм ер грушаһы, йәки топинамбур. Ләкин ҡатмарлы сәскәлеләрҙең күбеһе — ҡиммәтле декоратив үҫемлектәр (георгиндар, хризантемалар, астралар). Ҡайһы бер ҡатмарлы сәскәле адвентив үҫемлектəргə (хуш еҫле хамомилля, əрем япраҡлы амброзия, ябай һаҫыҡшырау һ.б.), ҡый үлəндəренə (баҡса һары билсəне, күк суҡмарбаш, шырт билсəн, алтын сәскә, йыуаш билсән, баҫыу зәңгәре кеүек ҡый үләндәре) ҡарай.

Хужалыҡта ҡулланылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туҡланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатмарлы сәскәлеләрҙең күп төрҙәре культуралы үҫемлектәргә инә.Улар араһында май биреүсе культуралар (көнбағыш, сафлор һәм башҡалар), шулай уҡ: ер грушаһы, йәки топинамбур, цикорий, артишок, латук, стевия һәм башҡалар бар.

Декоратив үҫемлектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатмарлы сәскәлеләрҙең күбеһе — ҡиммәтле декоратив үҫемлектәр (георгиндар, хризантемалар, астралар, цинниялар,). Маргаритка, цинния, кореопсис, бархатцы, тырнаҡ гөл һәм башҡалар.

Медицинала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беҙҙең илдәге күп һанлы ҡатмарлы сәскәле үҫемлектәрҙеь ҡайһы берҙәре ҡара көҙгә тиклем сәскә ата. Аптека ромашкаһы йәки шифалы ромашка — хуш еҫле бер йыллыҡ үҫемлек. Уның кәрзинкәһендәге сәскәләр ике типта: уртаһында көпшәле, алтын дай һары, ә ситтәгеләре — тел һымаҡ, аҡ төҫтә була. Емештәре — оҙонса орлоҡтар. Аптека ромашкаһы — киң таралған үҫемлек. Уны Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң бөтә райондарында Кавказда, Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта һәм Урта Азияла осратырға мөмкин. Ул ҡалдау һәм ташландыҡ ерҙәрҙә, торлаҡ тирәләрендә үҫә. Эфир майҙарына бай булған йәш кәрзинкә сәскәлектәре дарыу сеймалы булып хеҙмәт итә. Медицинала шулай уҡ меңъяпраҡ, тырнаҡ гөл, эт дегәнәге, арнику, расторопша һәм башҡалар ҡулланыла.

Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына үҫемлектəрҙең 10 һирəк төрө (аҙ сəскəле əрем, ваҡ сəскəле соссюрея, төклө тоҡортаж һәм башҡалар), шулай уҡ реликттар (баргузин əреме, Завадский дендрантемаһы, яланғас еҫле сəскə) һəм эндемиктар (тарбаҡай татыр билсəне, урал соссюреяһы) индерелгəн.

Ҡый үләндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аллергик реакция — бесән биҙгәге(сенная лихорадка) барлыҡҡа килтереүсе үҫемлек — амборзия, ҡурҡыныстар иҫәбендә. Амброзияның тыуған иле — Америка булһа ла, ул бөтә ер шары буйлап таралған. Шул иҫәптән, был үҫемлектең утыҙ төрөнөң бишәүһе Рәсәйҙә лә таралған. Шулай уҡ алтын сәскә, йыуаш билсән, баҫыу зәңгәре кеүек ҡый үләндәре бар.


Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Мулдашев А. А. Высшие растения: краткий курс систематики с основами науки о растительности: Учебник. — 2-е, перабот. — М.: Логос, 2002. — 256 с. — 3000 экз. — ISBN 5-94010-041-4.
  • Корчагина В. А. Биология: Үҫемлектәр, бактериялар, бәшмәктәр, лишайниктар: Урта мәктәптең 6—7 синыфтары всөн дәреслек. 23-сө баҫманан тәржемә. Башҡортса өсөнсө баҫмаһы. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1999
  1. См. ссылку GRIN в карточке растения.
  2. Миркин, Б. М., Наумова, Л. Г., Мулдашев, А. А. Высшие растения: краткий курс систематики с основами науки о растительности: Учебник. — 2-е, перераб. — М.: Логос, 2002. — 256 с. — 3000 экз. — ISBN 5-94010-041-4.