Ҡаҙағстан ҡурсаулыҡтары исемлеге
Ҡаҙағстан Республикаһында 10 ҡурсаулыҡ иҫәпләнә. Был тәбиғәтте һаҡлау учреждениелары дәүләт милкенә ҡарай. Уларҙың дөйөм майҙаны — 1610 973 гектар, был ил территорияһының 5 проценттан ашыуын тәшкил итә[1].
Түбәндәге таблицала бөтә ҡурсаулыҡтар барлыҡҡа килеү тәртибе буйынса хронологик тәртиптә күрһәтелгән[2].
Ҡурсаулыҡтар
| # | Һүрәт | Исеме | Ойошторолоу йылы | Майҙан, га | Иҫкәрмәләр | Өлкә |
|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | Аҡһыу-Жабағлы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[3] | 1926 | 131 934 | Ҡаҙағстандың иң беренсе һәм иң боронғо ҡурсаулығы булып тора һәм шул уҡ ваҡытта илдәге ҡурсаулыҡтар араһында инеүе иң уңайлыһы. | Төркөстан өлкәһе һәм Жамбыл өлкәһе | |
| 2 | Алма-Аты дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[4] | 1931 | 71 700 | Ҡурсаулыҡтың төп маҡсаты — Төньяҡ Тянь-Шань тәбиғәт комплекстарын һаҡлау һәм өйрәнеү. | Алма-Аты өлкәһе | |
| 3 | Наурзум дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[5] | 1931 | 191 381 | 1951 йылдан 1966 йылға тиклем ябыла, 1966 йылда ҡурсаулыҡ статусы тергеҙелә. ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.. | Ҡостанай өлкәһе | |
| 4 | Барһакилмәҫ дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[6] | 1939 | 163 126 | Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә экстремаль экологик шарттары булған берҙән-бер ҡурсаулыҡ булып тора. Глобаль масштабтағы экологик һәләкәт зонаһында урынлашҡан (Арал диңгеҙе кимәленең түбәнәйеүе). | Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе | |
| 5 | Ҡорғалжын дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[7] | 1968 | 543 171 | ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә Сарыарка объекты составында инә (Төньяҡ Ҡаҙағстан күлдәре һәм далалары). | Аҡмулла өлкәһе һәм Ҡарағанды өлкәһе | |
| 6 | Марҡакүл дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[8] | 1976 | 102 971 | Көньяҡ Алтай битләүҙәрендә барлыҡҡа килгән. Тәүҙә майҙаны 71 300 гектар тәшкил итә, 2007 йылда киңәйтелә. | Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе | |
| 7 | Өсйорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[9] | 1984 | 223 342 | Өсйорт яҫы таулығының уникаль сүллек ландшафттарын, шулай уҡ Ҡыҙыл китапҡа индерелгән хайуандар, ҡоштар һәм үҫемлектәр һаҡлана. | Манғыстау өлкәһе | |
| 8 | Көнбайыш Алтай дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[10] | 1992 | 86 122 | Ҡара ылыҫлы тайганы һаҡлау маҡсатында төҙөлгән. Уның үҙенсәлеге — мүк ҡатламының булмауы һәм ныҡ үҫешкән үлән япмаһы. | Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе | |
| 9 | Файл:Ala-Kol.jpg | Алакүл дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[11] | 1998 | 65 672 | Тентек йылғаһы дельтаһының тәбиғи комплекстарын, фаунаһын һәм флораһын, шулай уҡ Алакүл күлендәге утрауҙарҙағы реликт аҡсарлаҡ һәм башҡа ҡоштарҙың уникаль популяцияһы һаҡлау өсөн булдырылған. | Етеһыу өлкәһе һәм Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе |
| 10 | Ҡаратау дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[12] | 2004 | 34 300 | Статусы буйынса — IUCN, был ҡәтғи тәбиғәт ҡурсаулығы, унда тик фәнни эштәр генә алып барыла.. | Төркөстан өлкәһе |
Географик урынлашыуы
Ҡаҙағстан ҡурсаулыҡтары
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Әҙәбиәт
- Денисова Н. В. Историко-географический обзор развития сети охраняемых территорий в ВКО // Экология и общество. — 2010. — № 2-3
- Западно-Алтайский заповедник // Новые заповедники Казахстана. — Алма-Ата, 1988—214 с.
- Михайлов В. Ф. Маркаколь. — Алма-Ата: Кайнар, 1983. — 168 с.
- Назбиев Е. Д. Жемчужина Алтая Экологический курьер. — 2011. — № 18
- Чернецкий В. А. Особо охраняемые природные территории Восточного Казахстана // Экологическое образование в Казахстане. — 2008. — № 2
Иҫкәрмәләр
- ↑ Заповедники Казахстана. Заповедники и национальные парки мира. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2023.
- ↑ Об утверждении перечня особо охраняемых природных территорий республиканского значения. РГП на ПХВ «Институт законодательства и правовой информации Республики Казахстан» Министерства юстиции Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2023.
- ↑ Национальные парки и заповедники в Казахстане. Travel.Ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2023.
- ↑ Алматинский заповедник: где находится, какие животные и растения там встречаются. nur.kz (6 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2023.
- ↑ История заповедника. Наурзумский заповедник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2023.
- ↑ Барсакельмесский государственный природный заповедник. Hospitality Kazakhstan. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2023.
- ↑ Коргалжынский государственный природный заповедник. Hospitality Kazakhstan. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2023.
- ↑ Краеведение Восточного-Казахстана. Краеведение Восточного Казахстана (21 ноябрь 2029). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2023.
- ↑ Устюртский природный государственный заповедник. Заповедники и национальные парки мира (19 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2023.
- ↑ Западно-Алтайский государственный природный заповедник. Краеведение Восточного Казахстана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2023.
- ↑ Алакольский государственный природный заповедник. Hospitality Kazakhstan. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2023.
- ↑ Каратауский заповедник: дата основания, расположение, животные и растения природного комплекса. nur.kz (8 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2023.