Ҡобырын
Ҡобырын (бел. Кобрын) — Беларустың Брест өлкәһендә урынлашҡан ҡала. Ҡобырын районының административ үҙәге. Халыҡ һаны буйынса өлкә буйлап дүртенсе урында (Брест (Берәҫ), Барановичи һәм Пинск ҡалаларынан ҡала).
2025 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 52 432 кеше.
Геральдикаһы
Гербы һәм флагы Беларусь Республикаһы Президентының 2004 йылдың 22 июлендәге № 340 Указына ярашлы раҫлана] һәм Беларусь Республикаһының Дәүләт геральдик регистрына № Б-13 һәм Б-14 һандары менән теркәлә. Улар Ҡобырын район Советы депутаттарының 2002 йылдың 4 декабрендә ҡабул ителгән № 119 ҡарары менән раҫлана[3].
Географик мәғлүмәт һәм транспорт
Ҡала Полесье биләмәһенең көнбайыш өлөшөндә, Мухавец йылғаһының Днепр-Буг каналы менән ҡушылған урындың тигеҙ ярҙарында урынлаша. Бресттан 41 километр көнсығышта ята. Ҡаланың майҙаны — 31,6 км². Төньяҡтан көньяҡҡа һәм көнбайыштан көнсығышҡа табан оҙонлоғо яҡынса һигеҙ километр.
Ҡобырын — мөһим автомобиль транспорт үҙәге. Ҡала аша М1 (Брест (Берәҫ) — Мәскәү) автомагистрале үтә; был юл Европа маршруты E30-ҙың бер өлөшө булып тора. Тимер юл транспорты яғынан Ҡобырындың ҙур әһәмиәте юҡ.
Ҡала йәмәғәт транспорты автобус маршруттары (17 йүнәлеш) һәм маршрут таксиҙары менән күрһәтелә. Шәхси эшҡыуарҙарҙың автобустарын иҫәпкә алмағанда, ҡала пассажирҙар ташыу нормативы — һәр 2000 кешегә 1 автобустан артыҡ — 16 %-ҡа арттырып үтәлә.
Ҡала аша Мухавец йылғаһы өҫтөнән өс автомобиль күпере (үҙәктә, көнбайышта һәм көнсығышта), шулай уҡ тимер юл күпер бар.
Тарихы
Ҡобырынҡы йылғаһы Мухавецҡа ҡойған урында нығытма барлыҡҡа килеү менән бәйле тораҡтың нигеҙ һалынған ваҡытын билдәле мәғлүмәттәр буйынса аныҡлау мөмкин түгел. 1999 йылда археолог О. В. Йов шурф ҡаҙыу эштәре барышында IX—X быуаттарға ҡараған керамика ҡалдыҡтарын тапҡан. Быға тиклем ҡалала 1,5—2 метр тәрәнлектә боронғо бүрәнәләрҙән һалынған юл өлөштәре асыҡланған була.
Ҡобырын ерҙәре беренсе тапҡыр телгә алынғандан алып Волын кенәздәренең милкендә була. XIV быуаттың тәүге яртыһынан ҡала Бөйөк Литва кенәзлеге составына инә.
1497 йыл тирәһендә Ҡобырын замоктарының көнбайышында һуңғы ҡобырын кенәзе Спас монастырын төҙөтә (бер бина ғына һаҡланған). Ҡала көнсығыштан көнбайышҡа Мухавец йылғаһы буйлап төҙөлә. Йылғаның киң үҙәне ҡаланы ике өлөшкә бүлә. 1563 йылдағы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, һул ярҙа 5 урам, сауҙа майҙаны һәм ҡала ратушаһы (һаҡланмаған) була, уң ярҙа — 2 урам. 1540 йылда Ҡобырын биләмәһендә Бона каналы төҙөлә — был Белоруссияла билдәле булған тәүге мелиорация объекттарының береһе.
1589 йылда ҡалаға Магдебург хоҡуғы һәм герб бирелә.
1795: Ҡобырын Рәсәй империяһы составына инә һәм Гродно губернаһы составындағы Ҡобырын өйәҙе үҙәге була. 1897: Ҡала халҡы 10 408 кеше.. Шуларҙың 64,7 % йәһүд телен тыуған тел тип күрһәтә, 15,6 % — украин, 12,5 % — урыҫ, 4,5 % — поляк, 0,8 % — беларус телен ҡуллана. Ҡалала 30 предприятие иҫәпләнә.
1915: Беренсе донъя һуғышы осоронда Ҡобырын немец ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. 1919: Ҡала поляк армияһы тарафынан баҫып алына. 1921—1939: Кобрин II Речь Посполитая составында була һәм Полесье воеводствоһының повет үҙәге була. 1939: Сентябрь айында ҡала совет ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына, БССР составына индерела. 1940: Ғинуарҙан Ҡобырын район үҙәге булып китә. 1939: Ҡала халҡы 15,3 мең кеше. 1941 йылдың 23 июненән 1944 йылдың 20 июлына тиклем ҡала немец ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана.
2002 йылдың 4 ғинуарында Ҡобырын районы һәм Ҡобырын ҡалаһы бер административ-территориаль берәмеккә берләштерелә — Ҡобырын районы, үҙәге Ҡобырын ҡалаһы булып иҫәпләнә.
Милли состав
| Милли состав (2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса):[4][5] | ||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Бөтәһе (2009) | Белорустар | Урыҫтар | Украиндар | Поляктар | Әрмәндәр | |||||
| 51 166 | 44 659 | 87,28 % | 3945 | 7,71 % | 1668 | 3,26 % | 411 | 0,8 % | 54 | 0,11 % |
| Татарҙар | Әзербайжандар | Гректар | Немецтар | Молдавандар | ||||||
| 51 | 0,1 % | 23 | 0,04 % | 22 | 0,04 % | 22 | 0,04 % | 19 | 0,04 % | |
| Грузиндар | Йәһүдтәр | Сиғандар | Литвалар | мордвалар | ||||||
| 13 | 0,03 % | 13 | 0,03 % | 13 | 0,03 % | 10 | 0,03 % | 9 | 0,02 % | |
- ↑ В Кобринском райисполкоме новый председатель
- ↑ Географический словарь русской земли. (IX-XIV ст.). Вильно. 1865. стр. 99
- ↑ Указ Президента Республики Беларусь от 22 июля 2004 г. №340 "Об учреждении официальных геральдических символов Кобринского района", Законодательство Республики Белоруссии. 2025-06-012 тикшерелгән.
- ↑ Перепись населения 2009. Национальный состав Республики Беларусь. Том 3 Архивная копия от 18 февраль 2019 на Wayback Machine. — Мн., 2011 — С. 108—109.
- ↑ Национальный состав Брестской области (бюллетень). Архивировано из оригинала 3 ноябрь 2011 года.. Национальный статистический комитет Республики Беларусь. С. 17.