Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина (рус. Гульнур Галинуровна Кульсарина; 1977 йылдың 19 октябре, Аллағыуат ауыл советы, Башҡорт АССР-ы) — филолог-ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт органдары хеҙмәткәре. 2017 йылдан Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе. «Башҡортостан Республикаһының Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе[1]. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе[2] (2023 йылдан). Башҡортостан Республикаһының VI (2018—2023)[3] һәм VII (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018)[4]. Филология фәндәре докторы (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2024).
Биографияһы
Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы 1977 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Аллағыуат ауылында тыуған[5].
1999 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 2007 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаған[5].
2000 йылдан Урындағы ҡораллы низағтар һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы реабилитациялауҙың (рус.)баш. республика социаль-психология хеҙмәте, Йәштәрҙең хеҙмәт мәшғүллегенә ярҙам итеү үҙәге директоры, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитетының Ойоштороу-масса, хоҡуҡи һәм социаль эш бүлеге начальнигы[5].
2007 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Эске сәйәсәт идаралығының әйҙәүсе консультанты, гражданлыҡ институты менән бәйләнеш буйынса бүлектең баш консультанты, ижтимағи-сәйәси үҫеш бүлеге мөдире урынбаҫары[6].
2010 — 2021 йылдарҙа — «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры ярҙамсыһы, генераль директор урынбаҫары. Бер уҡ ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Тел ғилеме бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре.
2021 йылдың февраленән «Коммерческий Инновационный Трест» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте директорының ижтимағи-сәйәси һәм стратегик (рус.)баш. мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
2023 йылдан — «Башҡортостан» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам республика үҙәге автономиялы коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте директоры, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе[7].
Фәнни эшмәкәрлеге
Ғалим башҡорт фольклоры телен өйрәнеү, фольклор донъяһының милли картинаһын семантик реконструкциялау (рус.)баш., фольклор текстарын лингвистик анализлау нигеҙендә уның ҡиммәттәре системаға һалыу менән шөғөлләнә[5]. 2004 йылда «Язык и стиль башкирских народных сказок» тигән темаға кандидатлыҡ[8], 2018 йылда — «Этноязыковая картина мира в текстах башкирского фольклора» тигән темаға «филология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[9]. 200-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә һәм алты монография авторы.
Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре
- Язык и стиль башкирских народных сказок. Уфа, 2009;
- Национальная языковая картина мира в текстах башкирского фольклора. Уфа, 2017.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан Республикаһының VI[3] һәм VII саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының парламенттағы фракцияһы һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ағзаһы[4];
- Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе[10];
- «Халыҡ контроле» федераль партия проектының төбәк координаторы;
- Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе;
- «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» Республика конкурсы авторы һәм етәксеһе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2017);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022)[11];
- Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2024)[12][13];
- «Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары — 2026» милли премияһы «Төбәк ҡатын-ҡыҙы» номинацияһының еңеүсеһе[14];
- Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «Армия генералы Маргелов» һәм «Үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн» миҙалдары[6];
- Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәтенең почётлы хеҙмәткәре;
- «Серебряный голубь» милли йәмәғәт премияһы лауреаты;
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы;
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да сәс нур халҡыңа» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Председатель Регионального отделения ОГО «Ассамблея народов России» Республики Башкортостан Кульсарина Гульнур Галинуровна. Региональное отделение ОГО «Ассамблея народов России» Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026. (рус.)
- ↑ Руководитель филиала Кульсарина Гульнур Галинуровна. Фонд «Защитники Отечества». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 6 созыв (РБ). Кульсарина Гульнур Галинуровна. Кизильский одномандатный избирательный округ № 28. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Кульсарина Гульнур Галинуровна. Кизильский избирательный округ № 28. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 Кульсарина Гульнур Галинуровна. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (30 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Лица Партии Кульсарина Гульнур Галинуровна. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026. (рус.)
- ↑ Алик Шакиров. В Башкирии открылся региональный филиал фонда «Защитники Отечества». ИА «Башинформ» (31 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026. (рус.)
- ↑ Язык и стиль башкирских народных сказок. Тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 10.02.02, кандидат филологических наук Кульсарина, Гульнур Галинуровна. disserCat — электронная библиотека диссертаций (2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026. (рус.)
- ↑ Этноязыковая картина мира в текстах башкирского фольклора. Тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 10.02.02, доктор наук Кульсарина Гульнур Галинуровна. disserCat — электронная библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026. (рус.)
- ↑ РОО «Общество башкирских женщин». Председатель Кульсарина Гульнур Галинуровна. Региональная общественная организация «Общество башкирских женщин». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2026. (рус.)
- ↑ Радий Хабиров поздравил женщин Башкортостана с Международным женским днём. Интернет—портал «Культурный мир Башкортостана» (7 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026. (рус.)
- ↑ Орденом дружбы народов удостоили руководителя Ассамблеи в Республике Башкортостан. Региональное отделение ОГО «Ассамблея народов России» Республики Башкортостан. Официальный сайт (1 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026. (рус.)
- ↑ Руководителя «Ассамблея народов России» Гульнур Кульсарину наградили орденом дружбы народов РБ. Ассамблея народов Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026. (рус.)
- ↑ Иван Вавилов. Жительницы Башкирии удостоены национальной премии «Женщины России-2026». ИА «Башинформ» (30 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Кульсарина Гульнур Галинуровна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2026).
- Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал) Кульсарина Гульнур Галинуровна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2026).
- Официальный сайт партии «Единая Россия». Кульсарина Гульнур Галинуровна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2026).
- Проект Депутаты. Кульсарина Гульнур Галинуровна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2026).
- Региональное отделение Общероссийской общественно-государственной организация «Ассамблея народов России» Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2026).
- Сайт журнала Ватандаш. Забота как миссия О поддержке участников спецоперации и их семей в республике. 4 декабря 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2026).
- Стал известен состав депутатов. Зианчуринская районная газета (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2026).