Ҡотошов Әхмәт Шаһиәхмәт улы

Әхмәт Шаһиәхмәт улы Ҡотошов (рус. Ахмет Шагиахметович Кутушев; 1900 йылдың 2 октябре, Ҡарайған ауылы, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Рәсәй империяһы1973 йылдың 26 июне, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — башҡорт совет журналисы, тәржемәсе, лексикограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. «Башҡортостан» гәзитенең яуаплы сәркәтибе (1929—1930), Башҡорт дәүләт нәшриәтенең баш мөхәррире (1944—1952), академик «Русско-башкирского словаря» (Мәскәү, 1948) төҙөүселәренең береһе. 1958 йылдан Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949).

Биографияһы

1900 йылдың 2 октябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Ҡарайған ауылында тыуған[1].

1924 йылдан — Башҡорт АССР-ы Халыҡ мәғарифы комиссариаты хеҙмәткәре, 1925 йылдан — Башҡорт АССР-ы Эске эштәр халыҡ комиссариаты хеҙмәткәре. 1926 йылдан өҙөклөктәр менән «Башҡортостан» республика гәзитендә эшләй: бүлек мөдире, 1929—1930 йылдарҙа — яуаплы сәркәтип, 1936—1937 йылдарҙа — әҙәби мөхәррир була[1].

1933 йылда Мәскәүҙә Бөтә Союз коммунистик журналистика институтын тамамлай. 1933 йылдың июленән — Мәскәүҙә «Районная печать» журналының инструкторы, шул уҡ йылдан — «Урал большевиге» гәзитенең яуаплы мөхәррир урынбаҫары. 1938—1952 йылдарҙа өҙөклөктәр менән Башгосиздатта эшләй: В. И. Ленин һәм И. В. Сталин хеҙмәттәрен башҡорт теленә тәржемә итеү секторы мөхәррире, 1944—1952 йылдарҙа — баш мөхәррир. 1939—1940 йылдарҙа — Башҡорт өлкә ВКП(б) комитетының матбуғат секторы хеҙмәткәре[1].

1973 йылдың 26 июнендә Өфөлә вафат була[1].

Ижады

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

1958 йылдан — Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы[1].

Фәнни хеҙмәттәре

СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты лексикографтары (К. З. Әхмәров, Т. Ғ. Байышов, А. М. Бикмурзин, М. Буранғолов, Ғ. И. Ишбулатов, А. Ш. Ҡотошов, А. И. Харисов, М. Хафизов) тарафынан 1930—1940 йылдарҙа әҙерләнгән һәм 1948 йылда Мәскәүҙә Н. К. Дмитриев, К. З. Әхмәров һәм Т. Ғ. Байышев редакцияһында баҫылып сыҡҡан яҡынса 40 мең һүҙлек академик «Русско-башкирский словарь» төҙөүселәренең береһе[1][3][4].

Ғ. И. Ишбулатов менән берлектә К. З. Әхмәров төҙөгән һәм 1942 йылда Өфөлә Башкнигоиздат тарафынан 191 бит күләмендә баҫылып сыҡҡан "Башҡорт әҙәби теленең орфографик һүҙлеге"нең мөхәррире була[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • Тыуған Ҡарайған ауылы урамдарының береһенә уның исеме бирелгән[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 Кутушев Р. Н. Кутушев Ахмет Шагиахметович. Башкирская энциклопедия (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
  2. Кутушев Р. Журналист, подаривший читателям Мопассана и Чехова. К 110-летию со дня рождения Ахмета Кутушева. Республика Башкортостан (2 октябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
  3. Институт истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН: этапы развития и основные направления научных исследований. Электронная библиотека Томского государственного университета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
  4. Тагир Баишев. К 135-летию со дня рождения. Виртуальная выставка. Центральная научная библиотека Уфимского федерального исследовательского центра РАН (13 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
  5. Из истории становления башкирской орфографии. Вестник Оренбургского государственного университета (2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.

Әҙәбиәт

  • Кутушев Р. Журналист, подаривший читателям Мопассана и Чехова. 2 октября исполняется 110 лет со дня рождения Ахмета Кутушева. — Уфа: Республика Башкортостан, 2010.
  • Кутушев Р. Он стоял у истоков башкирской журналистики: 110 лет со дня рождения А. Ш. Кутушева. — Восход, 2010. — С. 3.
  • Рамазан Ҡотошов, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт мәҙәниәтенең аҡһаҡалы // газ. Торатау, 02.10.2010 (на башкирском языке)

Һылтанмалар