Ҡошмөхәмәтов Ғариф Зариф улы

Ҡошмөхәмәтов Ғариф Зариф улы (19011958) — СССР ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Чкалов өлкәһенең (хәҙер Ырымбур өлкәһе) Аҡболаҡ районы Аҡболаҡ МТС-ы директоры[1], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Биографияһы

Ғариф Зариф улы Ҡөшмөхәмәтов 1901 йылда Һамар губернаһының Боғорослан өйәҙе Чесноковка ауылында, хәҙер Ырымбур өлкәһенең Переволоцк районында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Мәктәптә ете класс тамамлаған. 19 йәшендә Ҡыҙыл армияға хеҙмәт итергә китә. Демобилизациянан һуң ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе булып эшләй, «Интернационал» колхозын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм уның етәксеһе була, Чесноковка МТС-ын эштәрен ойоштороусы. ВКП(б)/КПСС ағзаһы булараҡ 1939 йылда партияның район комитетында эшләргә тәҡдим ителә.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тылда эшләй. Ҡыҙыл-Майҙан МТС-ының сәйәси бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы, аҙаҡ Тамар-Үткел МТС-ы һәм Аҡболаҡ районының 1-се Аҡболаҡ МТС-ы директоры директор булып эшләй. Фронтты икмәк менән тәьмин итеүҙе ойоштора, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр Бөтә союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — халыҡ депутаттарының өлкә Советы депутаты итеп һайлана.

1958 йылда Ырымбур өлкәһе Илек районының, хәҙерге Ырымбур ҡала округы сигендәге Краснохолм ауылында вафат була.

Хәтер

Чесноковка ауылында ағалы-ҡустылы (ике туған ҡустыһы Файзрахман да шулай уҡ ауыл хужалығында эшләй — колхоз төҙөүҙә ҡатнаша, аҙаҡ — бригадир, утыҙ йыл тиерлек завхоз һәм (һуғышҡа тәнәфестәр менән) колхоз рәйесе була) туғандар йәшәгән урамға «Ҡошмөхәмәтовтар урамы» тигән таҡтаташ ҡуйылған.

Наградалары

  • СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1957 йылдың 11 ғинуарында, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙә, 1956 йылда урып-йыйыуҙы һәм икмәк әҙерләүҙе уңышлы башҡарыуҙа айырым ҡаҙаныштары өсөн Ҡошмөхәмәтов Ғариф Зариф улына Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
  • Шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында ВСХВ СССР кесе алтын миҙалы бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Герои Социалистического Труда Оренбургской области.

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар