Ҡулдыбай

Ҡулдыбай (рус. Кулдыбай) — Башҡортостан Республикаһындағы тәбиғи сығышлы тау күле. Силәбе өлкәһе менән сиктәш ерҙә ята. Күлдең майҙаны 2,15 км² (215 га) тәшкил итә.

Географияһы

Ҡулдыбай Белорет һәм Верхнеурал ҡалалары араһында, Ҡотантау һыртының төньяҡ итәгендә, Аһылай ауылынан төньяҡтараҡ урынлашҡан. Күлдең майҙаны 215 гектар тәшкил итә. Уның көнсығышында — Өскүл, ә төньяғында Янсыҡты күлдәре ята[1].

Күл таулы урында урынлашҡан. Ярҙары башлыса һөҙәк; уларҙа һирәк ҡайынлыҡтар, ҡыуаҡтар һәм болон үҫемлектәре осрай. Төньяҡ өлөшөндәге яр зонаһы урыны менән һаҙлыҡлы. Күлдән ҙур булмаған шишмә ағып сыға.

Күл тирәһе матур тәбиғәт ландшафты, ҡуйы урмандар һәм флора менән фаунаның төрлөлөгө менән билдәле[2][3].

Характеристикаһы

Күлдәге һыу ярайһы уҡ таҙа һәм үтә күренмәле. Төбө башлыса ҡомло. Һыу ятҡылығы тәбиғи сығышлы.

Ҡулдыбай күле тәбиғәттә популяр ял итеү урыны булып тора. Бында палаткалар менән йәки автомобилдә «ҡырағай» ҙа, ойошҡан рәүештә лә ял итергә мөмкин. Көнсығыш ярында «Диостан» ял үҙәге урынлашҡан. Күл биләмәһенә инеү бушлай. Моторлы кәмәләр ҡулланырға рөхсәт ителә[2].

Ихтиофаунаһы һәм балыҡсылыҡ

Күл балыҡҡа бай һәм бигерәк тә йәйге осорҙа күпләп балыҡсыларҙы йәлеп итә. Күлдә сабаҡ, аҡ сабаҡ, суртан, алабуға, ротан балыҡтары йәшәй. Уларҙың запастары сәнәғәт балыҡсылығын йәйелдереү өсөн яраҡлы[4][3].

Дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре

  • Һыу объектының тибы: күл
  • Бассейн округы: Урал бассейн округы
  • Йылға бассейны: Урал (бассейндың Рәсәй өлөшө)
  • Һыу хужалығы участкаһы: Урал йылғаһының инешенән Верхнеурал гидроузелына тиклем
  • Һыу объектының коды: 12010000111199000000010[5]

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Озеро Кулдыбай. Достопримечательности Россия Магнитогорск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  2. 1 2 Озеро Кулдыбай Учалинского и Абзелиловского районов Башкирии. reki-ozera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  3. 1 2 Озеро Кулдыбай (Республика Башкортостан). Энциклопедия рыбалки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  4. Сайт газеты «РБ» — Документы — Постановление Правительства Республики Башкортостан № 52 от 28 февраля 2012 года. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  5. Озеро Кулдыбай. Государственный водный реестр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.

Һылтанмалар

Категориялар