ҠҠХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә
ҠҠХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә — Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының бишенсе миҙгеле. Даими беренселек 13 сентябрҙә үткән миҙгелдең финалсылары «Ағиҙел» һәм «Динамо» хоккей клубтары араһында уйын менән башлана һәм 2020 йылдың февралендә тамамлана. Шулай уҡ ҠҠХЛ чемпионы титулы өсөн плей-офф мартта үтә. Ҡатнашҡан командалар составына Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар Ванке Рэйз» өҫтәлә.
Дүртенсе ҠҠХЛ йондоҙҙар уйыны 2020 йылдың 12 ғинуарында Мәскәүҙең «ВТБ Арена» боҙ һарайында үтә. Көнсығыш командаһы был уйында Көнбайыш командаһын 4:1 иҫәбе менән ота. ҠҠХЛ даими чемпионатында Өфөнән «Ағиҙел» командаһы өсөнсө йыл рәттән беренсе була. Красноярскиҙан «Бирюса» һәм Дмитровтан «Торнадо» хоккей клубтары бронза миҙалдарҙы яулайҙар.
Тәүге миҙгелен үткәргән Ҡытайҙан «КРС Ванке Рэйз» командаһы финалда Өфөнән ғәмәлдәге чемпион «Ағиҙел» командаһын серияла 3-0 иҫәбе менән ота һәм ҠҠХЛ чемпионы исемен яулай. Миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы тип «Ванке Рэйз» һөжүмсеһе Александра Карпентер таныла[1]. COVID-19 ауырыуының Ҡытайҙа таралыуы арҡаһында «КРС Ванке Рэйз» плей-офф уйындарын дәғүәселәренең майҙанында үткәрә.
Миҙгел араһы яңылыҡтары
2019 йылдың йәйендә Лига үҙ тарихында тәүге тапҡыр ҙурая — Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар Ванке Рэйз» хоккей клубы лигала 8-се һәм тәүге сит ил команда була[2].
Тренерҙар алмашыныуы
| Миҙгел башланыр алдынан | ||
|---|---|---|
| Команда | 2018/2019 йылдар миҙгелендәге тренер | 2019/2020 йылдар миҙгелендәге тренер |
| «Горный» | Владимир Малмыгин | Александр Перебейнос |
| «КРС Ванке Рэйз» | Миҙгелдә ҡатнашмай | Брайан Идальски |
| «СКИФ» | Владимир Голубович | Сергей Филин[3] |
ҠҠХЛ беренселеге командалары ҡатнашлығында миҙгел алдынан үткән турнирҙар еңеүселәре
| Турнир | Ҡала | Еңеүсе | 2-се урын | 3-сө урын |
|---|---|---|---|---|
| Ҡытайҙа турнир | ||||
| ҠҠХЛ Асыҡ кубогы |
Клубтар
| Команда | Ҡала | Арена (ҙурлығы) | Нигеҙләнгән | Лигала |
|---|---|---|---|---|
| Ағиҙел | «Салауат Юлаев» СҺ (3 500) | 2010 | 2015 | |
| Бирюса | Платинум Арена (7 046) | 1987 | 2015 | |
| Горный | «Юбилейный» СК (7 012) | 2012 | 2015 | |
| Динамо СПб | «Юбилейный» СК (7 012) | 2013 | 2015 | |
| КРС Ванке Рэйз | Шэньчжэнь Арена (18 000) | 2017 | 2019 | |
| СӨЙК | «Уралец» МКК (5 570) | 2015 | 2015 | |
| СКИФ | «Нагорный» МКАК (5 600) | 2000 | 2015 | |
| Торнадо | «Дмитров» СК (2 000) | 2003 | 2015 |
Тренерҙар һәм капитандар
Даими чемпионат
ҠҠХЛ даими чемпионаты 2019 йылдың 13 сентябрендә үткән миҙгелдең финалсылары Өфөнән «Ағиҙел» һәм Санкт-Петербургтан «Динамо» хоккей клубтары уйын менән башлана һәм 20 февралдә тамамлана. Төп ваҡытта еңгән өсөн өс мәрәй, өҫтәмә ваҡытта йә буллиттар серияһында еңгән өсөн — ике, ә шунда отолған өсөн бер мәрәй бирелә.
ҠҠХЛ бөтә йондоҙҙар уйыны
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының йондоҙҙар уйыны дүртенсе йыл рәттән КХЛ хоккей йондоҙҙары аҙналығында үтә. 2020 йылдың 12 ғинуарында Мәскәүҙә ҠҠХЛ хоккейсыларынан торған Көнсығыш менән Көнбайыш командалары көстәрен һынайҙар[5]. Көнсығыш командаһы өсөн «Ағиҙел», «Бирюса», «КРС Ванке Рэйз» һәм СКСО хоккейсылары сығыш яһай, Көнбайыш командаһына «Динамо», «Горный», «СКИФ» һәм «Торнадо» уйынсылары һайлана. Көнсығыш командаһы 4:1 иҫәбе менән еңә һәм дөйөм еңеүҙәр һаны буйынса Көнбайышты ҡыуып етә (2-2). Көнбайыш һөжүмселәре Полина Болгарева һәм Фәнүзә Ҡадирова оҫталыҡтар конкурстарында еңеү яулайҙар. Осрашыуҙың иң яҡшы уйынсылары тип Екатерина Добродеева (Көнсығыш) һәм Валерия Меркушева (Көнбайыш) таныла[6].
| 12 ғинуар 2020 14:20 |
Көнбайыш | 1 : 4 (0:1, 0:1, 1:2) |
Көнсығыш | ВТБ Арена, 3 547 тамашасы |
* бында һәм артабан бар ерҙә лә Мәскәү ваҡыты буйынса уйындар башлана
Турнир таблицаһы
| Урын | Команда | У | Е | ӨВЕ | БСЕ | БСО | ӨВО | О | Ш | ±Ш | М | |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | 28 | 22 | 1 | 0 | 0 | 0 | 5 | 95—33 | +62 | 68 | ||
| 2 | 28 | 20 | 1 | 1 | 0 | 1 | 5 | 109—39 | +70 | 65 | ||
| 3 | 28 | 14 | 1 | 0 | 2 | 3 | 8 | 63—63 | 0 | 49 | ||
| 4 | 28 | 12 | 1 | 1 | 1 | 1 | 12 | 82—69 | +13 | 42 | ||
| 5 | 28 | 10 | 2 | 1 | 1 | 2 | 12 | 73—89 | -16 | 39 | ||
| 6 | 28 | 8 | 3 | 2 | 2 | 1 | 12 | 78—79 | -1 | 37 | ||
| 7 | 28 | 9 | 2 | 0 | 0 | 2 | 15 | 68—75 | -7 | 33 | ||
| 8 | 28 | 0 | 0 | 1 | 1 | 0 | 26 | 38—159 | -121 | 3 | ||
Яртыса ҡалын шрифты менән плей-офф ярыштарында үҙенә урын алған командалар билдәләнгән.
Курсив менән плей-офф ярыштарына эләкмәгән командалар билдәләнгән.
Уйынсылар статистикаһы
Һөжүмселәр
| Уйынсы | Команда | У | Г | П | М | +/− | Штр |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| КРС Ванке Рэйз | 27 | 21 | 32 | 53 | 41 | 6 | |
| Бирюса | 28 | 24 | 15 | 39 | 14 | 12 | |
| КРС Ванке Рэйз | 26 | 21 | 21 | 42 | 46 | 36 | |
| Ағиҙел | 28 | 20 | 18 | 38 | 31 | 20 | |
| Торнадо | 28 | 17 | 21 | 38 | 3 | 16 | |
| Горный | 28 | 17 | 13 | 30 | 6 | 8 | |
| СКИФ | 28 | 9 | 5 | 14 | -10 | 43 |
Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Г = голдар; П = һөҙөмтәле пастар; М = мәрәйҙәр; +/− = Плюс-минус; Штр = штраф ваҡыты
Һаҡсылар
| Уйынсы | Команда | У | Г | П | М | +/− | Штр |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Горный | 28 | 6 | 18 | 24 | 7 | 46 | |
| Ағиҙел | 28 | 0 | 19 | 19 | 30 | 14 | |
| Торнадо | 28 | 5 | 12 | 17 | 4 | 16 | |
| Динамо | 22 | 5 | 11 | 16 | -6 | 4 | |
| Динамо | 27 | 4 | 4 | 8 | -9 | 61 |
Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Г = голдар; П = һөҙөмтәле пастар; М = мәрәйҙәр; +/− = Плюс-минус; Штр = штраф ваҡыты
Ҡапҡасылар
| Уйынсы | Команда | У | Е | ЫК | КҠҺ% | «0» | Мин |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Ағиҙел | 16 | 11 | 1,13 | 95,41 | 4 | 956 | |
| Ағиҙел | 12 | 12 | 1,25 | 94,58 | 3 | 720 | |
| КРС Ванке Рэйз | 17 | 12 | 1,52 | 94,54 | 3 | 1024 | |
| Торнадо | 17 | 8 | 1,99 | 92,57 | 5 | 905 | |
| СКИФ | 25 | 9 | 2,55 | 91,94 | 1 | 1410 |
Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Е = еңеүҙәр; ЫК = ышаныслыҡ коэффициенты; КҠҺ% = кире ҡағылған һуғыуҙар проценты; «0» = бер гол да үткәрмәгән уйындар; Мин = боҙҙа уҙғарған минут һаны
Плей-офф
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының плей-офф уйындарына даими миҙгел һөҙөмтәһе буйынса иң яҡшы дүрт команда үтә. Плей-офф ярымфиналдарҙан башлана, шунда беренсе урын алған команда дүртенсе менән, ә икенсе команда өсөнсөһө менән ике еңеүгә тиклем уйнайҙар. Шул парҙар еңеүселәре ҠҠХЛ финалына сыға һәм шунда өс еңеүгә тиклем серияла чемпионды билдәләйҙәр. Ярымфинал парҙарында тәүге уйын даими миҙгелдә түбәнерәк урын алған команда майҙанында үтә, ә икенсе һәм кәрәкһә өсөнсө уйындар икенсе команданың майҙанында уҙасаҡ.
| Ярымфиналдар | Финал | |||||
| |
2 | |||||
| |
0 | |||||
| |
0 | |||||
| |
3 | |||||
| |
2 | |||||
| |
0 | |||||
Ярымфиналдар
1. «Ағиҙел» — 4. «Бирюса» 2-0 (4:1, 3:0)
2. «КРС Ванке Рэйз» — 3. «Торнадо» 2-0 (2:1, 6:2)
ҠҠХЛ финалы
1. «Ағиҙел» — 2. «КРС Ванке Рэйз» 0-3 (1:3, 2:3, 2:4)
Беренсе уйын
| 7 март 2020 11:00 |
Ағиҙел |
1 : 3 (0:1, 1:2, 0:0) |
Салауат Юлаев СҺ, 850 тамашасы |
Икенсе уйын
| 8 март 2020 10:30 |
Ағиҙел |
2 : 3 (0:0, 0:2, 2:1) |
Салауат Юлаев СҺ, 730 тамашасы |
Өсөнсө уйын
| 11 март 2020 13:00 |
КРС Ванке Рэйз |
4 : 2 (0:0, 2:0, 2:2) |
Өфө-Арена, 545 тамашасы |
Уйынсылар статистикаһы
Һөжүмселәр
| Уйынсы | Команда | У | Г | П | М | +/− | Штр |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| КРС Ванке Рэйз | 5 | 3 | 4 | 7 | 7 | 0 | |
| КРС Ванке Рэйз | 5 | 3 | 3 | 6 | 8 | 12 | |
| Ағиҙел | 5 | 3 | 3 | 6 | 2 | 6 | |
| Ағиҙел | 5 | 2 | 3 | 5 | -1 | 6 | |
| КРС Ванке Рэйз | 5 | 2 | 2 | 4 | 5 | 0 |
Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Г = голдар; П = һөҙөмтәле пастар; М = мәрәйҙәр; +/− = Плюс-минус; Штр = штраф ваҡыты
Һаҡсылар
| Уйынсы | Команда | У | Г | П | М | +/− | Штр |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| КРС Ванке Рэйз | 5 | 4 | 2 | 6 | 7 | 2 | |
| КРС Ванке Рэйз | 5 | 0 | 4 | 4 | 7 | 2 | |
| КРС Ванке Рэйз | 4 | 2 | 2 | 4 | 4 | 0 |
Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Г = голдар; П = һөҙөмтәле пастар; М = мәрәйҙәр; +/− = Плюс-минус; Штр = штраф ваҡыты
Ҡапҡасылар
| Уйынсы | Команда | У | Е | ЫК | КҠҺ% | «0» | Мин |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| КРС Ванке Рэйз | 4 | 4 | 1,5 | 95,71 | 0 | 240 | |
| Ағиҙел | 5 | 2 | 2,35 | 92,09 | 1 | 281 | |
| Торнадо | 2 | 0 | 4,01 | 87,3 | 0 | 119 |
Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Е = еңеүҙәр; ЫК = ышаныслыҡ коэффициенты; КҠҺ% = кире ҡағылған һуғыуҙар проценты; «0» = бер гол да үткәрмәгән уйындар; Мин = боҙҙа уҙғарған минут һаны
Йомғаҡлау таблицаһы
| Урын | Команда |
|---|---|
| 1 | |
| 2 | |
| 3 | |
| 4 | |
| 5 | |
| 6 | |
| 7 | |
| 8 |
Миҙгелдең иң яҡшы уйынсылары
- Ҡапҡасы — Анна Пругова (Ағиҙел)
- Һаҡсы — Мария Баталова (Ағиҙел)
- Һөжүмсе — Александра Карпентер (КРС Ванке Рэйз)
- Тренер — Брайан Идальски (КРС Ванке Рэйз)
- Иң яҡшы уйынсы — Александра Карпентер (КРС Ванке Рэйз)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Александра Карпентер – ҠҠХЛ миҙгеленең иң яҡшы уйынсыһы
- ↑ В пятом сезоне ЖХЛ - восемь команд
- ↑ Сергей Филин — главный тренер ЖХК «СКИФ»
- ↑ «СКИФ» тренер штабында үҙгәрештәр
- ↑ ҠҠХЛ йондоҙҙар уйыны Мәскәүҙә!
- ↑ Буллит на велосипеде, красивый хоккей и победа Востока – Матч Звезд ЖХЛ завершился в Москве
Һылтанмалар
| Үткән: 2018/19 |
Миҙгелдәр: 2019/20 |
Киләһе: 2020/21 |
| Миҙгелдәр | Йондоҙҙар уйындары | Плей-офф | |
|---|---|---|---|
| 2020/21 миҙгел клубтары | |||
| ҠҠХЛ боҙ ареналары | |||
| Башҡа хоккей лигалары | |||