Һеңлекәш (фильм)

«Һеңлекәш» — Рәсәйҙә режиссёр Александр Галибин төшөргән драма[1][2][3]. Киң прокатҡа сығарылған башҡорт телендәге тәүге Рәсәй фильмы[4].

Фильм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» тигән повесына нигеҙләнеп төшөрөлгән. Прокатҡа Рәсәйҙә 2019 йылдың 19 сентябрендә, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йәш тулыу алдынан сығарылған. Прокатҡа сығарған компания Walt Disney[5].

Фильмды «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамы менән төшөргәндәр[6][7][8].

2020 йылдың 18 апрелендә «Һеңлекәш» фильмы «Россия — Культура» телеканалында күрһәтелә[9][10].

Йөкмәткеһе

Картиналағы хәл-ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бара. Һуғыш үткән украин ауылында Оксана исемле ҡыҙҙың ғаиләһендәге барыһын да фашистар үлтерә. Ҡыҙҙы башҡорт һалдаты табып ала һәм үҙ яғына оҙата. Бала бында Йәмил исемле малайҙың ғаиләһендә йәшәй башлай. Башта Оксана башҡортса һөйләшкән ят мөхиткә өйрәнеп китә алмай, Йәмил ағаһы һәм ауылдың башҡа малайҙары менән мөнәсәбәттә ҡатмарлыҡтар ҙа килеп тыуа. Һуғыш мәленең ауырлыҡтарын бергә кисерә-кисерә Оксана ла ысын мәғәнәһендә ошо ғаилә ағзаһына әүерелә.

Ролдәрҙә

Арыҫлан Ҡырымсурин — Йәмил, Марта Тимофеева — Оксана, Йосоп Рәхмәтов — Марат, Илгизә Ғилманова — Йәмилдең әсәһе, Сулпан Әбдрәхимова — Йәмилең өләсәһе, Рәүис Заһитов — Мансур бабай Виталий Салий — Петро, Нәжибә Искәндәрова — Фархениса, Руслан Хайсаров — Йәмилдең атаһы, Гөлназ Хайсарова — Мараттың әсәһе.

Премьера алдынан күрһәтеүҙәр (2019)

  • Санкт-Петербургта XXVII «Виват кино России!» фестивалендә (20-24 мая)[11][12].
  • Плёста үткәрелгән Андрей Тарковский исемендәге XIII Халыҡ-ара кинофестивалдә (14-21 июнь)[13].
  • Магаданда үткәрелгән «Территория» фестивале (10-16 июнь)[14].
  • Ялталағы XXVII Халыҡ-ара «Алые паруса Артека» балалар кинофестивалендә (1-9 июль). Фильмға «Самый добрый фильм» номинацияһында приз, актриса Марта Тимофееваға — «Лучшая девочка-актриса» номинацияһында приз бирелә[15].
  • Светлогорскиҙа үткәрелгән «Балтийские дебюты» XVI кинофестивале (6-12 июль)[16][17].
  • Туапсе янында Бөтә Рәсәй Балалар үҙәге "Орлёнок"та үткәрелгән XXIII Бөтә Рәсәй Визуаль сәнғәттәр фестивалендә (5-13 июль) күрһәтелә. Фильмға тамашасылар һөйөүе призы һәм III дәрәжә диплом бирелә[18][19].
  • Выборгта үткәрелгән «Окно в Европу» XXVII Рәсәй киноһы фестивале (2-8 август)[20].
  • Волоколамскиҙа үткәрелгән XVI Халыҡ-ара «Волоколамский рубеж» хәрби-патриотик фильмдар фестивалендә (22-27 август). Фильмға тамашасылар һөйөүе призы бирелә[21].
  • Смоленскиҙа үткәрелгән XII Бөтә Рәсәй «Золотой Феникс» кинофестивалендә (7-11 сентябрь)[22].
  • Ялтала үткәрелгән IV Халыҡ ара «Евразийский мост» кинофестивалендә күрһәтелә. Уйналған фильм конкурсында еңә һәм «Выбор крымчан» тигән призға лайыҡ була (20-24 сентябрь)

Бүләктәр

  • IV Халыҡ ара «Евразийский мост» кинофестивалендә Гран-при[23][24]
  • Бөтә Рәсәй Балалар үҙәге "Орлёнок"та үткәрелгән XXIII Бөтә Рәсәй Визуаль сәнғәттәр фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы һәм III дәрәжә диплом[25]
  • XVI Халыҡ-ара «Волоколамский рубеж» хәрби-патриотик фильмдар фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы[25]

Иҫкәрмәләр

  1. Обзор изменений графика релизов России за неделю с 15 по 21 июля
  2. Василий Лановой в Крыму заставил плакать актёров
  3. Режиссёр Федор Попов: не хочется поворачиваться спиной к соотечественникам
  4. Фильм «Сестрёнка» бьёт все рекорды просмотров. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 2019. 2021 йылдың 11 август көнөндә архивланған.
  5. Сестрёнка - Впереди - WDSSPR. wdsspr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2019. 2019 йылдың 1 август көнөндә архивланған.
  6. Motor studio. motorfilmstudio.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2019. 2019 йылдың 1 август көнөндә архивланған.
  7. В Башкирии Александр Галибин снимает фильм «Сестренка» по повести Мустая Карима. www.bashinform.ru (10 август 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2019.
  8. Фильм по повести Мустая Карима «Радость нашего дома» выйдет в прокат к 100-летию писателя. mustai.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2019.
  9. На канале «Культура» стартует всероссийский показ фильма «Сестренка»: мы поговорили с создателями военной драмы(недоступная ссылка)
  10. Сестренка. Х/ф(недоступная ссылка)
  11. О войне без войны | "Вечерний Санкт-Петербург" - единственная вечерняя газета (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2019. 2019 йылдың 1 август көнөндә архивланған.
  12. «Сестрёнка» стала фильмом открытия фестиваля «Виват кино России!» mustai.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2019.
  13. Плёсское городское поселение - официальный портал. gorodples.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2019.
  14. На бесплатные лекции фестиваля Территория. Магадан приглашают жителей города - MagadanMedia. magadanmedia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2019. 2019 йылдың 1 август көнөндә архивланған.
  15. Фильм «Сестрёнка» получил приз кинофестиваля «Алые паруса Артека». mustai.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2019.
  16. На кинофестивале "Балтийские дебюты" зрители оценили российские фильмы. Российская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2019.
  17. В Светлогорске подвели итоги кинофестиваля «Балтийские дебюты»
  18. Фильм «Сестрёнка» завоевал награды Всероссийского фестиваля визуальных искусств. mustai.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2019.
  19. Два фильма из Башкирии победили на Всероссийском фестивале искусств
  20. Окно в Европу 2019. oknofest.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2019. 2019 йылдың 12 август көнөндә архивланған.
  21. Фильм «Сестрёнка» получил приз зрительских симпатий на кинофестивале «Волоколамский рубеж». www.bashinform.ru (29 август 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2019.
  22. XII Золотой Феникс. Всероссийский кинофестиваль актёров-режиссёров. directorfest.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2019. 2019 йылдың 30 август көнөндә архивланған.
  23. Гран-при фестиваля "Евразийский мост" получил российский фильм "Сестренка". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 2019.
  24. О чем фильм «Сестренка» и кто в нем сыграл? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 2019.
  25. 1 2 За 13 дней фильм «Сестрёнка» посмотрели 66 тысяч человек, Walt Disney продлевает прокат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 2019.

Һылтанмалар

Категориялар