Әбсәләмов Фәхри Хөсәйен улы

Әбсәләмов Фәхри Хөсәйен улы (рус. Абсалямов Фахрий Хусаинович) (1918 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы артиллерия батареяһы ездовойы. Ҡыҙылармеец[1].

Биографияһы

Фәхри Хөсәйен улы Әбсәләмов 1918 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Баймаҡ заводы ҡасабаһында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһындағы Баймаҡ ҡалаһы) эшсе ғаиләһендә тыуа.

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

Ҡыҙылармеец Әбсәләмов Фәхри Көньяҡ-Көнбайыш фронты составында һуғышҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы артиллерия батареяһы ездовойы була.

Подразделениеның 1942 йылдың 15 декабрендә раҫланған 292-се һанлы бойороғонда

« «Алыш барышында өҙлөкһөҙ боеприпастар менән тәьмин итеп торғаны һәм ҡулланылған йә трофей ҡоралдарҙы йыйып килтергәне өсөн «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ» тип яҙылған[2] »

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1942)[2]

Хәтер

Әбсәләмов Фәхри Хөсәйен улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Баймаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.