Әбүталипов Исмәғил Исхаҡ улы

Әбүталипов Исмәғил Исхаҡ улы (рус. Абуталипов Исмагил Исхакович) (25 февраль 1920 йыл — 3 март 2008 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, I дәрәжә һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].

Биографияһы

Исмәғил Исхаҡ улы Әбүталипов Баймаҡ районы Темәс ауылында 1920 йылдың 25 февралендә тыуған.

1941 йылдың февралендә Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

1942 йылдың 6 июлендә туранан-тура тоҫҡап (прямой наводкой) дошмандың миномёт нөктәһен һәм 35 дошман һалдатын юҡ итә. Брянск фронты, 8-се кавалерия корпусы, 112-се ирекле Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 7-се кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы составында һуғыша.

1942 йылдың 31 июлендә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.

1943 йылдың 23 февралендә 16-сы кавалерия дивизияһы рядовойы Әбүталипов «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, 1943 йылдың 3 ноябрендә 7-се кавалерия корпусы командованиеһы рядовой һалдат Исмәғил Исхаҡ улы Әбүталиповты II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләй[2].

1985 йылдың 6 апрелендә, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығын билдәләгән көндәрҙә, ветеран I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].

2008 йылдың 3 мартында Баймаҡ районының Темәс ауылында вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Әбүталипов Исмәғил Исхаҡ улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Баймаҡ районының Темәс ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 682524. Единица хранения 398.