Ғаязов Әлфис Суфиян улы
Әлфис Суфиян улы Ғаязов (рус. Гаязов, Альфис Суфиянович; 1956 йылдың 3 июне, Иҫке Ҡаҙансы, Башҡорт АССР-ы) — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (2016), Рәсәй мәғариф академияһының ағза-корреспонденты (2009), педагогия фәндәре докторы (1996), профессор (1997).
Биографияһы
Әлфис Суфиян улы Ғаязов 1956 йылдың 3 июнендә Башҡорт АССР-ы Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған.
1977 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда институттың ВЛКСМ комитеты секретары вазифаһында башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң, ошо юғары уҡыу йортонда кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
- 1983—1986 йылдар — Силәбе педагогия институтының педагогика кафедраһы аспиранты.
- 1986—1987 йылдар — Бөрө педагогия институты педагогика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.
- 1987—1989 йылдар — Бөрө педагогия институтының биология факультеты деканы.
- 1989—1997 йылдар — Бөрө педагогия институтының педагогика һәм психология факультеты деканы.
- 1998—2000 йылдар — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика кафедраһы мөдире.
- 2000—2011 йылдар — Башҡорт дәүләт педагогия университетының Педагогика институты директоры.
- 2011—2015 йылда — Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры.
- 2015—2021 йылдар — Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы һәм президенты[1][2].
- 2021—2023 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт Буйынса Комитеты рәйесе урынбаҫары.
Әлеге ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетының педагогика кафедраһы мөдире[3][4], Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү Институты ректоры[5].
Ижади эшмәкәрлеге
Әлфис Ғаязов шулай уҡ танылған шағир һәм драматург, 2013 йылдан Рәсәй Яҙыусылар Союзы ағзаһы, әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә, уның шиғырҙары республика гәзит-журналдарында даими донъя күреп килә.
Уның һүҙҙәренә профессиональ һәм үҙешмәкәр композиторҙар Альбина Имаева, Ришат Сәғитов, Шамил Шәрипов, Фирҙүс Шәрифуллин, Вәсил Ғәлимов, Афарим Аҡсурин, Нурия Абдуллина, Юлай Моратов, Әминә Бикташева, Рәдиф Зарипов, Зөлфиә Ғәйнуллина, Ринат Фәттәховтар яҙған бер нисә тиҫтә йырҙы Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр сәхнә оҫталары үҙ репертуарына индергән, улар башҡарыуында халыҡ күңеленә хуш килгән был әҫәрҙәр радио һәм телевизорҙан йыш яңғырай.
Әҙиптең драматургия өлкәһендәге тәүге ижади емеше лә бик уңышлы булды. Йәш драматургтың «Яңғыҙҙар ташы» исемле драмаһы 2014 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылып (режиссеры Олег Ханов), тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде, төрлө кимәлдәге тәнҡитселәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Улар спектаклгә ыңғай баһа бирҙе[6][7]. .
Ғилми эшмәкәрлеге
Хеҙмәттәре
- Образование как пространство формирования личности гражданина. — М., 2006.
- Ҡаҙансылар иле. — Өфө: ДизайнПолиграфСервис, 2007. — 192 с. — ISBN 978-5-94423-125-3.
- Семь проблем современного образования. — Уфа, 2008.
- Лидирующая роль образования в обществе. — Уфа, 2011[3].
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
- ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты премияһы лауреаты (1985);
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000);
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006);
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2021)[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы билдәләнде (башҡ.). Башинформ (29 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.
- ↑ И.о. президента Академии наук Башкортостана назначен Камиль Рамазанов. Башинформ (15 июнь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Академия Наук Республики Башкортостан - Гаязов Альфис Суфиянович. www.anrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2026.
- ↑ Наши выпускники БФ УУНиТ. www.birsk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2026.
- ↑ Руководство. Академия ВЭГУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.
- ↑ Министр образования Альфис Гаязов пополнил ряды Союза писателей России (ингл.). web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2026.
- ↑ Гаязов Альфис Суфиянович. Литературная карта Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.
- ↑ УУНиТ. Кафедра педагогики высшей школы философии, психологии и социологии. uust.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2026.
Һылтанмалар
- Ғаязов Әлфис Суфиян улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2026)
- Гаязов Альфис Суфиянович (Архивная копия)
- Гаязов Альфис Суфиянович