Әл-Кәфирун сүрәһе

әл-Кәфирун сүрәһе (ғәр. سورة الكافرون‎) - Ҡөрьән Кәримдең 109-сысүрәһе. Әл-Кәфирун һүҙе "Кафырҙар (Иманға килмәгәндәр)" тигән мәғәнә белдерә. Риүәйәте: Мәккә мөшриктәре Мөхәммәт с.ғ. янына килеп: "Әй Мөхәммәт, әйҙә былай килешәйек - бер йыл һин беҙҙең балбалдарға табын, икенсе йылына беҙ һинең Аллаһыңа табынырбыҙ", - тигәндәр.Был турала түбәндәге аяттар үәхи ителгән:

Ғәрәпсәһе

Кәфирун сүрәһе



بِسۡمِ اللّٰہِ الرَّحۡمٰنِ الرَّحِیۡمِ


  1. قُلۡ یٰۤاَیُّہَا الۡکٰفِرُوۡنَ

  2. لَاۤ اَعۡبُدُ مَا تَعۡبُدُوۡنَ

  3. وَ لَاۤ اَنۡتُمۡ عٰبِدُوۡنَ مَاۤ اَعۡبُدُۚ

  4. وَ لَاۤ اَنَا عَابِدٌ مَّا عَبَدۡتُّمۡ

  5. وَلَا أَنتُمْ عَابِدُونَ مَا أَعْبُدُ

  6. لَکُمۡ دِیۡنُکُمۡ وَلِیَ دِیۡنِ


Транскрипцияһы

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

  1. Ҡуль йәә әййүһәл кәәфирүүн
  2. Ләә әғбүдү мәә тәғбүдүүн
  3. Үә ләә әңтүм ғәәбидүүнә мәә әғбүд
  4. Үә ләә әнәә ғәәбидүм-мәә ғәбәдтүм
  5. Үә ләә әңтүм ғәбидүүнә мәә әғбүд
  6. Ләкүм диинүкүм үә лийә диин

Тәржемәһе

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

  1. (Әйт, Мөхәммәт ғ.с.): «Әй иман килтермәгән кешеләр!»
  2. «Мин һеҙ табынғандарға бер ҡасан да табынмам»
  3. «Һеҙ мин табынған Аллаһыға ғибәҙәт ҡылмайһығыҙ»
  4. «Мин һеҙ табынған балбалдарға табыныусы түгел»
  5. «Һеҙ киләсәктә лә мин табына торған Аллаға ғибәҙәт ҡылмаҫһығыҙ»
  6. «Һеҙгә үҙ динегеҙ, миңә үҙ динем» .

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // - Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
  • Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар