Әсәҙуллин Таһир Марат улы
Әсәҙуллин Таһир Марат улы (рус. Тагир Маратович Асадуллин; 1990 йылдың 25 ноябре, Баязит, Башҡортостан Республикаhы) — актёр, йырсы, төрлө мәҙәни һәм күңел асыу сараларын алып барыусы, аниматор һәм продюсер[1][2].
Биографияһы
Таһир Марат улы Әсәҙуллин 1990 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған[2].
Башҡортостандың атҡаҙанған артистары — йырсы Рәфисә Әсәҙуллина һәм бейеүсе Марат Әсәҙуллин ғаиләһендә тәрбиәләнгән[3]. Бала сағында спорт менән әүҙем шөғөлләнгән, шул иҫәптән теннис һәм футбол менән мауыҡҡан. Алты йыл теннис секцияһында шөғөлләнеп, төрлө ярыштарҙа еңеүҙәр яулаған.
Мәктәп йылдарында КВН командаһында сығыш яһаған, мәктәптең мәҙәни сараларында һәм концерттарында ҡатнашҡан, алып барыусы булараҡ та үҙен һынап ҡараған. Бер аҙ ваҡыт бейеү менән дә шөғөлләнгән.
Тәүге һөнәре буйынса — хоҡуҡ белгесе. Махсус музыкаль белем алмаған[4].
Ижади эшмәкәрлеге
Сәхнә эшмәкәрлеге менән 2011 йылдан шөғөлләнә. Йырҙарын башҡорт, татар, рус телдәрендә башҡара.[2]
Әсәһе Рәфисә Әсәҙуллина менән берлектә «Йәшлек эҙҙәре буйлап» йырын башҡарған. Йырсы әсәһе Рәфисә Әсәҙуллина менән берлектә «Йәшлек эҙҙәре буйлап» дуэтын (рус.)баш. башҡарған[4].
Йырҙары
- «Йылмай»;
- «Йырлы йәй» (Ян Лира, Илъяс Кинйәғолов һәм Таһир Әсәҙуллин);
- «Йәшлек эҙҙәре буйлап» (Рәфисә Әсәҙуллина һәм Таһир Әсәҙуллин);
- «Сибәр» (Таһир Әсәҙуллин, Илъяс Кинйәғолов, DarMan Project);
- «Сыҡ һин миңә кейәүгә»;
- «Уйынсыҡ».
Иҫкәрмәләр
- ↑ Тагир Асадуллин — ведущий, певец, аниматор, актер, продюсер. MIRRAL. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
- ↑ 1 2 3 Асадуллин Тагир. Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
- ↑ «Листая прошлого страницы…». 80-е годы. Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
- ↑ 1 2 Атай-әсәйемә рәхмәтлемен (башҡ.). Йәшлек (9 март 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.