Әхмәтова Бәйнә Хәлиулла ҡыҙы
Әхмәтова Бәйнә Хәлиулла ҡыҙы (рус. Ахметова Бэйна Халиулловна; 9 ғинуар 1920 йыл — 11 ноябрь 2013 йыл) — терапевт-ғалим, йәмәғәтсе. 1957—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972—1985 йылдарҙа 1-се госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. 1972—1985 йылдарҙа Башҡортостан кардиологтар йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994).
Биографияһы
Бәйнә (Бэйна) Хәлиулла ҡыҙы Әхмәтова (ҡыҙ фамилияһы Тереғолова) 1920 йылдың 9 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Бүздәк улусы[1] Үрге Ҡарғалы ауылында тыуған.
1933 йылда Тереғоловтар ғаиләһе Өфөгә күсенә.
Бәйнә баш ҡалалағы 2-се урта мәктәптә, Башҡортостан дәүләт медицина институтында уҡый.
1941 йылда медицина институтын тамамлағандан һуң, Туймазы районының Ҡандра участка дауаханаһында,
1946 йылдан — «Алкин» шифаханаһында эшләй.
1952 йылдан Өфө ҡалаһының 2-се дауаханаһында бүлек мөдире.
1957—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972—1985 йылдарҙа 1-се госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире.
1969 йылда Ҡазан медицина медицина институтының ғилми советы ултырышында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Әхмәтова 134-се уҡсылар бригадаһының кадрҙар составын формалаштырыуҙа ҡатнашҡан.
2013 йылдың 11 ноябрендә Өфөлә вафат була.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
1972—1985 йылдарҙа Башҡортостан кардиологтар йәмғиәте рәйесе. Терапевт-табиптарҙың квалификацияһын камиллаштырыу эшен йәнләндерә. Ғилми эшмәкәрлектәренә баһа биреү менән бер рәттән ул үҙенең студеттарына һәм коллегаларына үҙенең бай клиник тәжрибәһен тапшырған.
Ғилми эшмәкәрлеге
Ғалим етәкселегендә бронх-үпкә патологияһы, нефть химияһы һәм машиналар эшләү сәнәғәтендә эшселәренең йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үпкә-тын юлдары сирҙәре һәм уларҙы реабилитациялау мәсьәләләре өйрәнелә.
Ғилми-тикшеренеү хеҙмәттәре йөрәк-ҡан тамырҙары, үпкә-бронх ауырыуҙарының этиологияһы, терапияһы һәм профилактикаһы проблемаларына; уларҙы дауалауҙа үҫемлектәрҙе ҡулланыуға арналған.
Б. Х. Әхмәтова ҡатнашлығында клиник тәжрибәгә хроник үпкә, йөрәк ишемияһы сирҙәре һ. б. хас булмаған сирҙәрен билдәләгәндә электротопография методтары индерелгән.
400-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 18 монография авторы.
Уҡыусылары уның етәкселегендә 20 доктор һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 1989 — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- 1994 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
- «Бөйөк Ватан һуғышы ветераны» миҙалы
- «Хеҙмәт ветераны» билдәһе
- «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
Ғилми хеҙмәттәре
- Лечение хронических заболеваний лёгких копытнем европейским. Уфа, 1972 (соавт.); Хронический бронхит и предбронхит у нефтехимиков. Уфа, 1996 (соавт.);
- Бронхиальная астма: (клиника, диагностика и лечение). Уфа, 2002 (соавт.).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Әхмәтова Бәйнә Хәлиулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2022)
- Российская государственная библиотека
- БДМУ-ның «Медик» гәзите, 3 бит, 6-сы һан, июнь, 2013 йыл (недоступная ссылка)
- Ахметова, Байна Халиулловна. Лечение хронических заболеваний легких копытнем европейским/Б. Х. Ахметова, Р. Т. Тимерзянович. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1972. — 86 с.; В вып. дан. 1-й авт.: проф. Бэйна Халиулловна Ахметова