Әхмәҙуллин Роберт Вафа улы

Роберт Вафа улы Әхмәҙуллин (рус. Ахмадуллин Роберт Вафич; 1950 йылдың 10 ғинуары, Әбдрәхим, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-табип, хужалыҡ эшмәкәре. Медицина фәндәре кандидаты. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986), Рәсәй Федерацияһының курорттар тармағы отличнигы (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994)[1].

Биографияһы

Роберт Вафа улы Әхмәҙуллин 1950 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Әбдрәхим ауылында тыуған. Атаһы Вафа Әхмәҙуллин Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенә эшкә ебәрелеү сәбәпле бала һәм үҫмер сағы Ҡотош ауылында үткән[1].

Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен, Башҡорт дәүләт медицина институтын (1974), «Голицино» уҡыу-методик үҙәге эргәһендәге ординатураны (Мәскәү, 1991—1993), Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын (1995) тамамлаған.

1974 йылдан алып 8-се Өфө ҡала дауаханаһында табип, Ҡариҙел районының Павловка участка дауаханаһының баш табибы булып эшләй.

1975—1978 йылдарҙа Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының табип-хирургы, 1978 йылдан — Яңауыл районының баш табибы, 1984 йылдан — Өфө районының баш табибы урынбаҫары.

1987 йылдан — «Йоматау» шифаханаһының баш табибы вазифаһында.

2001 йылдан 2006 йылға тиклем «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының баш табибы, бер үк ваҡытта 2002—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының шифаханалары, курорттары һәм ял йорттары идаралығы начальнигы[1].

Ғаиләһе

Атаһы: Вафа Мостафа улы Әхмәҙуллин — педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].

Улы: Руслан Роберт улы Әхмәҙуллин — медицина фәндәре кандидаты, Өфө ҡалаһында урынлашҡан Республика табип-физкультура диспансерының баш табибы[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
  2. Главным врачом ГБУЗ РВФД назначен – Ахмадуллин Руслан Робертович. Государственное бюджетное учреждение здравоохранения Республиканский врачебно-физкультурный диспансер. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2025.

Сығанаҡтар

  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9

Һылтанмалар

Зөһрә Алтынбаева. Сирҙең сихәттәре бар. «Ватандаш» журналы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2025.