Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы

Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы (рус. Агадуллина Лиза Киямовна; 1 ғинуар 1942 йыл — 20 июнь 2024 йыл) — педагог. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм халыҡ уҡытыусыһы[1][2], Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү мәктәбенең маҡтаулы хеҙмәткәре[3], Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2008).

Биографияһы

Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина (ҡыҙ фамилияһы Мөхәмәтдинова) 1941 йылдың 7 декабрендә (рус.)[4], рәсми теркәү буйынса 1942 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуған.

1959—1961 йылдарҙа шул уҡ райондың Арыҫлан һәм Абзай урта мәктәптәрендә өлкән пионервожатый булып эшләй[3].

1966 йылдан, Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлап, «химия һәм биология уҡытыусыһы» дипломы алғас, Малаяҙҙа (Салауат районы, 1966—1968), Түбәнге Ҡыйғыла (1968—1970; бер үк ваҡытта — синыфтан тыш эштәрҙе ойоштороусы) уҡыта. 1970—1971 йылдарҙа Ҡыйғы районы мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире була[3].

1971 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй: 27-се мәктәп уҡытыусыһы, 1996 йылдан — Октябрь районының айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәтеүсе 42-се мәктәптең химия уҡытыусыһы[3]. Бер үк ваҡытта 1996 йылдан алып Республика башҡорт-төрөк лицейында (2003 йылдан — Республика Башҡорт лицей-интернаты) химия буйынса олимпиада дәрестәре алып бара[5].

Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина 2024 йылдың 20 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була[6][7].

Ғаиләһе

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы (2016)[3].
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2008)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004)

Ваҡытлы матбуғатта

  • Нәбиева Ғ. Өфө педагогы Рәсәй Президентына Мәскәүҙә Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте[8].

Әҙәбиәт

  • Шерстобитова А. Лизин хлеб // Республика Башкортостан : газета. — 2007. — 9 июня (№ 111).

Һылтанмалар