Өлөш
Дөйөм мәғлүмәт
Итте бешерәләр һәм өлөштәргә бүлеп табаҡҡа һалалар, ҡайһы берҙә ҡаҙы, тултырма, туҡмас өҫтәйҙәр, өҫтөнә һурпанан һөҙөп алынған тоҙлоҡ ҡоялар[1].
Бындай варианттағы аш-һыу атамаһы Башҡортостандың дөйөм туҡланыу предприятиеларында ҡулланыла.
Өлөш бешерелгән ит менән әҙерләнә. Бульонда кәбеҫтә, картуф, кишер, һуған бешерелә һәм ит киҫәктәре менән бирелә. Бөтә ингредиенттар ҙа ярайһы уҡ ҙур киҫәктәргә бүленә. «Өлөш» атамаһы нәҡ ошо киҫәктәргә бүлеүҙән килеп сыҡҡан да инде[2].
«Өлөш» һүҙенең урыҫ теленә «порция» тип тәржемә ителгән варианты бар. Бындай атама өҫтәлгә ҡуйыр алдынан ризыҡтың порцияларға бүленеүенән алынған. Ғәҙәттә уны ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән көндә әҙерләйҙәр, ул саҡта күпләп ит бешерергә һалына. Бешереүгә уның төрлөһө алыныуы мөмкин: һыйыр ите, һарыҡ ите, йылҡы ите, өлөштө йорт ҡоштары һәм ҡырағай хайуандар итенән дә әҙерләп була[2].
Төбәктәрҙәге электән килгән йолаларға ярашлы өлөштөң беренсе йә икенсе блюдо итеп бирелеүе мөмкин.
Әҙерләү
Кәрәкле ингредиенттар
• ит 1,5 килограмм,
• картуф 1 килограмм,
• кишер 0,5 килограмм,
• кәбеҫтә — бер күсән (ауырлығы — 0,5 килограмм),
• ике баш һуған — ит бешкән ваҡытында бульонға һалырға,
• бер шәлкем йәшел һуған,
• дүрт лавр япрағы,
• укроп[2].
Тәртибе
Ит бешеп сыҡҡас, уны һурпанан алырға, ә бульонға тотош йәки икегә киҫелгән картуф, кишер, кәбеҫтә күсәне һалырға. Йәшелсәләр әҙер булғас, уларҙы ипләп кенә һурпанан алып, эмаль ҡоштабаҡҡа һылырға, алдан уҡ бөтә картуфты икегә, кишерҙе 2-3 өлөшкә, кәбеҫтәне 4-5 см киңлектәге киҫәктәргә бүлергә. Ит тә киҫәкләп турала. Һуңынан уларҙың өҫтөнә һөҙлөклө бульон ҡойорға. Ҡоштабаҡты ҡапҡас менән ябып, йылы урынға ҡуйырға[2].
Һөҙөлгән һурпала туҡмас һалып аш бешерергә була йәки уны һурпа килеш кенә табынға бирергә мөмкин. Беренсе ризыҡтан һуң өлөш бирелә. Тәрилкәгә уртаға ярылған 2-3 картуф, 1-2 киҫәк кишер, кәбеҫтә киҫәктәре, 2 3 киҫәк ит һалына. Барыһына ла һөҙлөклө һурпа, йәшелсә һибелә[2].
Ҡыҙыҡлы факттар
• Аш һәм шул иҫәпкә ингән өлөш — башҡорттарҙың яратҡан ризығы[3].
• Борондан килгән йола буйынса улар ҡуйы һәм туҡлыҡлы булырға тейеш[3].
• Башҡортостанда эҫе һәм ҡуйы һурпа — эш көнөнән һуң ашау өсөн иң киң таралған ризыҡ[3].
• Ашҡа йәшел һәм башҡа төрлө тәмләткестәр, шул иҫәптән ҡыҙыл, ҡара, аҡ һәм хуш еҫле борос, шафран, ҡәнәфер, корица, лавр япрағы, имбирь, мускат сәтләүеге һибәләр[3].
• Өлөш менән бергә һоғондороу йолаһы (ҡулдан ашатыу) булған, уға ярашлы, оло хөрмәт йөҙөнән хужалар һәм ҡунаҡтар бер-береһен ит менән һыйлаған[1].
• Өлөш йыйын, майҙан, һабантуй, туй һәм башҡа шундай күмәк саралар үткәргәндә байрам табынына ҡуйыла[1].
• Ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ, уйғыр, татар, төркмән, үзбәк һәм башҡа ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың аш-һыуында ла осрай[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
• Ҡуллама
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ӨЛӨШ (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2025)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Сайт Башкирская кухня. Блюда национальной башкирской кухни: Өлөш (Улюш) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)
- ↑ 1 2 3 4 Сайт «Библиотека nnre.ru». Миллион великолепных блюд для юбилеев, свадеб и праздничных столов народов России. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ӨЛӨШ. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019 (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2025)
• Сайт Башкирская кухня. Блюда национальной башкирской кухни: Өлөш (Улюш) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2025)
• Сайт «BASHCUISINE.RU» Башкирская кухня. Башкирский элеш. Пошаговое приготовление (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)
• Сайт «Библиотека nnre.ru». Миллион великолепных блюд для юбилеев, свадеб и праздничных столов народов России. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2025)