Өфө тармаҡ технологиялары колледжы

Өфө тармаҡ технологиялары колледжы (рус. Уфимский колледж отраслевых технологий) — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында урынлашҡан махсус урта уҡыу йорто[1].

Тарихы

Хәҙерге «Өфө тармаҡ технологиялары колледжы» һөнәри белем биреү дәүләт бюджет учреждениеһы РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1936 йылдың 31 авгусындағы 1231-се ҡарарына ярашлы Башҡорт механика техникумы базаһында Өфө он етештереү техникумы булараҡ ойошторола[1]. Артабан ул «Башҡортостан он етештереү сәнәғәте техникумы» тип атала[2].

РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1943 йылдың 15 июлендәге 1192-р бойороғо менән Башҡортостан он етештереү сәнәғәте техникумы (рус.)баш. РСФСР Аҙыҡ-түлек сәнәғәте халыҡ комиссариатының Башҡортостан аҙыҡ-түлек сәнәғәте техникумы тип үҙгәртелә, 1959 йылдан — «Өфө аҙыҡ-түлек сәнәғәте технология техникумы» тигән исем ала[1].

1986 йылдың 1 сентябрендә РСФСР Иген продукттары министрлығының 282-се бойороғона ярашлы Өфө аҙыҡ-түлек сәнәғәте технология техникумы «Өфө механика-технология техникумы» итеп үҙгәртелә[2].

Рәсәй Федерацияһының Иген продукттары буйынса комитетының 1992 йылдың 7 апрелендәге 40-сы бойороғо менән Өфө механика-технология техникумы «Өфө механика-технология колледжы» итеп үҙгәртелә[1].

Мәғариф буйынса федераль агентлыҡтың 2006 йылдың 29 декабрендәге 1695-се бойороғо менән Өфө механика-технология колледжы (рус.)баш. «Өфө механика-технология колледжы» урта һөнәри белем биреү федераль дәүләт учреждениеһы тип үҙгәртелә[2].

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 29 декабрендәге 2413-р бойороғона һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 27 ғинуарындағы 78-р бойороғона ярашлы «Өфө механика-технология колледжы» урта һөнәри белем биреү дәүләт бюджет учреждениеһы федераль милектән Башҡортостан Республикаһы милкенә күсерелә[2].

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 27 октябрендәге 1122-р бойороғо менән «Өфө механика-технология колледжы» урта һөнәри белем биреү дәүләт бюджет учреждениеһының атамаһы үҙгәртелә һәм уҡыу йорто — Өфө тармаҡ колледжы урта һөнәри белем биреү дәүләт бюджет учреждениеһы тигән бөгөнгө исемен ала[1][2].

Урта махсус уҡыу йорто үҙенең эшләү дәүерендә, 2015 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, 23 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған[1].

Хәҙерге эшмәкәрлеге

Колледжда уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә рус телендә алып барыла. Уны тамамлаусылар махсус урта белемле техник-механик, техник-технолог, бухгалтер, тауар белгесе-эксперт, менеджер (рус.)баш. һәм тағы ла бер нисә төрлө һөнәр ала[1]. Уҡыу ваҡыты төп дөйөм белем базаһында башлыса 3 йыл да 10 ай, айырым һөнәрҙәр буйынса — 2 йыл да 10 ай[2].

Һөнәр төрҙәре[2]

  • сәнәғәт ҡорамалдарын (тармаҡтарға ярашлы) монтажлау һәм техник файҙаланыу буйынса техник-механик (3 йыл 10 ай);
  • электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы (тармаҡтарға ярашлы) техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү буйынса техник (3 йыл 10 ай);
  • үҫемлек сеймалынан аҙыҡ-түлек етештереү буйынса техник-технолог (3 йыл 10 ай);
  • икмәк, кондитер һәм макарон изделиелары етештереү буйынса техник-технолог (3 йыл 10 ай);
  • бродиль производстволары һәм шарап эшләү буйынса техник-технолог (3 йыл 10 ай);
  • һөт һәм һөт ризыҡтары етештереү буйынса техник-технолог (3 йыл 10 ай);
  • тауарҙар һәм уларҙың сифатын тикшереү буйынса тауар белгесе-эксперт (2 йыл 10 ай);
  • сәнәғәт ҡорамалдарын (тармаҡтарға ярашлы) монтажлау, техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса техник (3 йыл 10 ай);
  • ашнаҡсы һәм кондитер эштәре буйынса белгес (3 йыл 10 ай);
  • иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе буйынса бухгалтер (ситтән тороп уҡыу формаһында (11 класс)— 2 йыл 10 ай);
  • йәмәғәт туҡланыуын ойоштороу менеджеры (3 йыл 10 ай);
  • хайуандарҙан алынған аҙыҡ-түлек әҙерләү буйынса технолог (3 йыл 10 ай);
  • идара итеүҙе документтар менән тәьмин итеү һәм архив эше белгесе, архивсы (2 йыл 10 ай);
  • сәнәғәт ҡорамалдарын (тармаҡтарға ярашлы) монтажлау, техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса техник-механик (3 йыл 10 ай);
  • кухня эшсеһе (10 ай).

Материаль-техник базаһы

Колледжда ғәҙәти уҡыу аудиторияларынан һәм залдарынан тыш дүрт компьютер класы йыһазландырылған. Белгестәр әҙерләнгән һөнәрҙәр буйынса етерлек кимәлдә махсус әҙәбиәт, уҡыу әсбаптары, шулай уҡ нәфис әҙәбиәт тупланған китапхана, ғәмәли квалификацияларҙың (рус.)баш. күп функциялы үҙәге эшләй[1].

Уҡыу-производство икмәкханаһы, тамаша, спорт, тренажёр һәм уҡыу залдары, медицина пункты бар[1].

Ситтән килгәндәрҙең барыһын да урынлаштырырлыҡ мөмкинлеге булған дөйөм ятаҡ Өфө ҡалаһының Комсомол урамы, 137-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Уҡыусылар өс һәм дүрт урынлыҡ бүлмәләрҙә йәшәй[2].

Билдәле тамамлаусылар

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Е.Р.Верещагина. Механика-технология колледжы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 ГБПОУ Уфимский колледж отраслевых технологий. Основные сведения. Уфимский колледж отраслевых технологий. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025. (рус.)

Һылтанмалар