186-сы уҡсылар дивизияһы (Көнбайыш фронттың)
186-сы Ҡыҙыл Байраҡлы Суворов һәм Кутузов орденлы Брест уҡсылар дивизияһы (рус. 186-я стрелковая дивизия (Западного фронта) — Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы совет хәрби берләшмәһе.
Тарихы
Дивизия 1939 йылдың 19 авгусында СССР-ҙың Оборона халыҡ комиссариатының 4/2/48601-4/2/486011 һанлы директиваһы нигеҙендә Урал хәрби округында 4-се Айырым башҡорт уҡсылар полкы базаһында ойошторола. 1941 йылдың 13 июнендә ТАСС хәбәре аҫтында икенсе стратегик эшелондың бөтә ете армияһы ла Көнбайыш айырым хәрби округына йәшерен күсергә директива ала. Был ваҡытта Йоматау лагерында булған 186-сы дивизия шунда уҡ юлға йыйына башлай. 20 июнь иртәһендә дивизия Великие Луки йөк күсереп тейәү станцияһына килә, унан көнбайышҡа табан юллана. 21 июнь кисендә 22-се армияның 62-се уҡсылар корпусы составындағы дивизия частары Идрица станцияһына килеп етә һәм элекке совет-латыш сиге буйлап урынлаша. Шәхси составҡа шунда уҡ яңы кейем тупланмалары бирелә. Кирза ботинкалар күн итеккә алмаштырыла. Шулай уҡ яңы ҡорал һәм боеприпастарҙың тулы тупланмаһы тапшырыла[1].
Һуғыш башланғандың өсөнсө тәүлегенә Себеж — Дрисса — Витебск һыҙаты буйынса тиҙ оборона ойоштороу өсөн көнбайышҡа, иҫке дәүләт сиге яғына хәрәкәт итергә бойороҡ килә. Ике көн буйына дивизия Себеж һәм иҫке дәүләт сиге араһындағы районда берсә алға, берсә артҡа күсенә, шунан йөктәрҙе бушатырға һәм ташландыҡ Себеж нығытмаһының бер өлөшөн биләргә аныҡ бойороҡ килә. Яңы позицияларында нығынып та өлгөрмәйҙәр, Невель йүнәлешен һаҡлау маҡсатында Витебск эргәһендәге Улла — Бешенковичи сиген обороналау өсөн частарҙы күсереү тураһында яңы бойороҡ алына. Юлда, Идрица станцияһы юлында, дивизия эшелоны бер немец самолеты тарафынан утҡа тотола, ул бөтә составты берҙән-бер бомба менән юҡ итә. Тимер юлдағы буталсыҡ арҡаһында Көнбайыш Двина сигендәге алыштар башланыуға дивизия частары был районда тупланырға өлгөрмәй ҡала.
1941 йылдың 5 июлендә дивизия частары беренсе тапҡыр дошман менән осраша, һөҙөмтәлә немецтарҙың поход колоннаһы тар-мар ителә. Был ваҡытҡа дивизия тупланған урынға 446-сы гаубица артиллерия полкы, 238-се уҡсылар полкының ике батальоны һәм башҡа подразделениелар килеп етмәгән була әле. 7 июлдәге алыштар һөҙөмтәһендә немецтар Көнбайыш Двинаны аша сыға һәм плацдармды баҫып ала. Дивизияға ҡаршы һуғышҡан немецтарҙың 39-сы моторизацияланған корпусы уның оборонаһын өҙөп, тарҡата һәм өлөшләтә ҡамап ала. 9 июль кисендә был частар Сиротино станцияһы районында ҡамауҙы йырып сыға.
Өс тәүлек дауамында дивизия төньяҡҡа сигенә.
1941 йылдың 11 июлендә 25-се уҡсылар корпусы Прудники, Сеньково участкаһында Көнбайыш Двина йылғаһының уң яҡ ярына сығырға һәм 19-сы армияның ҡалған ғәскәрҙәренә Витебскты алыуҙа ярҙам итеүҙә Городок, Лосвидо күле, Слобода сиктәрендә нығынырға бойороҡ ала. Двина аша сығып, корпус Көнбайыш Двинанан Улла районы тирәһендә артҡа сигендерелгән 186-сы уҡсылар дивизияһын үҙ ҡанаты аҫтына алырға тейеш була, әммә уның менән бәйләнеш булдыра алмай.
1941 йылдың 12 июлендә 186-сы уҡсылар дивизияһы Труд тораҡ пунктынан көнсығышҡа табан 15 километр алыҫлыҡтағы урманда туплана. Артабанғы көндәрҙә август уртаһына тиклем дивизия һуғыша-һуғыша — Невелгә, ә һуңынан Великие Луки яғына сигенгән 62-се уҡсылар корпусы составында хәрәкәтен дауам итә. Немецтар 22-се армияны ҡамап алғандан һуң, дивизия һәм күрше частар 62-се уҡсылар корпусы штабының оператив бүлеге начальнигы полковник А. Г. Шацков етәкселегендә 27 августа Великие Лукиҙан көнсығышҡа табан алты километр алыҫлыҡта ҡулсаны өҙә һәм Скворцово станцияһы районында туплана. Дивизияның 238-се полкы икенсе көнгә генә үҙенекеләргә сыға ала.
Орел өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн 186-сы дивизия 1943 йылдың авгусында Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Дивизия «Багратион» операцияһында ҡатнаша. 1944 йылдың 24 июнендә ул немец оборонаһын өҙә һәм, Друть йылғаһын аша сығып, 4-6 километр алға үтә. Әммә кисен немецтар дивизияға ҡеүәтле һөжүм яһап, уның хәрби көстәрен ҡыйрата. Дивизияның ике уҡсылар батальоны, артиллерия дивизионы һәм 122 миллиметрлы гаубицалар подразделениеһы составындағы икенсе эшелоны ҡамауға эләгә, әммә 25 июнь иртәһендә үк ҡулса өҙөлә.
Люблин-Брест операцияһы барышында дивизия 1944 йылдың 28 июлендә Брест ҡалаһын яулап ала. Бының өсөн ул Кутузов ордены менән бүләкләнә һәм «Брест» маҡтаулы исемен ала. Артабан дивизия генерал П. И. Батовтың 65-се армияһы составында Буг йылғаһын аша сыға, Варшаваны азат итә, Данциг һәм Гдыня йүнәлешендә алыша, был ҡалаларҙы штурмлауҙа ҡатнаша.
Берлин операцияһы ваҡытында дивизия фронттың иң мөһим участкаларының береһендә була. 1945 йылдың 15 апреленә ҡарай төндә дивизияның разведка отряды Ост-Одерҙы аша сыға башлай. Беренсе һыу кәртәһен тиҙ генә үтеп, отряд көнбайыш ярҙағы дамбаны яулап ала. Һуғыш барышында дошман өс тапҡыр контрһөжүмгә күсә, әммә улар кире ҡағыла. 20 апрелдә разведка отряды, дивизияның беренсе эшелоны полктары менән үҙ-ара эш итеп, артиллерия һөжүменән һуң кәмәләрҙә Вест-Одер йылғаһын аша сыға һәм плацдармды баҫып ала. 25 апрелдә Штеттин бирелә. Һөжүмде дауам итеп, дивизия Шверин, Барт һәм Росток ҡалаларына табан юллана.
Буйһоноуы
| Датаға | Фронт (округ) | Армия | Корпус (группа) |
|---|---|---|---|
| 1941 йылдың 22 июне | БК Резервы ставкаһы | 22-се армия | 62-се уҡсылар корпусы |
| 1941 йылдың 10 июле | Көнбайыш фронт | 22-се армия | 62-се уҡсылар корпусы |
| 1941 йылдың 1 октябре | Көнбайыш фронт | 22-се армия | |
| 1941 йылдың 19 октябре | Калинин фронты | 22-се армия | |
| 1942 йылдың 1 ноябре | Калинин фронты | 39-сы армия | |
| 1943 йылдың 1 апреле | Мәскәү хәрби округы | ||
| 1943 йылдың 1 майы | Брянск фронты | 25-се уҡсылар корпусы | |
| 1943 йылдың 1 авгусы | Брянск фронты | 3-сө армия | |
| 1943 йылдың 1 сентябре | Брянск фронты | 11-се армия | 53-сө уҡсылар корпусы |
| 1943 йылдың 1 октябре | Брянск фронты | 3-сө армия | 41-се уҡсылар корпусы |
| 1943 йылдың 1 ноябре | Белорус фронты | 3-сө армия | 41-се уҡсылар корпусы |
| 1944 йылдың 1 марты | 1-се Белорус фронты | 50-се армия | 80-се уҡсылар корпусы |
| 1944 йылдың 1 апреле | 1-се Белорус фронты | 3-сө армия | 80-се уҡсылар корпусы |
| 1944 йылдың 1 авгусы | 1-се Белорус фронты | 65-се армия | 46-сы уҡсылар корпусы |
| 1944 йылдың 1 декабре | 2-се Белорус фронты | 65-се армия | 46-сы уҡсылар корпусы |
| 1945 йылдың 1 майы | 2-се Белорус фронты | 65-се армия | 46-сы уҡсылар корпусы |
Составы
- 238-се уҡсылар полкы (I) — 1942 йылдың 1 июненә тиклем
- 234-се уҡсылар полкы (I) — 1942 йылдың 10 апреленән
- 238-се уҡсылар полкы (II) — 1942 йылдың 1 июненән
- 290-сы уҡсылар полкы, (майор П. С. Хаустович, 1939 йылдың авгусынан — 1941 йылдың июленә тиклем; подполковник И. В. Панчук, 1941 йылдың авгусынан декабренә тиклем)
- 298-се уҡсылар полкы (879-сы, 653-сө)
- 327-се артиллерия полкы
- 227-се (327-се) айырым истребитель-танкыға ҡаршы дивизион
- 508-се зенит артиллерия батареяһы (264-се айырым зенит артиллерия дивизионы) — 1943 йылдың 9 мартына тиклем
- 465-се пулемёт батальоны (1942 йылдың 1 октябренән 1943 йылдың 9 апреленә тиклем)
- 107-се айырым разведка ротаһы
- 255-се айырым сапёр батальоны
- 244-се айырым элемтә батальоны (574-се айырым элемтә ротаһы)
- 167-се медицина-санитар батальоны
- 133-сө (111-се) айырым химик һаҡлау ротаһы
- 38-се (164-се) автотранспорт ротаһы
- 296-сы ялан икмәкханаһы (42-се, 35-се ялан икмәкханаһы)
- 92-се дивизион ветеринар лазареты
- 406-сы (1483-сө) ялан почта станцияһы
- 138-се ялан Дәүләт банкы кассаһы
Командирҙары
- Бирюков Николай Иванович (19 август 1939 — 12 сентябрь 1941), полковник, генерал-майор
- Пилипенко Антон Петрович (21 сентябрь — 23 октябрь 1941), полковник
- Зыгин Алексей Иванович (23 октябрь 1941 — 28 февраль 1942), генерал-майор
- Никитин Михаил Иванович (28 февраль — 31 август 1942), майор, подполковник
- Урбанович Виктор Казимирович (31 август 1942 — 3 июль 1943), генерал-майор
- Яцкевич Николай Прохорович (3 — 26 июль 1943), полковник
- Ревуненков Григорий Васильевич (26 июль 1943 — 27 ноябрь 1944), полковник, генерал-майор
- Величко Семён Саввич (27 ноябрь 1944 — март 1946), полковник, генерал-майор
Дивизия наградалары
| Награда (исеме) | Бүләкләү датаһы | Нимә өсөн бүләкләнгән |
|---|---|---|
Дивизия частарының наградалары:
- 238-се Плоньск Ҡыҙыл Байраҡлы[5] Суворов орденлы[6] уҡсылар полкы
- 298-се Суворов орденлы[7] уҡсылар полкы
- 327-се Суворов[6] һәм Кутузов орденлы[5] артиллерия полкы
- 227-се Кутузов орденлы[5] айырым истребитель-танкыға ҡаршы дивизион
- 255-се Кутузов[6] һәм Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы[5] айырым сапёр батальоны
- 244-се Александр Невский орденлы[5] айырым элемтә батальоны
Дивизияның батырлыҡ күрһәткән яугирҙары
Вотинов Степан Парфёнович, өлкән сержант, 227-се айырым истребитель-танкыға ҡаршы дивизиондың орудие командиры.
Кузнецов Фёдор Иванович, майор, дивизияның разведка начальнигы.
Лесик Иван Андреевич, подполковник, 298-се уҡсылар полкы командиры.
Петрик Афанасий Филиппович, өлкән сержант, 255-се айырым сапер батальонының бүлексә командиры.
Петухов Алексей Сафронович, кесе сержант, 298-се уҡсылар полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ ротаһының бүлексә командиры.
Сидоров Дмитрий Павлович, лейтенант, 298-се уҡсылар полкының батально комсоргы.
Усатый Григорий Яковлевич, өлкән лейтенант, 238-се уҡсылар полкының рота командиры.Шокотов Сергей Николаевич, ефрейтор, 107-се айырым разведка ротаһы разведчигы[8].
Хәрби осоро
1941 йылдың 29 сентябренән 1943 йылдың 9 мартына тиклем һәм 1943 йылдың 30 мартына 1945 йылдың 9 майына тиклем.
Дивизия менән бәйле билдәле кешеләр
Төрлө ваҡытта дивизияла хеҙмәт иткәндәр
- Меткалёв Анатолий Григорьевич — 1939-1941 йылдарҙа дивизияның артиллерия начальнигы булып хеҙмәт итә. Һуңынан совет хәрби етәксеһе, артиллерия генерал-лейтенанты.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Я был власовцем… — СПб.: Белое и Чёрное, 2002. — 320 с. — ISBN 5-89771-031-7.
- ↑ Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть I. 1920—1944 гг. стр.366,367
- ↑ Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть II. 1945 −1966 гг. стр.370-375
- ↑ Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть II. 1945 −1966 гг. стр.387-389
- ↑ 1 2 3 4 5 Указ Президиума Верховного Совета СССР от 17 мая 1945 года — за образцовое выполнение заданий командования в боях с немецкими захватчиками при овладении городом и крепостью Гданьск (Данциг) и проявленные при этом доблесть и мужество(Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть II. 1945—1966 гг. стр. 200—207)
- ↑ 1 2 3 Указ Президиума Верховного Совета СССР от 4 июня 1945 года — за образцовое выполнение заданий командования в боях с немецкими захватчиками при овладении островом Рюген и проявленные при этом доблесть и мужество(Сборник приказов РВСР, РВС СССР, НКО и Указов Президиума Верховного Совета СССР 1966 о награждении орденами СССР частей, соединений и учреждений ВС СССР. Часть II. 1945 — гг. стр. 387—389)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 19 февраля 1945 года за образцовое выполнение заданий командования в боях с немецкими захватчиками, за овладение городами Млава, Дзялдово (Зольдау) и Плоньск и проявленные при этом доблесть и мужество
- ↑ Кавалеры ордена Славы трёх степеней. Краткий биографический словарь — М.: Военное издательство, 2000
Әҙәбиәт
- Бирюков Н. «В дни Смоленского сражения» // «Военно-исторический журнал»
- Еременко А. И. «В начале войны». — М.: «Наука», 1965
- Самутин Л. А. «Я был власовцем». — СПб., 2002
Һылтанмалар
- Әхмәҙиев Т. Х. Брест уҡсылар дивизияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- 186-я стрелковая дивизия на bdsa.ru
- Кузнецов Фёдор Иванович