Өфө ҡалаһының 48-се башҡорт лицейы
48-се башҡорт лицейы (рус. Башкирский лицей № 48) — Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында урынлашҡан дөйөм белем биреү мәктәбе. 2024 йылдан Ноғман Мусин исемендәге 48-се башҡорт лицейы (рус. Башкирский лицей № 48 имени Нугумана Мусина).
Тарихы
1997 йылда 48-се урта дөйөм белем биреү политехник мәктәбе булараҡ эш башлай[1].
1998 йылда «Башҡорт политехник мәктәп-лицейы» тип үҙгәртелә[1].
1999 йылдан — 48-се Башҡорт лицейы[1].
2001 йылда дәүләт аккредитацияһы тураһында таныҡлыҡ ала. 2006 йылда «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты грантына лайыҡ була[1].
2024 йылдың декабрендә лицейға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исеме бирелә[2][3].
Коллектив
Лицейҙа юғары квалификация категорияһына эйә булған 26 белгес эшләй, өс уҡытыусы беренсе квалификация категорияһына эйә, бер педагог ғилми дәрәжәгә эйә, бер уҡытыусы «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты призеры, ике уҡытыусы «Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре» исеменә эйә, дүрт уҡытыусы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Лицейҙың бер нисә уҡытыусыһы педагогик эшмәкәрлеген Өфө ҡалаһы юғары уҡыу йорттары кафедраларында ғилми-тикшеренеү эше менән бергә алып бара[1].
Матди-техник уҡыу базаһы
Уҡыу-тәрбиә процесы 10 башланғыс звено кабинеты һәм 15 предмет кабинеты базаһында тормошҡа ашырыла. Лицейҙа бер компьютер класы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, хеҙмәтләндереү хеҙмәте кабинеты, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре һәм автомобилде өйрәнеү кабинеты, китапхана, тамаша залы, бейеү залы, ашхана, медицина һәм процедура кабинеттары бар.
Бөтә кабинеттарҙа ла ремонт үткән, уҡыусылар өсөн мебель, таҡталар, стенкалар, сәскәләр өсөн подставкалар, жалюзилар һатып алынған, стендтар биҙәлгән. Лицейҙа 20 мультимедиа проекторы, ете интерактив таҡта, 54 компьютер һәм ноутбук бар, шулай уҡ «Вотум» системаһы эшләй.
Эксперименталь эшмәкәрлек
Лицей 1999 йылдан эксперименталь эшмәкәрлек режимында эшләй:
• 1999—2003 йылдар: «Уҡыусыларҙың ижади индивидуаллеген үҫтереү» темаһы буйынса Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының тәжрибә-эксперименталь майҙансығы;
• 2003—2004 йылдар: Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы Квалификация күтәреү факультетының база мәктәбе;
• 2004—2007 йылдар: «Уҡыусыларҙы социализациялау системаһында уҡытыуҙы профилләштереү» темаһы буйынса Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының тәжрибә-эксперименталь майҙансығы;
• 2007—2015 йылдар: «Уҡытыуҙы профилләштереү шарттарында лицейҙа белем биреү сифаты менән идара итеү» темаһы буйынса Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының тәжрибә-эксперименталь майҙансығы;
• 2017 йылдан: «Фольклор нигеҙендә башланғыс мәктәп уҡыусыларының тикшеренеү күнекмәләрен формалаштырыу» темаһы буйынса Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә тормошҡа ашырылған проекттың инновацион майҙансығы.
Лицейҙа эшләүсе түңәрәктәр
• «Гөлдәр» халыҡ бейеүҙәре ансамбле
• «Сорнай» ҡурайсылар түңәрәге
• «Музей эше» түңәрәге
• «Этика» түңәрәге
• Шахмат түңәрәге.
Лицей өҫтәмә белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса ыңғай тәжрибә туплаған. Уның базаһында шулай уҡ эшләйҙәр:
• «Новатор» балалар ижады йорто—изостудия;
• Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе;
• «Вектор» балалар техник ижады үҙәге — театр студияһы;
• «Дебют» балалар ижады үҙәге — халыҡ бейеүҙәре, «Дуҫлыҡ» ансамбле;
• Волейбол буйынсе 34-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе;
• Каратэ буйынса 27-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе;
• Художестволы гимнастика буйынса 28-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе.
Ҡаҙаныштары
• 2006 йыл — «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты еңеүсеһе
• 2014 йыл — Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе конкурсының Иң яҡшы милли лицей номинацияһы лауреатының дипломы һәм алтын миҙалы
- Рәсәй Почёт таҡтаһы федераль электрон реестрына алтын сертификаты
- Матур мәктәп халыҡ-ара конкурсының Ҡала мөхитенең белем биреү потенциалын файҙаланыу номинацияһында 1-се урын
• 2015 йыл — "Веб-Лидер-2015" конкурсының уҡытыу процесына мәғлүмәт-компьютер технологиялары индереү буйынса эште иң яҡшы ойошторған өсөн" номинацияһының лауреат дипломы һәм миҙалы
- Белем биреү учреждениеларында дәрестән тыш эшмәкәрлек һәм тәрбиә эше конкурсының лауреат дипломы һәм миҙалы
- Матур мәктәп халыҡ-ара конкурсында 3-сө урын
• 2016 йыл — Сәләмәтлек мәктәбе -2016 Бөтә Рәсәй конкурсының Һаулыҡ һаҡлау программаһы номинацияһы лауреаты
• 2017 йыл — Белем биреү ойошмаларының Бөтә Рәсәй асыҡ конкурс-смотры еңеүсеһе
Директорҙары
• 1998 йылдан — Фазылов Әхмәҙулла Әҙһәм улы
• 2004 йылдан — Ғәлиуллина Рәмилә Хөснулла ҡыҙы
• 2012 йылдан — Мәхмүтова Роза Вафа ҡыҙы, Рәсәйҙең «Йыл директоры—2014» почет билдәһе менән бүләкләнеүсе
• 2021 йылдан — Мөхәмәтйәнова Оксана Нурғәли ҡыҙы
Лицейҙа уҡыған билдәле шәхестәр
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение «Башкирский лицей № 48» городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 май 2025)
- ↑ Уфимскому лицею присвоено имя народного писателя Башкирии. ИА «Башинформ», 6 декабря 2024 года
- ↑ Башкирскому лицею №48 в Уфе присвоили имя народного писателя Нугумана Мусина. Официальный сайт ВГТРК Башкортостан
- ↑ Сайт «24smi.org». Элвин Грей — Радик Юльякшин (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 май 2025)
Һылтанмалар
- Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение «Башкирский лицей № 48» городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 май 2025)
- ВИРТУАЛЬНЫЙ МУЗЕЙ ИСТОРИИ ОБРАЗОВАНИЯ ОРДЖОНИКИДЗЕВСКОГО РАЙОНА г.УФЫ. Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение Лицей № 48 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 май 2025)
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.