АРТ- Ҡоролтай
АРТ-Ҡоролтай мәҙәни форумы (рус. АРТ-Курултай) — Башҡортостан Республикаһында йыл һайын үткәрелеүсе халыҡ-ара мәҙәни форум. Ул 2021 йылдан алып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторола һәм мәҙәниәт өлкәһендәге стратегик мәсьәләләрҙе тикшереү, профессионалдарҙың тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булып хеҙмәт итә.
Маҡсаттары һәм бурыстары
АРТ-Ҡоролтайҙың төп маҡсаты — мәҙәниәт өлкәһендә системалы үҫешкә өлгәшеү, инновациялар һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу, милли һәм халыҡ-ара кимәлдә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү. Форумда профессионалдар өсөн секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр ойошторола[1].
Тарихы
Форумдың беренсе сығарылышы 2021 йылдың 14 майында Өфөлә «Торатау» конгресс-холында уҙғарыла. Сара 2030 йылға тиклемге осорҙа Рәсәйҙең Дәүләт мәҙәни сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыу маҡсатына йүнәлтелгән. Форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Беренсе форум Бөтә донъя фольклориадаһына арналды[1].
Саралар
- 2021 йыл
«Торатау» конгресс-холында үткән тәүге форумда төрлө театрҙар, киностудиялар, мәҙәни учреждениелар күргәҙмәләре ойошторола. «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы күргәҙмәһе күрһәтелә.
Халыҡ ижады үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла[2].
Форумдың төп темаһы — «Мәҙәниәт берләштерә». 700-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Радий Хәбиров форумда мәҙәниәт әһелдәренә рәхмәт белдерә һәм маҡтаулы исемдәр тапшыра.
«Алтын кеше» күргәҙмәһе асыла (Ҡаҙағстан милли музейы проекты)[3]
Өсөнсө форум "Уҡытыусы һәм остаз йылы"на арнала. «Этномәҙәни даирәлә остазлыҡ» темаһына оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Мәскәүҙең «Веретёнца» фольклор ансамбле етәксеһе Валерия Петрушина ҡатнаша.
Ҡатнашыусылар араһында башҡорт фольклор ансамбле «Йәшмәләр»ҙең сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята[4].
Дүртенсе форумда Мәскәүҙән, Федерация Советынан, Рәсәй Оборона министрлығынан (рус.)баш. һәм башҡа төбәктәрҙән делегациялар ҡатнаша. Абхазияның Самсон Чанба исемендәге дәүләт драма театры (рус.)баш. менән Башҡорт дәүләт академия драма театры араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла[5].
Форум бишенсе тапҡыр үткәрелә. Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Урал Килсенбаев, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ҡатнаша. Форумда милли мәҙәниәтте үҫтереү, йәш быуындарҙа илһөйәрлек тәрбиәләү мәсьәләләре күтәрелә.
Башҡортостан мәҙәниәтенә 15,7 миллиард һум бюджет аҡсаһы бүленгәнлеге билдәләнә[6].
Эшмәкәрлек йүнәлештәре
- Мәҙәниәт өлкәһендә стратегик документтар ҡабул итеү
- Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек
- Мәҙәни мираҫты һаҡлау
- Этномәҙәни тәрбиә
- Йәштәргә милли мәҙәниәтте тапшырыу
Әүҙем ҡатнашыусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы; Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы; Башҡортостан Хөкүмәте; театрҙар, киностудиялар, фольклор ансамблдәр; сит илдәрҙең мәҙәни ойошмалары.
АРТ-Ҡоролтай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Рәсәйҙәге иң әһәмиәтле мәҙәни форумдарҙың береһенә әүерелде. Ул мәҙәниәт эшмәкәрҙәре өсөн фекер алышыу, аралашыу, килешеүҙәр төҙөү һәм берҙәм стратегик маҡсаттар билдәләү өсөн мөһим платформа булып тора[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Башҡортостандың баш ҡалаһында «АРТ- Ҡоролтай» беренсе халыҡ-ара мәҙәниәт форумы асылды. Башинформ (14 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
- ↑ «Өфөлә «АРТ-Ҡоролтай» беренсе халыҡ-ара мәҙәниәт форумы асылды. Ватандаш журналы (14 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.»
- ↑ Өфөлә II "Арт-Ҡоролтай" мәҙәни форумы үтте. Официальный портал Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2025-0721.
- ↑ Өфөлә сираттағы АРТ-Ҡоролтай асылды. Башҡортостан гәзите (17 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
- ↑ Өфөлә IV «АРТ-Ҡоролтай» мәҙәни форумы үтте. Башдрамтеатр сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
- ↑ Мәҙәниәтебеҙгә ҡеүәт ул “АРТ-ҡоролтай”! Башҡортостан гәзите (13 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.