Абдрахманов Рәхим Абдрахман улы

Абдрахманов Рәхим Абдрахман улы (рус. Абдрахманов Рахим Абдрахманович) (1900 —) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының гвардия рядовойы, ездовой. Гвардия ҡыҙылармеецы. «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән билдәләнгән[1].

Биографияһы

Рәхим Абдрахман улы Абдрахманов Рәсәй империяһы Өфө губернаһында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы) тыуған.

Хәрби хеҙмәте

Краснокама район хәрби комиссариаты 1943 йылдың ғинуарында Абдрахманов Рәхимде Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов гвардия) дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының рядовойы, ездовой. Был подразделение 1-се Белорус фронты составындағы 7-се гвардия кавалерия корпусына ингән.

Днепр йылғаһын кискәндә, үҙе һал эшләй һәм поход кухняһын йылғаның ҡаршы ярына сығара[2].

Наградалары

Хәтер

Абдрахманов Рәхим Абдрахман улының исеме Башҡортостанда баҫылып сыҡҡан[4] һәм Краснокама районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 2087.

Тема буйынса өҫтәмә