Абдуллин Нәсибулла Ғабдулла улы

Абдуллин Нәсибулла Ғабдулла улы (рус. Абдуллин Насибулла Габдуллович; 2 декабрь 1913 йыл22 апрель 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы кавалерия полкы фельдшеры. Медицина хеҙмәте гвардия лейтенанты. Октябрь Революцияһы, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы[1].

Биографияһы

Нәсибулла Ғабдулла улы Абдуллин 1913 йылдың 2 декабрендә элекке Өфө губернаһына ингән (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Благовар районы) Иҫке Абзан ауылында тыуған.

1938 йылда Бәләбәй педагогия техникумын тамамлай. Мәктәптә уҡытыусы, директор урынбаҫары булып эшләй.

1942 йылда Асҡын районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

Хәрби хеҙмәте

Медицина хеҙмәте гвардия лейтенанты Абдуллин Нәсибулла Ғабдулла улы Белорус фронтының 7 кавалерия корпусына буйһонған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы кавалерия пунктында фельдшер вазифаһын башҡара[1].

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән осоронда Нәсибулла Ғабдулла улы күрһәткән батырлығы тураһында архив документтарында түбәндәге мәғлүмәт бар:

« Абдуллин Нәсибулла Ғабдулла улы 60-сы полктың 1943 йылдың сентябренән алып барған һуғыш хәрәкәттәре осоронда үҙен яралы һалдат һәм офицерҙарға юғары квалификациялы ярҙам күрһәтергә һәләтле ҡыйыу һәм осҡор белгес итеп күрһәтте. Тәүлектәге ваҡытҡа, һауа торошона ҡарамай, яугирҙар үҙ ваҡытында, тел тейҙермәҫлек һәм дөрөҫ медицина ярҙамы алды.

1943 йылдың 17 ноябренән 18 ноябрь төнөндә Защебье ауылы янында, полк, марш үтеп туҡтарға ла өлгәрмәне, алыш башланды. Дошман уты ҡойон һымаҡ ябырылғанда, 50-ләп һалдат һәм офицерға беренсе ярҙам күрһәтте. Улар барыһы ла имен эвакуацияланды. 1944 йылдың 11 апреленән 12 апрелгә ҡаршы төндә Владимир-Волынск ҡалаһы өсөн барған һуғышта бәләкәй генә һарайҙа, табип та булмаған шарттарҙа 35 ҡаты яралыға ярҙам күрһәтте. Абдуллин Нәсибулланың ентекле һәм теүәл ярҙамы арҡаһында яугирҙарҙың күбеһе сафҡа баҫты һәм полкка ҡабат килде[2]

»

Медицина өлкәһендә хеҙмәте

Һуғыштан һуң яугир 1952 йылда Өфө ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

1952 йылдан Башҡорт АССР-ының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының курорттар бүлеге начальнигы.

19561962 йылдарҙа Өфө медицина училищеһы директоры.

19621982 йылдарҙа Республика онкология диспансерының баш табибы.

Башҡортостан Республикаһында онкология хеҙмәтен ойоштороусы.

Һөнәри ҡаҙаныштары күп һанлы Почёт грамоталары менән билдәләнгән[3].

1982 йылдан Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы[3].

1996 йылдың 22 апрелендә вафат була. Өфө ҡалаһында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Абдуллин Нәсибулла Ғабдулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Благовар районы Иҫке Абзан ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.