Азаматов Лотфый Лоҡман улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Азаматов Лотфый Лоҡман улы
Азаматов Лутфий Лукманович.jpg
Тыуған көнө 4 ғинуар 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Сабай ауылы
Вафат булған көнө 20 май 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Башҡорт АССР-ының
Әбйәлил районы
Хәлил ауылы
Гражданлығы Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Рәсәйе
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Наградалары һәм премиялары

Азаматов Лотфый Лоҡман улы (рус.  Азаматов Лутфий Лукманович; 4 ғинуар 1904 йыл20 май 1973 йыл) — урындағы башҡарма, партия органдары һәм мәғариф хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937—1941 йылдарҙа ВКП (б)-ның Баймаҡ район комитетының икенсе, Әбйәлил район комитетының беренсе секретары, ошо райондағы Баҡыр-Үҙәк руда идаралығының партком секретары; 1945—1964 йылдарҙа Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире һәм директоры. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.

Лотфый Лоҡман улы Азаматов 1904 йылдың 4 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Сабай ауылында[1] тыуған[2].

1930 йылда Ҡазан ҡалаһындағы Татарстан коммунистик университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1923 йылда Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Сабай ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе булып башлай[2].

1930 йылдан ВКП (б)-ның Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Балаҡсы волость комитеты һәм Иҫке Балтас район комитеты секретары[2].

1934 йылдан Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Түбә руда идаралығының партком секретары[2].

1936 йылдан ВКП (б)-ның Баймаҡ район комитетының мәҙәни-пропаганда бүлеге мөдире, 1937 йылдың ғинуарынан — район комитетының икенсе секретары[2].

1937 йылдың июненән ВКП (б)-ның Әбйәлил район комитетының беренсе секретары[2].

1938—1941 йылдарҙа Баҡыр үҙәк руда идаралығының партком секретары[2].

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша: 1942 йылдың майынын хәрәкәт итеүсе армияла, айырым элемтә батальонында хеҙмәт итә, капитан[3].

1945 йылдан Әбйәлил районы Баҡыр үҙәк ете йыллыҡ мәктәбенең уҡыу-уҡыу бүлеге мөдире, директоры, 1957—1964 йылдарҙа ошо уҡ райондың Хәлил урта мәктәбе директоры[2].

1973 йылдың 20 майында Әбйәлил районы Хәлил ауылында вафат була, ошо райондың Әлмөхәмәт ауылында ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

• II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[3]
• Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)[3]
• «Кёнигсбергты алған өсөн» миҙалы (1945)[3]
• «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[3]
• «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы (1956)[2]
• РСФСР Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы[2]

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сабай ауылы.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ноябрь 2024)
  3. 1 2 3 4 5 Сайт Министерства обороны РФ «Память народа». Участники войны. Азаматов Лутфий Лукманович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ноябрь 2024)
  • Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ноябрь 2024)