Аксёнов Евгений Петрович
Гражданлығы | |
---|---|
Ойошма ағзаһы | Международный астрономический союз[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | астроном, университет уҡытыусыһы |
Вафат булған көнө | 26 март 1995 (61 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Эш урыны | |
Эшмәкәрлек төрө | theoretical astronomy[d][1], небесная механика[d][1] и Ерҙең яһалма юлдашы[1] |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 11 октябрь 1933 |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған урыны | |
![]() |
Аксенов Евгений Петрович (1933—1995) — СССР һәм Рәсәй астрономы. МДУ-ның П. К. Штернберг исемендәге Дәүләт астрономия институты директоры (1977—1986 йылдарҙа). 1978 йылдан СССР Фәндәр академияһы астрономия советының «Күк йөҙө механикаһы» секцияһы рәйесе.
Биографияһы
Евгений Петрович Аксёнов Рязань өлкәһенең Скопинский районы Побединка ҡасабаһында тыуған. 1957 йылда Мәскәү дәүләт университеты механика-математика факультетының астрономия бүлеген, унан һуң шунда уҡ аспирантураны тамамлай. 1960 йылдан П. К. Штернберг исемендәге дәүләт астрономия институтында эшләй (1973—1977 йылдарҙа — директор урынбаҫары, 1977—1986 йылдарҙа — директоры булып). 1970 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университеты профессоры.
Төп хеҙмәттәре күк механикаһы өлкәһенә ҡарай. Кеплерҙыҡы булмаған аралаш орбитала нигеҙләнгән Ерҙең яһалма юлдаштары хәрәкәтенең иң тулы аналитик теорияһын төҙөй. Ошо теория базаһында уның етәкселегендә, юғары аныҡлыҡтағы фотографик, лазер һәм доплер күҙәтеүҙәр буйынса Ерҙең яһалма юлдаштары орбиталары элементтарын асыҡлау методикаһы эшләнгән һәм иҫәпләү программаһы булдырылған. Түңәрәк сикле өс есем мәсьәләһендә периодик орбиталарҙың бер нисә яңы класы барлығын иҫбат итә. Ике тапҡыр уртасалаштырылған яҫы эллиптик сикле өс есем мәсьәләһен ентекләп тикшерә. Е. А. Гребеников һәм В. Г. Демин менән берлектә дөйөмләштерелгән ике хәрәкәтһеҙ үҙәк мәсьәләһен тикшереү буйынса эштәр циклы башҡара һәм был мәсьәләнең дөйөм сығарылышын таба, бөтә төр хәрәкәттәрҙе сифатлы тикшереү башҡара, уларҙың тотороҡлолоғон ҡарай. «Теория движения искусственных спутников Земли» монографияһы авторы (1977).
Һайланма хеҙмәттәре
- Гребеников Е. А., Абалакин В. К., Аксёнов Е. П., Дёмин В. Г., Рябов Ю. А. Справочное руководство по небесной механике и астродинамике. М.: Наука, 1971, 600с.
- Гребеников Е. А., Абалакин В. К., Аксёнов Е. П., Дёмин В. Г., Рябов Ю. А. Справочное руководство по небесной механике и астродинамике. Изд. II, дополн. и переработ. М.: Наука, 1976, 850с.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1971).
Әҙәбиәт
- Колчинский И.Г.,Корсунь А.А.,Родригес М.Г. Астрономы.Биографический справочник. — Киев: Наукова думка, 1986.
Һылтанмалар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- 26 мартта вафат булғандар
- 1995 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- 11 октябрҙә тыуғандар
- 1933 йылда тыуғандар
- Мәскәү өлкәһендә тыуғандар
- Рәсәй астрономдары
- Алфавит буйынса астрономдар
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- МДУ-ның физика факультеты уҡытыусылары
- МДУ-ның механика-математика факультетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр