Аллаяров Сабирйән Аллаяр улы

Аллаяров Сабирйән Аллаяр улы (рус. Аллаяров Сабирьян Аллаярович; 1907 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындвғы 50-се гвардия полкы батареяһының 40 миллиметрлы орудие номеры. Гвардия ҡыҙылармеецы[1].

Биографияһы

Сабирйән Аллаяр улы Аллаяров 1907 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы) Яңы Тәтешле ауылында тыуған.

1941 йылда Башҡорт АССР-ының Тәтешле районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Гвардия ҡыҙылармеецы Аллаяров Сабирйән Аллаяр улы 112-се Башҡорт (16 гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составындвғы 50-се гвардия полкы батареяһының 40 миллиметрлы орудие номеры булып хеҙмәт итә[2].

1943 йылдың 25 ноябрендә яралана. «Халыҡ хәтере» сайтында яраланды тип яҙылған, әммә ҡабат ҡайтарып булмаған юғалтыу тигән билдәһе лә бар[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Аллаяров Сабирйән Аллаяр улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Тәтешле районы Яңы Тәтешле ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар