Андреев Владимир Петрович
Владимир Петрович Андреев | |
---|---|
Файл:VAndreev.jpg | |
Тыуған көнө | 24 июль 1910 |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | 24 октябрь 1955 (45 йәш) |
Вафат урыны | |
Гражданлығы | СССР → Рәсәй Федерацияһы |
Жанр | индустриаль пейзаждар, портрет |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумы |
Наградалары |
Андреев Владимир Петрович (24 июль 1910 йыл — 24 октябрь 1955 йыл) — башҡорт совет рәссамы, БАССР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе (1952—1955).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Владимир Петрович Андреев 1910 йылдың 24 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1930 йылда Өфө сәнғәт техникумының художество бүлеген тамамлай. Шул уҡ йылда ОМАХРР (Революцион Рәсәй рәссамдары Ассоциацияһы йәштәр Берекмәһе, 1928 йылдан— революция рәссамдары Ассоциацияһы йәштәр берекмәһенә)[1] инә һәм уның күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1937 йылдан алып СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1930 йылдан — республика, өлкә ара, ун көнлөк, бөтә Рәсәй күргәҙмәләр ҡатнашсыһы.
Рәссам: пейзажсы, жанрсы, портретсы, индустриаль пейзажға нигеҙ һалыусыларҙың береһе[2]. Андреев Владимир Петровичтың ижады Башҡортостанды индустриялаштырыу темаһы менән бәйле. Рәссам үҙенең бөтә ҡыҫҡа ғүмерен үҙгәреш кисергән Республиканы һүрәтләүгә бағышлаған. Уның төрлө масштаблы «Туймазынефть»., «Илгә ҡара алтын бирәбеҙ», «Эстакада янында» һ . б әҫәрҙәре шундай.
В. П. Андреев рәссамдар коллективының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты: шеф эше (1941—1945 йй.), рәйес урынбаҫары, ә унан — Башҡорт АССР-ы рәссамдар Союзы идараһы рәйесе (1952—1955), «Башхудожник» ширҡәте идаралығы рәйесе (1949—1951).
1955 йылдың 24 октябрендә Октябрьский ҡалаһында вафат була, Өфө ҡалаһында ерләнгән.
Рәссамдың картиналары Өфө ҡалаһында М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Төп эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Нефтеразведка» стеналағы һүрәт, ВСХВ Башҡортостан павильоны, Мәскәү, 1938—1939. «Икенсе Баку» стеналағы һүрәт, ВСХВ Башҡортостан павильоны, Мәскәү, 1951—1953. Фронтҡа оҙатыу, х., м., 1942—1943. Госпиталдә концерт, м. х., 1945. Асыҡ тәҙрә, м. х., 1947. Ҡурай моңо, м. х., 1947. Ҡыҙ портреты, м. х., 1947. Ишембай, м. х., 1948. Туймазынефть, м. х., 1949. Натюрморт, м. х., 1949. «Башҡортостан сәнәғәте» панноһы, БАССР Министрҙар Советы, ултырыштар залы, Өфө, м. х., 1950. Ишембай нефть промыслалары, м. х., 1953. Йәй, м. х., 1953. Илгә ҡара алтын бирербеҙ, м. к., 1953.Эстакадала, м. х., 1954. Өфөлә яҙ, м. х., 1954—1955. «Ишембайнефть», м. х., 1954. Хеҙмәт вахтаһына, х. м., 1955.
Күргәҙмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1937 йылдан 1955 йылға тиклем башҡорт совет сәнғәтенең бөтә республика буйынса күргәҙмәләрендә ҡатнаша, Өфө.
- Периферия йәштәре рәссамдары эштәре күргәҙмәһендә, Мәскәү, 1940.
- РСФСР периферия рәссамдары күргәҙмәһе, Мәскәү, 1946.
- Ҡазан ҡалаһында өлкә-ара күргәҙмә, 1947.
- Мәскәүҙә башҡорт сәнғәте әҫәрҙәре ун көнлөк күргәҙмәһе, 1955.
- Вафат булғандан һуң шәхси күргәҙмәһе, Өфө, 1956.
- В. И. Лениндың тыуыуының 100-йыллығына арналған БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе (үлгәндән һуң), Ульяновск, 1970.
- Үлгән көнөнөң 10 йыллығына арналған шәхси күргәҙмә, Өфө, 1966.
- Шәхси күргәҙмә (үлгәндән һуң), Өфө, 1972.
- БАССР рәссамдарының республика күргәҙмәһе, Өфө, 1959, 1960, 1963, 1965, 1972 (үлгәндән һуң).
- РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдары әҫәрҙәренең күргәҙмәһе (үлгәндән һуң), Мәскәү, 1971.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләтәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Почёт Билдәһе» ордены (1955).
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
- БСЭ, т. I, раздел «Башкирская АССР», Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
- Цветная репродукция «На трудовую вахту». Изд. «Советский художник», Москва, 1956.
- Открытка «На трудовую вахту». Изд. «Советский художник», Москва, 1956.
- Каталоги республиканских выставок БАССР, Уфа, разные годы.
- Г. С. Кушнеровская. Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
(Өфө тарихы, Мәҡәләләр йыйынтығы, 10 гл. Башҡортостан китап нәшриәте, Өфө, 1976.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ [ ОМАХРР] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ http://www.shrb.ru/painting/Andreev/1.jpg