Спадавеккиа Антонио Эммануилович

Антонио Эммануилович Спадавеккиа (1907 йылдың 3 июне, Одесса, Рәсәй империяһы1988 йылдың 7 феврале, Мәскәү) — итальян сығышлы совет композиторы. Күп кинофильмдар һәм концерттар өсөн музыка, шулай уҡ опералар, балеттар һәм увертюралар авторы[1].РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1963) һәм халыҡ артисы (1977)[2]. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры[3].

Биографияһы

Антонио Спадавеккиа 1907 йылдың 3 июнендә Одессала тыуған. Улдары тыуғандан һуң күп үтмәй Спадавеккиалар ғаиләһе Баҡыға йәшәргә күсенә. Антонио бында мәктәп тамамлай, нефть танкерҙары флотына юнга (рус.)баш. булып урынлаша, артабан матрос булып эшләй. 1926 йылда, флотта хеҙмәт итеүен дауам итеп, Баҡы музыка техникумының киске курсына уҡырға инә. Артабан эшләүселәр өсөн Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы музыка факультетында шөғөлләнә, 1932 йылдан — консерваторияла В. Я. Шебалиндың композиция класы буйынса уҡый. Консерваторияны 1937 йылда тамамлай[4]. Һуңынан композитор Сергей Прокофьевтан да дәрес ала[1].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөгә эвакуациялана[4][5], бында милли фольклорҙы ныҡлап өйрәнә. Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы башҡорт студияһы студенты Халик Заимов менән берлектә, башҡорт эпосы мотивтары буйынса либреттоһын (рус.)баш. Сәғит Мифтахов яҙған «Аҡбуҙат» («Волшебный конь») операһын ижад итә. Был опера тәүге тапҡыр хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында 1942 йылдың 7 ноябрендә Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 25 йыллығы хөрмәтенә ҡуйыла[4]. Шул уҡ 1942 йылда башҡорт халыҡ йырҙары темаларына «Героик увертюра» яҙа[5]. А. Н. Толстойҙың шул уҡ исемдәге романы буйынса «Хождение по мукам» операһы өҫтөндә эшләй башлай[4].

1944 йылдан КПСС ағзаһы[6].

1988 йылдың 7 февралендә Мәскәүҙә вафат була[5], Кунцево зыяратында ерләнә[4][7].

Ижады

Опералары

  • «Аҡбуҙат» Х. Заимов менән берлектә (тәүләп 1942 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйыла)[1];
  • «Хозяйка гостиницы» Карло Гольдони пьесаһы буйынса (тәүләп 1947 йылда Станиславский менән Немирович-Данченконың Музыкаль театрында ҡуйыла);
  • «Хождение по мукам» А. Н. Толстой романы буйынса (тәүләп 1953 йылда Пермь опера һәм балет театрында ҡуйыла);
  • «Письмо незнакомки», С. Цвейг новеллаһы (рус.)баш. буйынса моноопера; 
  • «Овод», Э. Войнич романы буйынса (тәүләп 1958 йылда Пермь опера һәм балет театрында ҡуйыла)[8].

Оперетталары

  • «Нежданная свадьба» А. Н. Толстойҙың «Хождение по мукам» романы буйынса (тәүләп 1944 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйыла).

Балеттары

  • «Враги» (тәүләп 1938 йылда Мәскәүҙә ҡуйыла);
  • «Берег счастья» (тәүләп 1948 йылда Мәскәүҙә ҡуйыла).

Фильмдар өсөн музыкаһы

  • 1947 — Золушка
  • 1947 — За тех, кто в море
  • 1950 — Смелые люди
  • 1953 — Застава в горах
  • 1953 — Беззаконие (ҡыҫҡа метражлы)
  • 1955 — Фонтан (ҡыҫҡа метражлы)
  • 1957 — Гуттаперчевый мальчик
  • 1957 — Сапоги (ҡыҫҡа метражлы)
  • 1959 — Неподдающиеся
  • 1960 — Испытательный срок
  • 1960 — Шумный день
  • 1962 — Чёрная чайка
  • 1963 — Каин XVIII
  • 1964 — Остров Колдун
  • 1973 — Представление начинается (телеспектакль)
  • 1980 — Дом на Лесной

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктре

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1963);
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1977);
  • «Почёт Билдәһе» ордены.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Т 5. Симон — Хейлер. 1056 стб. с илл. М.: Советская энциклопедия, 1981 (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2026) (рус.)
  2. Антонио Спадавеккиа / биография. Сайт «Кино-Театр.РУ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026.
  3. Спадавеккиа, Антонио Эммануилович // Большая русская биографическая энциклопедия (электронное издание). — Версия 3.0. — М.: Бизнессофт, ИДДК, 2007. (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2026) (рус.)
  4. 1 2 3 4 5 Кирьянова Д. А. О жизни и творчестве композитора Антонио Спадавеккиа. Вестник КемГУКИ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026. (рус.)
  5. 1 2 3 Спадавеккиа Антонио Эммануилович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026. (рус.)
  6. Спадавеккиа Антонио Эммануилович. istoriya-kino.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026. Архивная копия от 19 август 2016 на Wayback Machine
  7. Могила Антонио Спадавеккиа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026. Архивировано 19 июль 2017 года.
  8. Опера «Овод». (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2026) (рус.)

Әҙәбиәт

Һылтанмалар