Апут

Апут (рус. Апутово) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Үтәш ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 274 кеше[2]. Почта индексы — 452580, ОКАТО коды — 80210837002.

Географик урыны

Апут ауылы Әй йылғаһы бассейнына ҡараған Оло Ыйыҡ ҡушылдығы Сакалдым йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көнсығышҡа табан киломтер һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 31 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Апут ауылына Себер даруғаһы Балаҡатай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 1776 йылда нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүсе старшина Апут Күтсемов/Ҡотомов исеме менән аталған.

1795 йылда Апут ауылынағы 18 йортта 67 кеше, 1865 йылда 33 йортта — 179 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[4][5].

Ауылда 1-се һанлы Яңы Балаҡатай урта мәктәбенең филиалы — Апут башланғыс мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[3].

Халыҡ һаны

Апут ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 337
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 366
1959 йыл 15 ғинуар 400
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 333 154 179 46,2 % 53,8 %
2002 йыл 9 октябрь 328 173 155 52,7 % 47,3 %
2010 йыл 14 октябрь 274 135 139 49,3 % 50,7 %

Билдәле кешеләре

  • Вәхитов Нәғим Әбдрәзәҡ улы (1925, Үтәш ауылы -) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[6]

Урамдары

  • Нәғим Вәхитов урамы (рус.  Нагима Вахитова (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)[7]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

  • Әй, Сакалдым йылғаһы

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.