Арестов Анатолий Васильевич
Гражданлығы | |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | нефть сығарыу |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Заты | ир-ат |
Тыуған урыны | |
Вафат булған урыны | |
Тыуған көнө | 17 ғинуар 1922 |
Вафат булған көнө | 18 ғинуар 2017 (95 йәш) |
Һуғыш/алыш |
Арестов Анатолий Васильевич (17 ғинуар 1922 йыл — 18 ғинуар 2017 йыл) — нефтсе, «Татнефть» берекмәһенең «Иркеннефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Биографияһы
![]() | |
---|---|
![]() |
А. В. Арестов фотоһы |
![]() |
Арестовтың 90 йәшлек юбилейы |
Анатолий Васильевич Арестов 1922 йылдың 17 ғинуарында РСФСР-ҙың Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Дыуан районы) Сальевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Әсәһе Прасковья Федоровнаһәм өлкән ағаһы Василий менән йәшәй, атаһы Граждандар һуғышында хәбәрһеҙ юғала.
1938 йылда, колхоз йәштәре мәктәбендә 7 класты тамамлағас, педагогия техникумына уҡырға инә, унан икенсе курста махсус туплау буйынса Белореттағы аэроклубҡа курсант итеп алына. 1941 йылдың мартында үҙешмәкәр осоусылар курсын тамамлай һәм Свердловскиға хәрби авиация мәктәбенә ебәрелә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1941 йылдың авгусынан пилот-инструктор, өлкән осоусы һәм звено командиры вазифаһында хеҙмәт итә. 1942 йылдан Свердловск хәрби осоусылар мәктәбендә, К. Е. Ворошилов исемендәге Чкалов хәрби авиация летчиктар училищеһында, Көнбайыш фронттың айырым элемтә эскадрильеһында, 46-сы запас авиация полкында (Сыуаш АССР-ы Алатырь ҡалаһы) инструктор була. 1944 йылдың 14 ғинуарынан 1-се Украин фронтында 887-се төнгө бомбардировщиктар полкында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, 1944 йылдың йәйенән — звено командиры; 384 хәрби осош яһай[1]. Житомир-Бердичев, Корсунь-Шевченко, Проскуров-Черновцы, Львов-Сандомир, Висла-Одер, Түбәнге Силезск һәм Берлин һөжүм операцияларында ҡатнаша. 1946 йылдың ғинуарында демобилизациялана.
Тыуған иленә ҡайтҡас, Бөрө сауҙа мәктәбен тамамлай, райпотребсоюзда эшләй. Һуңынан ғаиләһе менән Татар АССР-ына күсеп китә, унда «Бөгөлмәнефть» быраулау контораһына дизелсы булып урынлаша. 1954 йылдың ноябрендә «Лениногорскнефть» НГДУ-һында нефть һәм газ сығарыу буйынса оператор була, һуңынан — «Иркеннефть» НГДУ-һында. 1964 йылдан — инженер-диспетчер, 1965 йылдан — «Иркеннефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры.
1974 йылда Мәскәү нефть институтының Әлмәт факультетын тамамлап, тау тау инженеры була. 1980 йылға тиклем «Иркеннефть» идаралығында скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры булып эшләй, ә пенсияға сығыр алдынан шунда уҡ хеҙмәтте һаҡлау буйынса өлкән инженер була.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Анатолий Васильевич йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша: идаралыҡта йәштәрҙең остазы, Лениногорск ҡала советы депутаты итеп һайлана, КПСС-тың Татарстан өлкә комитеты, партбюро һәм профком ағзаһы була.
Ғаиләһе
Ҡатын — Сәғмҙә Исмәғил ҡыҙы менән ике ул һәм өс үҫтерәләр, шулай уҡ 9 ейән-ейәнсәр һәм 8 бүлә-бүләсәрҙәре бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- Ленин ордены (1971)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- 1-се һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- III дәрәжә Дан ордены
- миҙалдар
- Лениногорск ҡалаһының почетлы гражданы (2011).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Татарстандың Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Лениногорске чествуют Героев Отечества(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Арестов Анатолий Васильевич . «Герои страны» сайты.
- АРЕСТОВ Анатолий Васильевич 2020 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
- Основные этапы трудовой деятельности 2021 йылдың 14 май көнөндә архивланған.
- АРЕСТОВ Анатолий Васильевич (тат.)
[[Категория:I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары]]
- Ленин ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- Златоуст өйәҙендә тыуғандар
- Татарстанда вафат булғандар
- 17 ғинуарҙа тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- 18 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетын тамамлаусылар