Арыҫлан Ранғолов
Арыҫлан Ранғолов | |
---|---|
Тыуған көнө | билдәһеҙ |
Тыуған урыны |
Себер даруғаһы, Танып улусы, Ҡыйғаҙы ауылы (хәҙерге Башҡортостандың Асҡын районы) |
Вафат булған көнө | 29 апрель 1775 |
Вафат булған урыны | Өфө провинцияһы, Өфө ҡалаһы |
Атаһы | Уранғол |
Арыҫлан Ранғолов (?—1775) — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы. Сотник.
Биографияһы
Арыҫлан Ранғолов сығышы менән Себер даруғаһы Танып улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы) Ҡыйғаҙы ауылы башҡорттарынан. Атаһы Уранғол (Рәмғол) 1735—1740 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша[1].
1773 йылдың октябренән — 1774 йылдың мартына ҡәҙәр Емельян Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Ырымбур ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша. Бында әсирлеккә эләгә, Яйыҡ комендант канцелярияһы тикшереүе аҫтында була, азат ителә[2].
1774 йылдың йәйе—көҙөндә Арыҫлан Ранғоловтың отряды Ҡазан ҡалаһы эргәһендәге, Өфө провинцияһының Бөрө һәм Әңгәсәк шарап ҡыуыу заводтары янындағы алыштарҙа ҡатнаша[2].
1774 йылдың 22 сентябрендә Нөркә ауылы янында Салауат Юлаев ғәскәре составында И. К. Рылеев командалығындағы батша ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша[3]. Аҙаҡ Тере Танып йылғаһының үрге ағымы буйында көрәште дауам итә[2].
1774 йылдың аҙағында батша властарына бирелә. 1775 йылда Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була. 1775 йылдың 5 майында Салауат Юлаев эше буйынса шаһит булараҡ йәлеп ителә[3].
1775 йылдың 29 апрелендә Өфө төрмәһендә вафат була[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ История башкирских родов. Танып. Том 6. / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, Ф. X. Гайсина, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — Т. 6. — С. 22-23. — 376 с. — ISBN 978-5-85051-629-1.
- ↑ 1 2 3 4 Кулбахтин Н. М. Арыҫлан Ранғолов // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 1 2 История башкирских родов. Танып. Том 6. / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, Ф. X. Гайсина, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — Т. 6. — С. 24-25. — 376 с. — ISBN 978-5-85051-629-1.
Әҙәбиәт
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- Кулбахтин Н. М. Участие башкирского народа в Крестьянской войне 1773—1775 гг. — Уфа, 1984.
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
Һылтанмалар
- Кулбахтин Н. М. Арыҫлан Ранғолов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.