Астанова Баныу Зарим ҡыҙы

Баныу Зарим ҡыҙы Астанова (рус. Астанова Бану Заримовна; 30 август 1979 йыл) — филолог-уҡытыусы, йәмәғәтсе. 2006 йылдан Белорет ҡалаһы 21-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2023) һәм мәғариф алдынғыһы (2013), Рәсәй Федерацияһының почётлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре (2021).

Биографияһы

Баныу Зарим ҡыҙы Астанова (ҡыҙ фамилияһы Шакирйәнова) 1979 йылдың 30 авгусында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Комсомольск ауылында Айһылыу Иркәбай ҡыҙы һәм Зарим Ғаяз улы Шакирйәновтар ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған.

1985 йылда ғаилә ошо райондың Илсе ауылына күсенә, һәм Баныу урындағы урта мәктәптең беренсе класына уҡырға бара. 1989 йылда ғаилә Учалы районының Яңы Оҙонгүл ауылына күсенгәс, ҡыҙ уҡыуын шунда дауам итә. Урта белем алғандан һуң, 1996 йылда Башҡорт дәүләт университеты башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә.

2001 йылда университетты тамамлай һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ғилми-ойоштороу бүлегендә белгес булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

2003 йылда Астанов Айнур Зәйнулла улы менән тормош ҡора һәм Белорет ҡалаһына килеп төпләнә. Ошо йылдан Белорет районының Абҙаҡ урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

2006 йылдан — Белорет ҡалаһының 21-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы[1].

2020 йылдың 7 ноябрендә «Иң яҡшы йифрлы дәрес» республика конкурсында «Төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреү предметы буйынса дәрес» номинацияһында 2-се урын яуланы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2023)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2013)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре (2021)
  • Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы (2020)

Иҫкәрмәләр

  1. Семья Бану и Айнура Астановых. Белорецкий историко-краеведческий музей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026.
  2. Лучший цифровой урок. Институт развития образования Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026.